ѲМӘГӘ СЫҒАЙЫҠ, ДУҪТАР!

Башҡортостан Хөкүмәте биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Өмәләр 11 апрелдән 16 майға тиклем дауам итәсәк. Тәүге яҙғы өмәләр 11 апрелдә ойошторолдо. Республика буйынса сарала 320 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 11 мең тонна ҡаты ҡалдыҡтар йы- йылған. Белорет муниципаль районы хакимиәте лә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан төҙөкләндереү, таҙартыу эшенә иртә яҙҙан тотоноуҙы бурыс итеп ҡуйҙы һәм тораҡ пункттарҙың биләмәләрен таҙартыу һәмтөҙөкләндереү буйынса экологик ѳмәләр ойошторҙо.

Уны район-ҡаланың барлыҡ предприятиелары, ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, урта махсус белем биреү, юғары уҡыу йорттары студенттары хуплап күтәреп алды һәм экологик өмәгә сығып, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты. Ѳмәләге йәштәрҙең кәйефен, фекерҙәрен белеү ниәтендә аэропорт участкаһына юлландыҡ. Беҙҙе дәртләнеп эшләгән йәштәр ҡаршы алды.

- Медицина колледжы студенттары төрлө күңел асыу сараларында ғына түгел, ә йәмәғәт эштәрендә лә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бындай сараларҙа улар һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнаша. Бѳгѳн дә үҙ теләгебеҙ менән аэропорт участкаһын сүп-сарҙан таҙартырға килдек, - тине класс етәкселәре Гѳлнара
Мѳхәмәтйәр ҡыҙы Усманова. Студенттар бер тауыштан: “Яратҡан ҡалабыҙҙы Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығы байрамына таҙартырға, матурларға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ѳмәгә ҙур теләк менән ҡушылдыҡ. Бындай ѳмәләргә йышыраҡ сығырға һәм тағы ла күберәк халыҡты йәлеп итергә кәрәк ине.

Бер-ике тапҡырҙан ғына файҙаһы булмаясаҡ. Экологик өмәләрҙә ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты артабан да һаҡлау яғында. Таҙалыҡ - беҙҙең киләсәк, ә киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Форсаттан файҙаланып, киләсәктә ҡалабыҙ аэропорты гѳрләп, эшләп китһен ине, тигән теләгебеҙҙе еткерәбеҙ”, - тине. Йәштәрҙең экологик өмәләрҙә ихлас ҡатнашыуы - ҡыуаныслы хәл. Был, бер яҡтан, тыуған еребеҙгә, ҡалабыҙға, илебеҙгә ҡарата патриотик рух тәрбиәләү булһа, икенсенән, улар үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты, таҙалыҡты баһаларға һәм ҡәҙерләргә өйрәнә. Афарин, йәштәр!
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий