Кескәй баланын оло тормошо

Бала үҫеп буй еткерә, башына аҡыл инә, ә беҙ, ололар, үҙ-ара мѳнәсәбәттәрҙең тик һәйбәт булыуын ғына теләйбеҙ. Тик ѳлкәндәр теләгәнсә генә булмай шул. Ни ѳсѳн? Ни ѳсѳн дуҫтар, коллегалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар менән осрашҡанда тулҡынланыу, ҡурҡыу, бошоноу тоябыҙ? Беҙҙе, әлбиттә, үҫеп килгән быуындың тәртибе, килеп тыуған мәсьәләгә ҡағылышлы ауырлыҡтары борсой.

Психологтар әйтеүенсә, 13 йәштән алып баланың тормошонда ул йырып сыға алмаҫ кеүек күренгән ауырлыҡтар килеп баҫа. Иңенә тѳшкән ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаған үҫмерҙең яҡты донъяла йәшәгеһе, ата-әсәһе менән аралашҡыһы ла килмәй һәм ҡурҡыныс аҙымға баҫырға мәжбүр. “Мине береһе лә яратмай”, “Аңламайҙар”, “Береһенә лә кәрәкмәйем” - “Йәшәргә теләмәйем” тигәндең тѳп сәбәптәре. Ҡайһы берҙә үҫмер: “Мин булмаһам, белерһегеҙ әле!” - тигән фекерҙә. Балалыҡтың мѳғжизәле донъяһы ҡаты булмаҫ, һуңғы аҙымға барырға юл ҡуймаҫ, тип уйлай ул. Бѳгѳнгѳ кѳндә ата-әсәнең тәрбиәләү алымы ла үҙгәрҙе. Ҡайһы бер әсәйҙәр баланың һәр шѳғѳлѳн иғтибар үҙәгенә ҡуйып, балаһын күтәреп ебәрә. Ә бала, беренсе сиратта, ғаиләлә хѳрмәт ҡаҙанырға, һѳйѳү яуларға, ололарҙан яҡлау алырға тейеш. Тәү ҡарашҡа ѳлгѳ булырлыҡ ғаиләлә лә үҙ- ара аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Тәрбиәләү, күҙгә-күҙ ҡарап ысын күңелдән һѳйләшеү урынына ололар балаһына бүләк биреү, аҡсалата ярҙам менән генә ҡотолоп ҡала. Был йәһәттән ата-әсә тәрбиәһенән, һѳйѳүенән мәхрүм балалар рухи яҡтан күпкә кѳслѳрәк. Ауыр тормош юлында ҡалған балаларҙың арҡаланырлыҡ бер кеме лә юҡ, шуға күрә улар үҙҙәрен яҡларлыҡ хәлдә. Күптәре хоҡуҡтарын яҡлай дѳрѳҫлѳктәрен иҫбатлай, ҡуйған маҡсаттарына ынтыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, күбеһенсә тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән үҫмерҙәр тарафынан ололарға, педагогтарға ихтирам етешмәй.

Артыҡ яратылып, һәр ваҡыт башҡаларға ѳлгѳ итеп ҡуйылған үҫмер башҡаларҙы ихтирам итә белмәй. Иғтибар үҙәгендә үҫкән балалар үҙҙәрен барыһынан да ѳҫтѳн ҡуя һәм бәләкәй генә ауырлыҡ килеп тыуғанда юғалып ҡала. Сәбәпһеҙ донъя менән хушлашыуы ла ихтимал. Ҡурҡыныс аҙымға бармаҫ ѳсѳн баланы бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк. Юғалтыу, ауыртыу, ҡурҡыу кеүек тѳшѳнсәләрҙе үҫмер бәләкәйҙән белеп үҫһен. Ата-әсә баланы юғалтыуҙан, ауыртыуҙан ҡурсаламаҫҡа ѳйрәнергә тейеш. Үҫмерҙе иңенә тѳшкән ауырлыҡтарҙы күтәрә алырлыҡ итеп үҫтерергә кәрәк, тип асыҡлыҡ индерә психологтар. Күп кенә миҫалдар килтерергә мѳмкин. Ҡапыл аквариумда алтын балыҡ үлә. Баланы борсомаҫ, илатмаҫ ѳсѳн ата-әсә әкиәт уйлап сығара һала. “Алтын балыҡ ҡапыл ауырып китте, уны дауаханаға алып барҙыҡ”, - тип балаһын йыуата ла, эргәләге зоомагазинға икенсе оҡшаш балыҡ алырға йүгерә. Шуға ла иркәләнеп кенә үҫкән ҡайһы бер бала ҙурайырға ашыҡмай. Баланы үлем тураһында уйҙарҙан арындырыу ѳсѳн үҙен ихтирам итергә ѳйрәтергә кәрәк. Ихтирам - ул үҙеңә генә түгел, ә бѳтә тирә-йүндәгеләргә ышаныу.

Ошонан киләсәккә ѳмѳт уяна һәм оптимистик ҡараш барлыҡҡа килә. Балалар тураһында һѳйләгәндә “беҙҙең киләсәгебеҙ, тормош сәскәләре” тигән һүҙҙәрҙе әйтергә ѳйрәнеп киттек. Ә балаларыбыҙҙың, тормош сәскәләренең, киләсәге ниндәй булыр һуң? Әлбиттә, беҙ, ололар, йәш быуынды лайыҡлы итеп үҫтереү ѳсѳн бѳгѳндән үк күп кѳс һалырға, тейешле тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.

“Балалар йортобоҙҙа ҡәҙерле ҡунаҡ ҡына, уның менән үткәргән һәр минут ҡәҙерле һәм мѳһим. Баланы ҡәҙерләп, үҙенә һәм уның кѳсѳнә ышанабыҙ. Һеҙ ышанһағыҙ, ул да ышаныр”, - ти психологтар. Шулай тип уйлайбыҙ ҙа ул, тик мәлде, ваҡытты иғтибарҙан ысҡындырып ебәрәбеҙ. «Ки-
ләсәгебеҙ» барыбер үҙ-үҙенә ҡул һалыуын дауам итә, балалар үлеме лә кәмемәй. Үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы аңлауы ауыр. Арабыҙҙа бындай кешеләр бик күп. Йыл һайын миллионға яҡын кеше үҙе теләп яҡты донъя менән хушлаша, 40 секунд һайын бер кеше үҙенә ҡул һала. Статистика күрһәтеүенсә, донъя ки- мәлендә Рәсәй Федерацияһы суицид осраҡтары буйынса, Венгриянан һуң, икенсе урында килә.

Был нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу донъяла ѳсѳнсѳ урынды биләй. Күп ваҡытта бындай аҙымға этәргес булып депрессия, ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ, ата-әсәнең айырылышыуы сәбәпсе була. Әммә 10 проценты ғына был аҙымға аңлы рәүештә бара. Ҡалған 90 проценты бары тик үҙенә иғтибар йәлеп итеү ѳсѳн йәки тиҙ ҡыҙып китеүсән холҡо арҡаһында килә. Кемдеңдер яңылыш ҡына әйтелгән һүҙе лә бәләгә килтереүе ихтимал.
Әлбиттә, үҫмер үлем тураһында уйламай, тик ата-әсәһенең иғтибарын йәлеп итеү, ярҙам һорап оран һалыу маҡсатынан бара ла инде был ҡурҡыныс аҙымға. Үлем осраҡтары 14- 16 йәшлек үҫмерҙәр араһында күп. Балалар суицизмының 80 проценты яҡындары менән аңлашылмаусанлыҡтан, ҡар- шылыҡҡа килеүҙән сыға. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 3-4 тапҡыр йышыраҡ үҙ-үҙенә ҡул һала. Ә ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда 3 тапҡыр күберәк яҡты донъя менән хушлашып маташа. Үҙ-үҙенә ҡул һалған балаларҙың 70 проценты психик яҡтан һау. Дарыу ашап үлгәндәр күп булһа, кескәйҙәр травмалы юлды — бейеклектән һикереп, аҫылынып үлеү юлын һайлай. Үҙ-үҙенә ҡул һалған балаларҙың 60 проценты тулы ғаиләләрҙән.

- Кешелә хәҙер ғаилә ҡиммәттәре юҡ, йолалар һаҡланмай. Үҙ алдына ғына йәшәп ятыуҙы хуп күрә, үҙҙәренә бикләнгән. Баланың үҙ тормошо, ул кѳнѳ-тѳнѳ компьютер алдында. Ололарҙың бала менән шѳғѳлләнергә ваҡыты ла юҡ, сѳнки ғаиләне матди яҡтан да ҡарарға кәрәк. Ҡатламдарға бүленеп бѳтѳп барабыҙ. Баланы спортҡа ылыҡтырырға, уның менән башҡа йүнәлештә лә эшләргә була.Тѳрлѳ түңәрәктәр, секциялар етерлек, әммә уларға йѳрѳү ѳсѳн байтаҡь ҡына аҡса талап ителә. Шуға ла ата-әсәләр балаларын секцияларға бирергә ашыҡмай. Үҫмерҙең ваҡыты күп, шул мәлдә уларға тѳрлѳ уйҙар килә лә инде. Район-ҡалабыҙҙа балалар үлеме лә бермә-бер арта. Ѳс ай эсендә генә бер йәшкә тиклемге балалар үлеменең 5 осрағы теркәлгән.

Шуларҙың 80 проценты насар ғаиләләрҙән. Кескәйҙәрҙең үлеме тыумыштан, нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙан, генетиканан, ата-әсәнең иғтибарһыҙлығынан килә. Күбеһенсә ата-әсәләр ауырыу балаһын ваҡытында дауаханаға алып бармай, ауырыуға еңел ҡарай. Иҫәптә торған ата-әсәләр менән һѳйләшеү, аңлатыу эштәре алып барыу ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә ни файҙа килтермәй. Ошондай осраҡтарҙы булдырмау йәһәтенән 20-30 ғинуарҙа республикала “Үҫмер - ғаилә” операцияһы үтте. Беренсе нәүбәттә, бәлиғ булмағандар бүлегендә
иҫәптә торған ғаиләләр менән эшләнек. Мәктәптәрҙә лә әңгәмәләр үткәрелде. Операция ваҡытында 36 ғаиләне иҫәпкә алдыҡ. 6 баланы приютҡа урынлаштырырға тура килде. Хәҙер ата-әсәләр балалары менән ҡаты мѳғәмәлә итә. Ҡайһы берәүҙәр балаһына кѳс ҡуллана. Балаһын рәнйеткән, туҡмаған атайҙы иҫәпкә ҡуйҙыҡ.

Күп ваҡытта, үҫмер берҙәм дәүләт имтихандары арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һала, тиһәләр ҙә, район-ҡалала бындай осраҡтар теркәлмәне, шуныһы ҡыуаныслы. Хәҙер үҙ- үҙенә ҡул һалырға теләгәндәр кәмей бара, 90-сы йылдарҙа үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтары күберәк ине. Йәштәр, бигерәк тә үҫмерҙәр иңенә тѳшкән бәләкәй генә тормош ауырлыҡтарын еңергә кѳс тапмай, еңел юлды һайлай. Был аҙымға барыр алдынан ата-әсәне, туғандарҙы уйларға кәрәк. Үҫмерҙең ҡылған эшенән һуң улар нисек йәшәр? Ә беҙҙән, ололарҙан, иғтибар, бѳтә уңайлыҡтар булдырыу талап ителә. Үҙ-ара мѳнәсәбәттәр яҡшы булған осраҡта ғына балаларҙа яҡты донъя менән хушлашыу уйы тыумаясаҡ, - тине эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы Рәсих Әсләм улы Рәхимов. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуҙан 46,9%, яуапһыҙ мѳхәббәт, тиҫтерҙәре араһындағы мѳнәсәбәттән килеп сыҡҡан үлем осраҡтары 13,6% процентты тәшкил итә.Район-ҡалала 2013 йылда үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә 1 ҡул һалыу осрағы булған. Үткән йылда 2 үҫмер яҡты донъя менән хушлашһа, быйыл ғинуар айында 2000 йылғы үҫмер ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һала. 2014 йылда ҡыҙҙар араһында дарыу ашап үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлгән. Ҡыҙҙарҙың яҡты донъя менән хушлашырға маташыуының тѳп сәбәбе - яуапһыҙ мѳхәббәт. Суицизмды, балалар үлемен еңел генә бѳтѳрѳп булмай, әлбиттә. Педагогтарҙың, атаәсәнең, дин әһелдәренең был афәткә ҡарата үҙ фекере, үҙ ҡарашы...

- Кешелә хәҙер ғаилә ҡиммәттәре юҡ, йолалар һаҡланмай. Үҙ алдына ғына йәшәп ятыуҙы хуп күрә, үҙҙәренә бикләнгән. Баланың үҙ тормошо, ул кѳнѳ-тѳнѳ компьютер алдында. Ололарҙың бала менән шѳғѳлләнергә ваҡыты ла юҡ, сѳнки ғаиләне матди яҡтан да ҡарарға кәрәк. Ҡатламдарға бүленеп бѳтѳп барабыҙ. Баланы спортҡа ылыҡтырырға, уның менән башҡа йүнәлештә лә эшләргә була.Тѳрлѳ түңәрәктәр, секциялар етерлек, әммә уларға йѳрѳү ѳсѳн байтаҡ ьҡына аҡса талап ителә. Шуға ла ата-әсәләр балаларын секцияларға бирергә ашыҡмай. Үҫмерҙең ваҡыты күп, шул мәлдә уларға тѳрлѳ уйҙар килә лә инде. Район-ҡалабыҙҙа балалар үлеме лә бермә-бер арта. Ѳс ай эсендә генә бер йәшкә тиклемге балалар үлеменең 5 осрағы теркәлгән. Шуларҙың 80 проценты насар ғаиләләрҙән. Кескәйҙәрҙең үлеме тыумыштан, нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙан, генетиканан, ата-әсәнең иғтибарһыҙлығынан килә. Күбеһенсә ата-әсәләр ауырыу балаһын ваҡытында дауаханаға алып бармай, ауырыуға еңел ҡарай.

Иҫәптә торған ата-әсәләр менән һѳйләшеү, аңлатыу эштәре алып барыу ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә ни файҙа килтермәй. Ошондай осраҡтарҙы булдырмау йәһәтенән 20-30 ғинуарҙа республикала “Үҫмер - ғаилә” операцияһы үтте. Беренсе нәүбәттә, бәлиғ булмағандар бүлегендә иҫәптә торған ғаиләләр менән эшләнек. Мәктәптәрҙә лә әңгәмәләр үткәрелде. Операция ваҡытында 36 ғаиләне иҫәпкә алдыҡ. 6 баланы приютҡа урынлаштырырға тура килде. Хәҙер ата-әсәләр балалары менән ҡаты мѳғәмәлә итә. Ҡайһы берәүҙәр балаһына кѳс ҡуллана. Балаһын рәнйеткән, туҡмаған атайҙы иҫәпкә ҡуйҙыҡ. Күп ваҡытта, үҫмер берҙәм дәүләт имтихандары арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һала, тиһәләр ҙә, район ҡалала бындай осраҡтар теркәлмәне, шуныһы ҡыуаныслы. Хәҙер үҙ- үҙенә ҡул һалырға теләгәндәр кәмей бара, 90-сы йылдарҙа үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтары күберәк ине.

Йәштәр, бигерәк тә үҫмерҙәр иңенә тѳшкән бәләкәй генә тормош ауырлыҡтарын еңергә кѳс тапмай, еңел юлды һайлай. Был аҙымға барыр алдынан ата-әсәне, туғандарҙы уйларға кәрәк. Үҫмерҙең ҡылған эшенән һуң улар нисек йәшәр? Ә беҙҙән, ололарҙан, иғтибар, бѳтә уңайлыҡтар булдырыу талап ителә. Үҙ-ара мѳнәсәбәттәр яҡшы булған осраҡта ғына балаларҙа яҡты донъя менән хушлашыу уйы тыумаясаҡ, - тине эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы Рәсих Әсләм улы Рәхимов.
Эльвира Хәмзина.
Оставить комментарий