Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!

Муниципаль районда Бѳйѳк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуға арнап сығарылған юбилей миҙалдары менән бүләкләү дауам итә. Тантаналы саралар һәр ауыл хакимиәте биләмәһендә үтә. Үткән аҙнала Шығай ауыл хакимиәтендә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике ветеранға — Шығай ауылынан Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмовҡа, Үҙәнбаш ауылынан Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталиповҡа Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙалдар
тапшырыу тантанаһы үтте.

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев ҡатнашты һәм ветерандарға миҙалдар тағып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шығай ауыл хакимиәте башлығы Рәмил Сабирйән улы Шәрәфетдинов, ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мѳхәмәтдинов ауыл халҡы исеменән һуғыш яугирҙәренә рәхмәт белдерҙе. Шығай мә-ҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре матур концерт ҡуйҙы. Ауылдың тыл ветерандарына миҙалдарҙы ѳйҙәренә барып тапшырҙылар.

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!Ошо уҡ кѳндѳ Сермән ауылында ла һуғыш һәм тыл ветерандарына миҙал тапшырыу тантанаһы булды.
Ауылда ике һуғыш ветераны иҫән. Сәләмәтлеге насар булыуы сәбәпле тантанаға килә алмағандарға миҙалды ѳйҙәренә алып барҙылар. Һуғыш ветераны Сабит Заһит улы Ғәлиуллинды Илгиз Сафый улы Теләүбаев, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов, ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Мостафа Әхмәт улы Харисов ѳйѳнә барып ҡотланылар. Шулай уҡ тыл ветерандары Сабира Заһит ҡыҙы Дәүләтҡужинаға, Ғәләнфүр Ғилметдин ҡыҙы Нәбиуллинаға, Рәшит Абдрахман улы Лутовҡа, Хѳббѳниса Босҡон ҡыҙы Ғариповаға, Зѳлхизә Сәлим ҡыҙы Дәүләтҡужинаға миҙалды ѳйҙәрендә тапшырҙылар. Артабан сара социаль-мәҙәни үҙәктә дауам итте. Һуғыш һәм тыл ветерандарын Илгиз Сафый улы ҡотлап, Бѳйѳк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос ѳлѳш индергән һәр ветеранға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Бѳйѳк Ватан һуғышында 28 миллион кешенең ғүмере ѳҙѳлдѳ. Күп афәт, һәр ғаиләгә ҡайғы килтергән һуғыш ул. Минең ике олатайым да һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған”, - тип, һуғыштың үҙ ғаиләһенә ниндәй юғалтыуҙар килтереүе тураһында ла иҫкә алып китте сығышында. Һуңынан Илгиз Сафый улы Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Аҙаубай Фәйзулла улы Ғаб-дуллиндың күкрәгенә миҙал таҡты. Сермәндәр миҙал тапшырыу тантанаһын үҙенсәлекле итеп ойошторған: ауылда урынлашҡан предприятие һәм учреждение етәкселәре, ауылдың абруйлы кешеләре ҡатнашты һәм улар үҙҙәренә беркетелгән тыл ветеранына миҙал таҡты. Шулай итеп, Мѳхтәримә Абдрахман ҡыҙы Әйүповаға - улы Айытбай Зәбир улы Әйүпов, 91 йәшлек Шәмсиямал Мосауир ҡыҙы Сиражетдиноваға - ҡустыһы Солтан Мосауир улы Сиражетдинов, Мәхмүт Ҡолсобай улы Бикбаевҡа -Мостафа Харисов, Арслан Заһит улы Вәлиуллинға — район электр селтәрҙәре начальнигы Сергей Александрович Чернецов, Мотаһар Әхмәҙей улы Ғимрановҡа - Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Мидхәт ҡыҙы Иҙиәтуллина, Моталап Әхмәҙей улы Ғимрановҡа - Сермән балалар йорто директоры Наил Ғәббәс улы Хәмзин, Мәрхиә Ғариф ҡыҙы Кәримоваға мәктәп директоры Ғаян Риф улы Аҙнабаев миҙал тапшырҙы. Латифа Ишмѳхәмәт ҡыҙы Хәлитова сараға килә алмауы сәбәпле, Сермән амбулаторияһының баш табибы Альберт Лев улы Ғарипов тыл ветеранының ѳйѳнә барҙы. Һәр ветеранға ауыл эшҡыуарҙары әҙерләгән күстәнәстәр бирелде. Ҡунаҡтар ѳсѳн концерт та ойошторғандар. Осрашыу «Урал» ПКС-ы ярҙамы менән ойошторолған сәй табыны артында дауам итте.
Р. МУСИНА.
Автор фотолары.

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!Әзекәй ауылы хакимиәтенә ҡараған Әзекәй, Боғанаҡ, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәгән 17 ветеран юбилей миҙалына лайыҡ булды.
Миҙалды Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының мәҙәниәт йортонда тапшырҙылар. Сараны ойоштороуға ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм староста Нажия Вәлиева, ауыл хакимиәте башлығы Русим Баймөхәмәтов ҙур көс һалған. Ветерандарға концерт программаһы күрһәтелде, сәй табыны ойошторолдо. Уларҙы Әзекәй ауылы старостаһы Сәйфулла Таһиров менән эшҡыуар Мортаза Байморатов ҡотланы һәм бөгөнгө матур, тыныс тормош өсөн ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләне. Сара иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий