Яңы йылға - яңы ѳмѳттәр

Вәкил ЯҠУПОВ, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе:
- Райондың ауыл хужалығы ѳсѳн 2014 йыл, 2013 йыл менән сағыштырғанда, күпкә уңышлы булды. Сәсеү баҫыуҙары 50 процентҡа артты. Уңышты хужалыҡтар тулыһынса йыйып алды. Әгәр ҙә киләһе йылда яғыулыҡҡа хаҡтар артмаһа, ауыл хужалығы ѳсѳн киләһе йыл да ауыр булмаҫ, тип уйлайым. Донъя барыбер алға бара, бѳгѳнгѳ үҙгәрештәр ҙә яҡшыға булыр, тигән ѳмѳт бар. Рәсәйгә ҡарата индергән санкциялар үҙебеҙҙең
ауыл хужалыҡтары етештергән аҙыҡ-түлекте үтемле итәсәк. Шуға ла ауыл кешеһе был мѳмкинлекте файҙаланып ҡалһын, мал-тыуарын үрсетһен ине. Мал тотһаң, барыбер килем алырға була. Яңы йылды, һәр
ваҡыттағыса, яңы ѳмѳттәр менән ҡаршылайым.

Лира МѲХӘМӘҘИЕВА, Белорет телеведениеһының алып барыусыһы:
- Кәзә йылында һәм Буға йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын һәм шуға ла холҡомда “кәзә”нең асыҡ һыҙаттары бар. Ғѳмүмән, Кәзә йылында тыуғандар насар кешеләр түгел. Һуңғы йылдарҙа шәхси тормошомда ҡара һыҙаттар күп булды. Шуға күрә үҙемдең Кәзә йылына ҙур ѳмѳттәр бағлап, миңә уңыш һәм бәхеттәр килтереүенә ышанам. Ниһайәт, Кәзә йылы үҙ яртымды табып, ғаилә ҡорорға, эшемдә уңыштарға ѳлгәшергә ярҙам итер, тип ѳмѳтләнәм. Етеп килгән Яңы йыл барыһына ла тик бәхеттәр, уңыштар һәм шатлыҡтар менән килһен. Әлбиттә, иң мѳһиме бѳтәһенә лә һаулыҡ теләйем. Сәләмәтлек һәм ғүмер булһа, Рәсәй халҡына тормош кәртәләрен емереп сығыу бер ни тормай ул. Яңы йыл менән, хѳрмәтле яҡташтарым!
Әнисә ҒӘЗИЗОВА, Абҙаҡ ауылынан пенсионер:
- Нимәгә килеп ҡағылһаң да, иҫ китмәле - бѳтә нәмәгә хаҡ артҡан. Магазиндарға инеүе ҡурҡыныс, хатта кейемгә лә хаҡты арттырғандар. Беҙҙең кеүек ябай халыҡтың аҡсаһы булмағас, кѳрсѳк ҡурҡыныс тыуҙырмай. Ауылда торғас, картуф, ит үҙебеҙҙеке. Бына ҡалала йәшәгән йәштәргә генә ҡыйынға тура килә: фатир ѳсѳн түләргә кәрәк, балаларҙың ваҡ- тѳйәк сығымдарына аҡса күп китә.

Район-ҡаланың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең Үҙәнбаш ауылындағы социаль хеҙмәткәре Альбина БАГАЕВА:
- 2014 йыл минең ѳсѳн уңышлы үтте. Быйылғы һабантуйҙа «Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдым. Ун биш йыл эшләү осоронда күп нәмәгә ѳйрәндем, рухи яҡтан үҫтем, ѳлкән йәштәге инәйҙәр һәм бабайҙар менән туғанлашып бѳттѳм. Миңә тормош иптәшем Ғаяз Марат улы, балаларым ярҙам итә. Эшемде яратам, ѳлкән йәштәге дуҫтарымдың тормошон еңеләйтеү, са- ғыуландырыу маҡсатында тѳрлѳ саралар үткәрәбеҙ, бай- рамдар, тыуған кѳндәре менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың «ҡыҙым» тиеп ѳндәшеүҙәре күңелде күтәрә, йәшәүгә дәртләндерә. Яҡынлашып килгән Кәзә йылы ла һәммәбеҙ ѳсѳн дә тыныс, шатлыҡ-ҡыуаныстарға, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булһын. Яҡындарымды, инәй-бабай- ҙарымды, ауылдаштарымды һәм район халҡын Яңы 2015 йыл менән ҡайнар ҡотлайым, сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, бѳтә
изге ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.

Шайморат ЙОМАҒУЖИН, Белорет почтамты начальнигы:
- Һәр йыл үҙенең ҡот-бәрәкәте менән киләлер. Шуға ла 2014 йыл минең ѳсѳн насар булды тип әйтә алмайым. Ат та, Кәзә лә изге хайуан. Үҙем Кәзә йылында тыуғанмын һәм 2015 йылға ҙур ѳмѳттәр бағлайым. Кәзә бик аҡыллы, таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған хайуан. Ошо йылда бѳтә изге ниәттәремдең тормошҡа ашыуын, ғаиләмә, коллегаларыма, ауылдаштарыма һәм бѳтә район халҡына ырыҫ, ҡот-бәрәкәт, муллыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килер, тип ышанам. Ел-ямғыры ла, ҡояшлы кѳндәре лә тигеҙ булһын, илебеҙҙә, ғаиләбеҙҙә, эшебеҙҙә тотороҡлоҡ һаҡланһын. Һәммәһен дә Яңы йыл менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхет, уңыштар, күтәреңке кәйеф теләйем.

Мәйсәрә ГАЛИНА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары:
- Һәр йылдың үҙ үҙенсәлеге була. Шәхсән минең ѳсѳн 2014 йыл бик емешле, уңышлы үтте. Бигерәк тә ғаиләм, эшләгән коллективым ѳсѳн тѳҙѳкләндереү, торлаҡ алыу йәһәтенән уңайлы булды ул. Гимназиябыҙға заман талаптарына ярашлы бынамын тигән ремонт яһаныҡ. Яратҡан коллективымда үҙем хѳрмәт иткән кешеләр менән дәртләнеп эшләп йѳрѳйѳм. Үҙебеҙ йәшәгән йортҡа ремонт эшләп бер ҡыуанһаҡ, Америкала йәшәгән улым ике ҡатлы йорт һатып алып, тағы бер шатландырҙы. Киләһе йылға ла ҙур, матур ѳмѳттәр бағлайым. Кинйә улым тарих факультетының магистратураһын тамамлаясаҡ, уға йорт һатып алыу теләгебеҙ тормошҡа ашыр, тип ышанам. Ғѳмүмән, киләһе йылды әүҙем, күңелле итеп үткәреү теләге менән йәшәйем. Үҙемдең класс балалары менән иҫтәлекле урындарға экскурсия яһарбыҙ, ғаиләм менән сит илгә сәйәхәт ҡылырбыҙ, тип ниәтләнәм. Нимә генә тиһәк тә, тормош матур, уның ҡәҙерен белеп, барыһына ла ѳлгѳрѳргә тырышып йәшәргә кәрәк. Ауыр саҡтар һәр ваҡытта ла булған, үҙ йортом, арҡа терәр тормош иптәшем, ике ҡанатым - ике улым, туған- тыумасаларым иҫән-һау булғанда, артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй. Башҡаларға ла ошондай бәхет насип булыуын, күңелдәренең тыныс, иртәләренең имен тороуын теләйем.
Оставить комментарий