«УРАЛ БАТЫР»ҙы кем яҡшы һѳйләй?

Халҡыбыҙҙың хазинаһы булған «Урал батыр» эпосын яттан һѳйләүселәрҙең бәйгеһе - республика кимәлендә үткәрелгән мѳһим сараларҙың береһе. Сара йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара.

Яңыраҡ ҡала лицей-интернатында «Урал батыр» эпосын һѳйләүселәрҙең муниципаль этабы үтте. Тәүге йылдарҙа балалар күп ҡатнашһа, хәҙер уҡытыусылар һан артынан ҡыумай, сифатҡа иғтибар бирә, йәғни ентекле әҙерлектәре булған уҡыусыларҙы ғына алып килә һәм был дѳрѳҫтѳр ҙә. Конкурстың тәүге этабында балалар эпосты яттан һѳйләү буйынса бәйге тотто. Башҡорт һәм рус мәктәптәре сығышы айырым баһаланды. Башҡорт мәктәптәре араһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан II класс уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов «Урал батыр» эпосынан 600-гә яҡын юлды ятлап килгән. Һәләтле баланың тырышлығы, матур һѳйләүе һоҡландырҙы.

Берештамаҡ мәктәбенән IV класс уҡыусыһы Элина Фәхретдинова эпостың 1005 юлын яттан белә. Ул үҙен сәхнәлә иркен, ҡыйыу тотоуы менән айырылып торҙо. Жюри бер һүҙҙән Ильяс Шаһиязданов менән Элина Фәхретдиноваға I урын бирергә ҡарар итте. Улар уҡыған мәктәптәргә тѳбәк бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Башҡорт мәктәптәре араһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан VI класс уҡыусыһы Ләйсән Үтәбаева эпостан 1300 юлды ятлап килгән, ул II урынға лайыҡ булды. Лицей-интернаттан IX класс уҡыусыһы Альбина Муллағәлләмова 1100 юлды яттан белә, ул III урын алды. Лицей- интернаттан V класс уҡыусылары Земфира Алтынбаеваға - “Телгә тоғролоҡ”, Айнур Муллағәлләмовҡа “Ҡыйыулыҡ ѳсѳн” номинациялары бирелде.

Рус мәктәптәре араһында 13-сѳ мәктәптән VI класс уҡыусыһы Вадим Ғәлләмов - I, 10-сы мәктәптән IV класс уҡыусыһы Айгѳл Ҡотдосова - II, 17-се гимназиянан Ләйсән Шәүәлиева III урын алды. 14-се гимназиянан VII класс уҡыусыһы Зѳлфиә Иҙрисоваға “Ѳмѳт” номинацияһы бирелде. Конкурстың икенсе этабында - «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереүҙә бары ике мәктәп сығыш яһаны. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың әҙ булыуын әҙерләнеп ѳлгѳрмәүҙәре менән аңлатты. Ә инде сәхнәгә сығырға баҙнатсылыҡ иткән ике команда урындарҙы үҙ-ара бүлеште - Манышты мәктәбенә - I, Исмаҡай мәктәбенә II урын бирелде.
Р. МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий