ҠЫҘҘАРҘЫҢ МӘЙЕТЕ ТАБЫЛДЫ

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының тикшереү органдары юллауы буйынса, Белорет ҡала суды РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 2-се ѳлѳшѳнѳң “а” пункты буйынса (ике кеше үлтергән ѳсѳн) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән 22 һәм 23 йәшлек ике егетте ҡулға алды.

4 февралдә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 22 йәшлек ике ҡыҙ ѳйҙәренән сығып китә һәм ҡайтмай. Бер нисә кѳндән һуң уларҙың яҡындары ҡыҙҙар юғалыуы тураһында полицияға мѳрәжәғәт итә. Ғариза буйынса эҙләү саралары күрелә һәм енәйәт эше асыла. 19 мартта ҡалала йәшәгән ике ир Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты идаралығының Белорет район-ара тикшереү бүлегенә үҙҙәренең енәйәт ҡылыуҙары тураһында белдереп бара.

Асыҡланыуынса, 4 февралдә ике ҡыҙ таныш булмаған ирҙәр менән ҡала пляжы яғына барып, күңел асырға ризалаша. Спиртлы эсемлектәр эсеп алғас, 23 йәшлек ир ҡыҙҙарҙың береһе менән урманға китә һәм енси бәйләнешкә инә. Шунан ҡыҙ кѳсләү тураһында полицияға мѳрәжәғәт итеү менән янай. Яуаплылыҡтан ҡурҡҡан ир ҡыҙҙы туҡмап үлтерә һәм мәйетте ҡар менән күмә. Автомобиль эргәһенә
килгәс, был хаҡта дуҫына хәбәр итә. Улар икәүләшеп икенсе ҡыҙҙы ла кѳсләй, ағас араһына индереп, туҡмап үлтереп, ҡарға күмеп китә. Егеттәр күрһәткән урында ҡыҙҙарҙың мәйете табылған. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Материал Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү комитетының рәсми сайтынан алып әҙерләнде.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий