ПОСОБИЕЛАР АРТА, ӘММӘ КҮП ТҮЛӘРГӘ ТУРА КИЛӘСӘК

Быйыл дәүләт хеҙмәттәренә хаҡтар, күсемһеҙ милеккә һалымдар артты, яңы дәүләт пошлиналары барлыҡҡа килде.
Документтарҙы юллап алыуға күп кенә аҡса түгергә кәрәк буласаҡ. 5 йылға бирелгән сит ил паспортын алыу ѳсѳн 2000 һум бирергә тура киләсәк, 14 йәшкә тиклемге балаларҙың сит ил паспорты 1000 һумға тѳшә. 10 йылға бирелгән сит ил паспорты элекке 2500 һум урынына 3500 һум (балалар варианты — 1500 һум), уларына бармаҡ эҙҙәре тѳшѳрѳлгән.

Рәсәй паспорты ла ҡиммәтләнде. Паспортты алыу ѳсѳн 200 һум түгел, 300 һум түләйәсәкбеҙ. Юғалған, ваҡыты үткән паспортты рәсмиләштереү ѳсѳн 1500 һум (500 һум ине). 1 ғинуарҙан никахты теркәү ѳсѳн 350 һум түләйәсәкбеҙ (200 һум ине). Айырылышыу ѳсѳн дә күберәк түләргә тура килер (400-ҙән 650 һумға тиклем). Фамилияны алыштырыу 1500 һумға тѳшә. Водителгә пластик таныҡлыҡ 2014 йылда 800 һум торһа, быйыл 2000 мең һумға барып баҫты. Таныҡлыҡ алыуға имтихандар биреү ѳсѳн яңы дәүләт пошлинаһы булдырылды. Теория буйынса имтихан 1000 һумға, майҙансыҡта йѳрѳү 1500 һумға, ҡалала имтихан 2000-гә барып баҫасаҡ. Беренсе тапҡырҙан имтиханды бирә алмайһың икән, тағы ла шул сумманы түләргә тура килә. Шулай уҡ декабрҙән февралгә тиклем - йәйге, ә июндән авгусҡа тиклем ҡышҡы резиналарҙа йѳрѳргә рѳхсәт ителмәй. Башҡортостанда балалы ғаилә- ләргә бѳтә тѳр пособиелар, шул иҫәптән, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиелар индексацияланды, 5,5 процентҡа артты. Үткән йылда әсәлек капиталы ѳсѳн 429 мең һум алһалар, быйыл 453 мең һум булды. Йѳклѳлѳк һәм бала тыуыу буйынса минималь пособие 27400 һум тәшкил итә.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торғаны - 14500 һум, йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие күләме 2500 һум, икенсе һәм унан һуңғы балалар ѳсѳн 5400 һум аласаҡ. Хәрбиҙәрҙең ҡатындары бер тапҡыр ала торған пособие 22 мең 700 һумға артһа, ә ай һайын 9800 һум аласаҡ. 1 февралдән алкоголь эсемлектәренә хаҡтар кәмей. Ярты литр араҡының хаҡы 185 һумға тиклем тѳшәсәк. Иҫегеҙгә
тѳшѳрәбеҙ: үткән йылда ал- коголгә хаҡтар ике тапҡыр артып, иң осһоҙо 220 һумға еткәйне. Коньяк һәм брендиға хаҡтар шул кѳйѳ ҡала. Тәмәке акцизы 20 процентҡа тиклем күтәрелде. Бензинға акциздар ставкаһы яғыулыҡ класына ҡарап, тоннаһына 17,5 процентҡа артып, 7,75 меңдән 13,332 мең
һумға тиклем тәшкил итә. Коммуналь хеҙмәттәр ҙә артты. Һыуҙы норматив буйынса түләү ҡулайлы түгел. Иҫәп приборҙарын ҡуймаған хужаларға күберәк түләргә тура килер, сѳнки юғары норматив
буйынса иҫәпләнәсәк. Ғинуарҙан 1,1, ә 1 июлдән 1,2 процентҡа артасаҡ.
Э.ХӘМЗИНА әҙерләне.
Оставить комментарий