Коллектив менән «УРАЛ»ға

Инйәрҙең 2-се мәктәбе бѳтә коллектив менән “Урал” гәзитенә яҙылып, үҙҙәренең берҙәмлеген, туған телгә, милли матбуғатҡа битараф булмауын тағы бер тапҡыр иҫбат итте. 2015 йылдың беренсе ярты йыллығына коллективта “Урал”ға бѳтәһе 27 кеше яҙылды.

Әлеге ваҡытта балаларҙа илһѳйәрлек тойғоһо, һуғыш һәм тыл ветерандарына хѳрмәт тәрбиәләү йәһәтенән мәктәп гѳр килеп Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар ойоштора. Һәр аҙна дүшәмбе “Батырҙар эстафетаһы” линейкаһы уҙа. Линейка барышында балалар үҙҙәренә оҡшаған һуғыш геройы тураһында һѳйләй, патриотик йырҙар йырлай һәм эстафетаны икенсе класҡа тапшыра. Был сара 9 Май - Еңеү байрамына тиклем барасаҡ. Бѳйѳк Ватан һуғышы, Еңеү темаһына арналған һүрәттәр конкурсында ла, тарих аҙналығында ла бѳтәһе лә теләп, әүҙем ҡатнашҡан. Яҡын арала Инйәр, Йѳйәк хакимиәте биләмәһендә йәшәгән тыл һәм һуғыш ветерандары, яугир-ин-тернационалистар менән осрашыу үткәрергә йыйыналар.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий