“Оборона-масса эше” айлығы башланды

Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбе йыл һайын ошо мәлдә Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳнә арналған “Оборона-масса эше” айлығы үткәреүҙе йолаға әйләндергән. Сара быйыл, үткән йылдағыларҙан айырмалы рәүештә, Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳ һәм Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды.

“Оборона-масса эше” айлығы башланыуға арналған тантаналы митингыны асып, Белорет автомәктәбе начальнигы Зәбир Шакир улы Әхибзянов: «Ай буйына ойошмаларҙа, пред- приятиеларҙа, уҡыу йорттарында, йәштәрҙе хәрби- патриотик тәрбиәләү маҡсатында, һуғыш ве- терандары менән осрашыуҙар, ҡаһарманлыҡ дәрестәре, ярыштар һәм слёт кеүек саралар уҙғарыласаҡ. Йәштәрҙең унда әүҙем ҡатнашыуына ышанам һәм үҙҙәренә тормошта кәрәкле тәжрибә алырҙар, тип уйлайым», - тине. Артабан, митингыға килгән ҡунаҡтар - йәштәр сәйәсәте, туризм һәм муниципаль район хакимиәтенең спорт буйынса бүлеге начальнигы Светлана Полина, һуғыш, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Александр Белов, ВДВ ветерандарының «Ҡанатлы гвардия» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Андрей Кучкаров, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм дин әһелдәре сараға йыйылған йәштәргә теләктәрен еткерҙе. Митинг тамамланғас, сарала ҡатнашҡандарҙы һалдат бутҡаһы һәм сәйе менән һыйланылар. Тантаналы өлөштән һуң агитацион автоуҙыш ойошторолдо һәм унда ҡатнашыусылар Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Н. ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий