Марафон беҙгә килеп етте

Тарихҡа, Тыуған илгә һөйөү, ихтирам, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, ветерандарға хөрмәт уятыу, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау маҡсатында баш ҡалабыҙҙың “Еңеү” паркында “Еңеү марафоны” иғлан ителгәйне. 2 февралдә старт алған марафон Белорет еренә лә килеп етте.

Уны муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова Дыуан районынан ҡабул итте. Өфөнөң “Еңеү” паркында тоҡандырылған махсус капсуланы ҡабул итеү сараһына күрше Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарынан, Межгорье ҡалаһынан бик күп ҡунаҡтар килде. Унда шулай уҡ мунициаль район Советы һәм хакимиәте етәкселеге, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, хәрби-илһөйәрлек клубы вәкилдәре лә ҡатнашты. Сараның рәсми өлөшө Геройҙар аллеяһында Мәңгелек
ут янында үтте.

Яуҙа һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә сәскәләр һалғандан һуң, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Халыҡ ижады республика үҙәгенең генераль директоры Б.В. Ишбирҙин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Память” китабы авторы Д. К. Трофимов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сығыш яһаны. Артабан Мәңгелек уттан ҡабыҙылған махсус капсулаларҙың бәләкәйҙәре Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары, Межгорье ҡалаһы вәкилдәренә, төп капсула Өфө ҡалаһы округының Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Г.Ә. Әҙелгилдинаға тапшырылды.
Беҙҙең районға тәғәйенләнгән капсула тантаналы марш аҫтында ҡала Мәҙәниәт һарайына күсерелде.

“Еңеү марафоны” на ярашлы “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады конкурсы ла иғлан ителгәйне. Сараның икенсе өлөшөндә үҙешмәкәр коллективтар ошо конкурста сәнғәт оҫталығы буйынса үҙ- ара көс һынашты. Конкурс программаһына ярашлы, һәр муниципаль берәмек үҙенең театрлаштырылған концерт программаһын тарихи, документаль, әҙәби материалдарҙы файҙаланып күрһәтергә тырышты. Сара башланырҙан алда жюри ағзалары һәр райондың фойеға ҡуйылған биҙәү-ғәмәли сәнғәт, һүрәт һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе менән танышты. Беҙҙең район тамашасылар иғтибарына картиналар галереяһының, тарихи крайҙы өйрәнеү музейының, район мәҙәниәт һарайының “Еңеү йондоҙо балҡыһын” биҙәү-ғәмәли һәм үҙәкләштерелгән китапхана системаһының “Еңеү йылъ- яҙмаһы тоноҡланмаһын” күргәҙмәләрен тәҡдим итте.

Учалылар үҙ күргәҙмәһен биҙәү-ғәмәли сәнғәтенә арнаһа, бөрйәндәр фотокүргәҙмә һәм электрон презентация тәҡдим итте. Әбйәлил районы ҡунаҡтарының күргәҙмәһе лә мәғлүмәти яҡтан бай, йөкмәткеле тип табылды. Көндөҙгө ун икенсе яртыла башланған конкурс киске һигеҙҙәрҙә генә тамамланды. Концерт программаһының бай, сағыу булыуы тамашасы күңеленә хуш килде.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий