ЕР КҮПМЕ ТОРА?

Ер участкаларын милеккә һатып алыу мәсьәләләре күптәрҙе борсой. Ошо нескәлектәргә тѳшѳнѳү маҡсатында муниципаль райондың милеккә идара итеү комитеты рәйесе Азамат Марс улы ФӘХРЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

►Азамат Марсович, торлаҡ тѳҙѳүгә ер һатып алыу ѳсѳн хакимиәткә ниндәй документтар тапшырырға кәрәк. Был ер күпмегә тѳшѳр икән?
- БР Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән һәм 2015 йылдың 10 ғинуарында кѳсѳнә ингән “Башҡортостан Республикаһы милкендә булған ер участкаһының, дәүләт милке сикләнмәгән ер участкалары һәм ул ерҙә урынлашҡан биналар, тѳҙѳлѳш һәм ҡоролмаларҙың хужаларына ерҙе һатҡан саҡта хаҡын билдәләү һәм түләү тураһында”ғы 629-сы ҡарарына ярашлы, ерҙе һатҡанда, ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының ѳс проценты түбәндәге осраҡта билдәләнә:
а) шәхси йорт тѳҙѳлѳшѳ, гараж кооперативы составында торған гараж (айырым торған гараж һәм гараж бокстары) хужаларына ерҙе һатҡанда;
б) шәхси хужалыҡ алып барыу ѳсѳн бирелгән тораҡ пункттарҙа урынлашҡан ерҙәрҙә шәхси торлаҡ тѳҙѳлѳшѳ объекты хужаһы булған граждандарға һатҡан саҡта.

► Магазин урынлашҡан ерҙе һатып алырға мѳмкинме?
- Эйе, мѳмкин. Бина, тѳҙѳлѳш, ҡоролма (баҡса йорто, магазин, етештереү базаһы һәм башҡалар) хужаларына ерҙе түбәндәге шарттар буйынса һатып алыу рѳхсәт ителә:
- 2015 йылдың 1 июленә тиклем — ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының 25 проценты күләмендә;
- 2015 йылдың 1 июленән 2016 йылдың 1 ғинуарына тиклем - ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының 50 проценты күләмендә;
- 2016 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 1 июленә тиклем - ғариза биргән ваҡыттағы ерҙең кадастр хаҡының 75 проценты күләмендә;
- 2016 йылдың 1 июленән - ғариза биргән ваҡытта ерҙең кадастр хаҡы буйынса, әгәр федераль ҡануниәттә башҡа шарттар ҡаралмаһа.

► Тѳҙѳлѳп бѳтмәгән бина урынлашҡан ерҙе һатып алырға буламы?
- Юҡ, сѳнки РФ Ер кодексы файҙаланыуға тапшырылған һәм күсемһеҙ милек урынлашҡан ер участкаһын биреүҙе генә күҙ уңында тота. Ерҙе милеккә тапшырыу ѳсѳн унда күсемһеҙ милектең урынлашҡан булыуы ғына етмәй, шулай уҡ ер һәм ҡала тѳҙѳлѳшѳ ҡануниәте талаптарына ярашлы, был объектты файҙаланыу ѳсѳн ер участкаһы кәрәклеген билдәләү мѳһим.

► 2010 йылда даими файҙаланыуҙан ҡуртымға үҙгәртелгән участканы ниндәй хаҡ менән алырға мѳмкин?
- Ҡуртым ерендә урынлашҡан бина, тѳҙѳлѳш ҡоролмалары хужалары “Рәсәй Федерацияһы Ер кодексын хәрәкәткә килтереү тураһында”ғы Федераль закон кѳсѳнә ингән кѳндән алып 2012 йылдың 1 июленә тиклем ошо ер участкаларын файҙаланыу хоҡуғын ҡуртым хоҡуғына үҙгәрткән булһа, ергә хаҡ, участканың кадастр хаҡынан сығып, 2,5 процент күләмендә билдәләнә.
Р. МУСИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий