ҮҘЕБЕҘГӘ ИДАРА ИТЕРГӘ МѲМКИН

Муниципаль район хакимиәтендә Белорет, Бѳрйән, Әбйәлил райондарынан ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, старосталар ҡатнашлығында “Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы” ѳсѳн идара итеү мәктәбе - халыҡтың урындағы үҙидаралыҡта ҡатнашыу заман формалары һәм алымдары” темаһына семинар үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһының “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарыусы директоры Рѳстәм Исхаков, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының Дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Нина Филиппова һәм район етәкселеге ҡатнашты. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тәбрикләне һәм районда территориаль йәмәғәт үҙидаралығын үҫтереү буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Ауылдарҙа старосталар, ҡалала йорт комитеттары эшмәкәрлеге йәйелдерелеүе тураһында һѳйләп үтте. Рѳстәм Исхаков сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың граждандар институтын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүенә баҫым яһаны. Ошо сәйәсәткә бәйле ил граждандары үҙҙәре лә үҙидаралыҡ эшендә актив ҡатнашырға тейеш. Бының ѳсѳн территориаль йәмәғәт ойошмаларын (ТОС) тѳҙѳргә кәрәк.

- Ауыл Советтарында территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары булдырыу тураһында мәғлүмәт биреү, системаның халыҡ мәнфәғәтен һаҡлауҙа ыңғай яҡтарын, ѳҫтѳнлѳктәрен күрһәтеү маҡсатында йыйылдыҡ. Ишембай районы Смаҡ ауылы халҡы территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ойошторҙо. Бѳгѳн улар аҫаба халыҡ ерҙәрен үҙҙәренә кире ҡайтарып алыуға иреште, документтарҙы юридик яҡтан рәсмиләштерҙе. Хәҙер Смаҡта тѳҙѳкләндереү, мәҙәни саралар бер кеше инициативаһынан ғына сығып башҡарылмай. Ғѳмүмән, ауыл тормошо менән күмәкләп идара итәләр. Бының ѳсѳн устав нигеҙендә территориаль йәмәғәт үҙидаралығын ойошторорға кәрәк. Ойошманы тәүҙә ауыл хакимиәтендә теркәйҙәр, һуңынан Башҡортостандың Юстиция министрлығында рәсмиләштерергә
мѳмкин. Ошо мѳмкинлекте файҙаланып ҡалайыҡ. Беҙҙең ассоциация һеҙгә ярҙам итергә әҙер, - тине Рѳстәм Исхаков. Нина Филиппова территориаль йәмәғәт үҙидаралығын тѳҙѳү тәртибе һәм уның нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һѳйләне. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығын теркәгәндән һуң бер йыл үткәс, ауылға һыу үткәреү, юл һалыу һәм башҡа эштәр ѳсѳн грант юлларға мѳмкин. Әлбиттә, бындай гражданлыҡ инициативаһына аҡса бүленмәй, әммә ауыл менән унда йәшәгән халыҡ үҙе идара итәсәк. Бындай ойошма тѳҙѳү тыуған еребеҙҙе һаҡлауҙың бик отошло ысулы. Был законға ҡаршы барыу түгел, киреһенсә, 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се Федераль законды тормошҡа ашырыу. Ошо законға ярашлы, граждандар үҙ ихтыярын урындағы кимәлдә белдерә. Был эште атҡарыуҙың ике тѳрѳ бар:
1) мәжбүри характерҙа — муниципаль берәмектә йәшәгән халыҡтың теләген мотлаҡ үтәүгә булышлыҡ иткән форма;
2) тәҡдим итеү характерында — йәғни, урындағы үҙидаралыҡты тормошҡа ашырыу буйынса халыҡтың йәмәғәт фекерен асыҡлауға булышлыҡ итеү һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарҙың, вазифалы шәхестәрҙең бында йәшәгән халыҡтың күпселегенең фекерен иҫәпкә алып ҡарар ҡабул итеү формаһы. Территориаль йәмәғәт ойошмаһы - халыҡтың хоҡуҡтар инициативаһы, граж-дандарҙың урындағы идаралыҡ органдарына мѳрәжәғәте, урындағы әһәмиәткә эйә булған һорауҙар буйынса халыҡ конференциялары, йәмәғәт фекере буйынса һорау алыу һәм башҡа саралар аша идара итеү формаһы ул.

131-се Федераль закондың 27-се статьяһында: “Территориаль йәмәғәт ойошмаһы граждандарҙың йәшәгән ерҙәре буйынса урындағы әһәмиәткә эйә булған һорауҙарҙы, үҙ инициативаларын тормошҡа ашырыу ѳсѳн үҙ-ара ойошоуы”, - тиелә.
Территориаль йәмәғәт ойошмаһы муниципаль берәмек территорияһының бер ѳлѳшѳндә тормошҡа ашырыла: күп фатирлы йорттоң подъезында, йортта, бер нисә йортта, ауылдарҙа һ.б. Бер территориаль берәмектә тик бер территориаль йәмәғәт үҙидаралығы органы ойошторорға мѳмкин. Күп кимәлдәге система аҫта торғандарҙың ѳҫтәгеләргә буйһоноуын күҙ уңында тота. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттағы подъездың яуаплы кешеһе бѳтә йорт буйынса рәйескә ҡарай, ә рәйес иһә биҫтәһенең территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесенә буйһона. Ойошманың территорияһы булырға тейеш һәм уны ошонда йәшәгәндәр йыйылышта, конференцияла, һорау алыуҙа асыҡлай.
Үҙидаралыҡ закондары буйынса территориаль йәмәғәт ойошмаһының вәкәләттәре бар. Тѳрлѳ ҡарарҙар ҡабул иткәндә 16 йәштән алып ѳлкәндәр ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ойошманың уставы ҡабул ителергә тейеш. Ғѳмүмән, был йәмәғәт ойошмаһы граждандарға үҙ ауылының, йортоноң яҙмышын хәл итеүҙә ҙур мѳмкинлектәр бирә.

- Ике йыл инде ошо тема ѳҫтѳндә эшләйбеҙ, семинарҙар үткәрәбеҙ. Район-ҡала муниципаль органдары һеҙҙең бѳтә проблемаларығыҙҙы ла күреп, белеп бѳтә алмай. Һеҙ үҙ-ара ойошоп, ауылығыҙҙың проблемаларын хәл итә аласаҡһығыҙ. Смаҡ ауылын барып күрегеҙ, улар тәжрибәһе менән уртаҡлашыр. Үҙидаралыҡ ойошмаһы ойошторолғанға тиклем Смаҡ ауылының зыяратына ситтән, ауылға ҡағылышы булмағандарҙы ерләү осраҡтары ла күп булған, ә хәҙер территориаль йәмәғәт үҙидаралығы быны тыйыуға ирешкән, зыяратҡа сит кешеләрҙе ерләмәйҙәр, - тине
Буранбай Күсәбаев.

- Ҡайҙа аныҡ проблемаларҙы хәл итергә кәрәк, шунда тиҙ арала территориаль йәмәғәт үҙидаралығы тѳҙѳргә, мәсьәләләрҙе күтәрергә һәм эш башларға кәрәк. Был ойошма муниципаль власть менән халыҡ араһында тотороҡлоҡто булдырасаҡ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә беҙ һеҙҙең фекерҙе күҙ уңында тотасаҡбыҙ, - тине Владислав Миронов.
Семинар эшлекле мѳхиттә үтте. Территориаль йәмәғәт үҙидаралығынб ойоштороу менән ҡыҙыҡһынып һорау биргәндәр ҙә күп булды. Беҙҙең район ауылдарында ла ошондай ойошмалар барлыҡҡа килер һәм урындағы халыҡ үҙ ауылы яҙмышы менән үҙе идара итер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий