Ауырлыҡтар уны һындырмай

Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталипов Үҙәнбаш ауылында иҫән-һау ҡалған берҙән-бер Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны.
Ул 1921 йылда Шығай ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда тракторсы булып эшләй. 1941 йылдың майында Хәсән Әбүбәкир улын Армияға алалар, ә инде бер айҙан һуғыш башлана. Һуғыштың тәүге кѳнѳнән үк уларҙы фронттың алғы һыҙығына оҙаталар.
- Миңә оҙаҡ һуғышырға тура килмәне. Беҙҙе бер ҡоралһыҙ окопҡа алып барып ултырттылар ҙа:
“Бер ҡайҙа ла китмәгеҙ!” - тип бойорҙолар. 12 кешегә бер мылтыҡ. Баштан-аяҡ ҡоралланған дошманды буш ҡул менән туҡтатып буламы инде... Дошман беҙҙе әсиргә алды, - тип иҫләй ул
йылдарҙы ветеран. Шулай итеп, әсиргә эләккән бер тѳркѳм һалдаттарҙы Финляндияға оҙаталар. 1944 йылда уларҙы ҡотҡаралар, әммә Сталин әсирлеккә тѳшкән һалдаттарҙы ярлыҡарға ашыҡмай. Һѳҙѳмтәлә, Хәсән Әбүбәкир улына тағы ла биш йыл шахтала бил бѳгѳргә тура килә. Тикшереү үтеп, 1949 йылда аҡланып, тыуған еренә ҡайтып тѳшә. Бер нисә ай Шығай мәктәбендә завхоз булып эшләй. Урман эшендә аҡса яҡшы түләнгәс, ул Үҙәнбаш ауылындағы леспромхозға ағас ҡырҡыусы булып урынлаша. 27 йыл бер урында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Миниса Абдулла ҡыҙы менән 1949 йылда ғаилә ҡоралар, ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
“Хәҙер балалар пенсияға сығып бѳтѳп бара инде”, - ти 94 йәшен ҡыуған Хәсән Әбүбәкир улы. Һуғыш тамамланыуға быйыл 70 йыл үтһә лә, был ҡәһәрле йылдар онотолмай. Һуғыш арҡаһында күргән михнәттәр Хәсән Әбүталиповтың тормошонда ла мәңге уңалмаҫлыҡ йѳрәк яраһы булып ҡалған.
Әммә һуғыш та, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар ҙа уның ихтыяр кѳсѳн һындыра алмай. Хәсән Әбүбәкир улы бер нәмәгә ҡармай, намыҫы ҡушҡанса лайыҡлы тормош юлы үтә.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий