ҺҮҘҘӘН ЭШКӘ КҮСЕРГӘ ВАҠЫТ

Бѳйѳк Ватан һуғышы һәр ѳйгә ҡайғы килтерһә, бѳгѳн иһә, тыныс тормошта, алкоголь һәм юл-транспорт фажиғәһе арҡаһында кеше ғүмере аяуһыҙ ҡырыла. Эскелек бик күптәрҙең тормошона үтеп инде, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бѳгѳн эскелекте милләтте тамырынан юҡҡа сығарыусы социаль
сирҙәр иҫәбенә индереү ошоно дѳрѳҫләй.

Яңыраҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының фракция-ара депутаттар төркөмөнөң наркоманияны, ВИЧ-инфекцияны һәм башҡа социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм комплекслы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса 16-сы күсмә ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Фекер алышыуҙың темаһы - Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә наркоманияны һәм алкоголизмды комплекслы иҫкәртеү системаһын булдырыу, төбәк тәжрибәһе. Ултырыш Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары рәйеслегендә үтә. Уның эшен- дә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Федерация Советы ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре һәм вәкилдәре, эксперттар ҡатнаша. Закон сығарыусылар ғәмәлдәге ҡануниәттең наркоманияны һәм алкоголизмды иҫкәртеү өлөшөнә анализ яһаған, ғәмәлдәге закон сығарыу нормаларын Рәсәй субъекттарында ҡулланыу практикаһы мониторингы йомғаҡтарын ҡараған.

Депутаттар ил төбәктәрендә алып барылған эштең һөҙөмтәлелеген баһаланы, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Ултырышта ҡатнашыусылар, наркоманияны һәм алкоголизмды иҫкәртеү мәсьәләләрен көйләүсе федераль документ әҙерләргә кәрәк, тигән һығымтаға килә. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев: «Наркоманияның һәм алкоголизмдың халыҡ араһында таралыу проблемаһы социаль бәләгә әүерелде һәм Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлегенә ҡурҡы-
ныс менән янай», - тип билдәләне.
Парламентарийҙарҙың алкоголизм проблемаһына ныҡлап тотоноуы, әлбиттә, ыңғай күренеш. Әммә һѳҙѳмтәле закондар сыҡҡансы, бәйһеҙ алкоголизм сире үҙенең ҡырын эшен тормошҡа ашырып, йәмғиәтебеҙгә, халҡыбыҙға ҙур зыян килтереүен дауам итә. Ауыл-ҡалаларҙа типһә тимер ѳҙѳрлѳк ир-егеттәр, донъя тотҡаһы булырҙай гүзәл заттар хәмер ҡолона әйләнеп, йәшләй генә юҡҡа сыға, һәләк була. Бының менән илебеҙ ҡиммәтле кеше ресурстарын юғалта. Бала мәктәптә уҡыһын, һѳнәр алһын, вуздарҙа белемен камиллаштырһын ѳсѳн ата- әсә, шулай уҡ Хѳкүмәт тә ҙур сығымдар һала.

Аяҡҡа баҫып, үҙе ил терәге һәм киләсәге булаһы урынға, йәш кешенең эскесегә әйләнеп, кешегә бирелгән ғүмерҙе тейешенсә йәшәмәй үлеп китеүе аяныслы. Алкоголдән алыҫ булған кеше генә бѳтә ауырлыҡтарҙы ла йырып сығыу кѳсѳнә эйә. Рәсәйҙе дошман ҡораллы һуғыштарҙа еңә алмаһа ла, үҙебеҙҙәге битлек кейгән, йәғни алкоголизм, наркомания фиғелендәге яуыз яйлап ҡына баҫа бара. Иң ҡурҡынысы — йәш быуындың ошо йәшерен дошман ауына эләгеүе. Әгәр ҙә беҙҙең киләсәгебеҙ булған балаларҙы һаҡлай алмаһаҡ, илдең яҙмышы ниндәй булыры билдәһеҙ. Шуға ла күптән инде был проблеманы Хѳкүмәт кимәлендә хәл итергә ваҡыт.

Хѳрмәтле милләттәштәр, бѳгѳнгѳ хәлебеҙ шәптән түгел! Ауылда ла, ҡалала ла эскелек ныҡлап тамыр йәйә. Ҡайһы ауылды ғына миҫалға алһаҡ та, һәр береһендә әленән-әле эскелек арҡаһында үлеп торалар. Эскән кеше ғаиләһен ҡарарға, яҡындарына ярҙам итергә мал, аҡса тапмаһа ла, араҡы ѳсѳн эшен дә, сәбәбен дә ҡайҙандыр таба. Хатта урлашырға ла, ѳйѳндәге балаһының һуңғы икмәген тартып алырға ла риза ундай әҙәмдәр. 90-сы йылдарҙа ѳйҙән кѳмѳшкә һатыу “модаға” инде. Бѳгѳн дә ошондай юл менән “кәсеп” итеүселәр кәмемәй. Еңел табыш алырға яратҡандарҙы бер ниндәй ҙә административ штрафтар ҡурҡытмай. Әлбиттә, ѳйҙән кѳмѳшкә, суррогат араҡы, техник һәм медицина спирты һатып, ауылдаштарын, яҡындарын, милләттәштәрен ағыулағандарға бер ниндәй ҙә аҡлау ҙа, яҡлау ҙа юҡ. Бындай юл менән байығырға теләгәндәр ваҡыты еткәс, үҙ язаһын да ала, сѳнки уларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында зар илағандарҙың күҙ йәше ебәрмәйәсәк. Әммә кѳн бѳгѳнгѳһѳ менән ҡәҙерле, сѳнки ѳҙѳлгән ғүмерҙәр, селпәрәмә килгән яҙмыштар кире ҡайтмай. Ҡайһы берәүҙәр кешенең ауыҙына йығып тигәндәй ҡойоп, дѳрѳҫ юлдан упҡынға этәрергә тырыша. Үҙҙәре генә эсеүҙәре етмәгән, башҡаларҙы ла ҡотортҡандар аҙым һайын. Һиңә яҡшылыҡ теләгән кеше бер ваҡытта ла эсергә ѳгѳтләмәйәсәк.

Ауылдарҙа эшһеҙлек, донъя кѳтѳү былай ҙа еңелдән түгел, шуға ѳҫтәп тормоштарын артҡа тәгәрәтеп, эсеп йѳрѳү үҙе үк араҡының аңды томалауы тураһында һѳйләй. Яңыраҡ күрше районда 45 йәшлек ир суррогат араҡы эсеп, комаға китә һәм аңына килмәйенсә һәләк була. Уның ҡатыны һәм бәлиғ булмаған ѳс балаһы етем ҡалды. Туҡтауһыҙ эсеп, айныға алмай, йѳрәктәре хәлһеҙләнеп, йә бауырҙары эшләүҙән туҡтап күпме кеше үлә?! Легаль булмаған араҡының күпләп һатылыуы арҡаһында ил иҡтисады ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Был процесс һуңғы 20 йылда үҫә бара. Әлеге ваҡытта рәсәйлеләр ҡулланған алкоголдең 65 проценты законһыҙ рәүештә етештерелә.

Был баҙар сәскә ата, сѳнки лицензияһы булмаған алкоголдең хаҡы күпкә осһоҙ. Спиртлы эсемлектәргә хаҡ арттырғандан Рәсәй халҡы әҙерәк эсә башламай шул, ә осһоҙ араҡы алыу юлын эҙләй. Эксперттар иҫәпләүенсә, спиртлы эсемлектәргә хаҡты тѳшѳрѳү һәм эш хаҡын арттырыу легаль булмаған алкоголь баҙарының бѳтѳүенә булышлыҡ итәсәк.
- 2013 йылда Рәсәй халҡы ла Евросоюздағы кеүек кеше башына 12,5 литр спирт эскән тип билдәләнде. Әммә беҙҙә тѳбәктәрҙә уртаса эш хаҡы айына 10 мең һум һәм был суммаға 40 шешә легаль араҡы һатып алырға мѳмкин. Мәҫәлән, француз, немец, йә Евросоюзға ҡараған башҡа берәй илдәге кешенең эшһеҙлек буйынса алған пособиеһына 200 шешә араҡы килә. Ошо тигеҙһеҙлек арҡаһында йәшерен баҙар үҫә, - ти Федераль һәм тѳбәк алкоголь баҙарын тикшереү үҙәге генераль директоры Вадим Дробиз.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы лицензияһыҙ алкоголь эсемлектәрен етештергән һәм законһыҙ әйләнешкә индергән ѳсѳн яуаплылыҡты арттырыу буйынса закон проекты әҙерләгән. Проектҡа ярашлы, РФ Енәйәт кодексында 171.3-сѳ статья (Тейешле лицензияһыҙ этил спирты, составында алкоголь һәм спирты булған продукцияны законһыҙ етештереү йәки әйләнешкә индереп,
һаулыҡҡа зыян һәм башҡа ауыр эҙемтәләр килтергән ѳсѳн) барлыҡҡа киләсәк. Был статьяла 2-3 млн. һум штраф һалыу, йәки 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү һәм 1 млн. һумға тиклем штраф һалыу язаһы тәҡдим ителә. “Айырыуса ҙур күләмдә” лицензияһыҙ алкоголь эсемлектәр етештергән һәм законһыҙ әйләнешкә индергән ѳсѳн 4-5 млн. һум штраф йәки иректән мәхрүм итергә, йәки алты йылға мәжбүри эштәргә йәлеп итергә тәҡдим итә был законды әҙерләүселәр.

Әлеге ваҡытта РФ Ад- министратив тәртип боҙоуҙар кодексының 14.17-се статьяһының ѳсѳнсѳ ѳлѳшѳ буйынса, лизензияһыҙ алкоголь етештергән ѳсѳн 200-300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ауыл хужалығы министрлығы был штрафты 500-700 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта законһыҙ юл менән араҡы (РФ КоАП-ының 14.2-се статьяһы буйынса) һатыусы ѳсѳн - 2 мең һум, ойошма ѳсѳн 40 мең һум штраф ҡаралған. Тәҡдим ителгән яңы закон проекты лицензияһы булмаған спиртлы эсемлекте һатҡан һатыусыны айырым яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙ уңында тота: продукцияны конфискациялау, 10-15 мең һум штраф һалыу. Шулай енәйәт кодексына яңы статья ѳҫтәп, алкоголь продукцияһын законһыҙ һатҡан ѳсѳн 50-80 мең һум штраф йәки 1 йылға тиклем холоҡ тѳҙәтеү эштәренә йәлеп итергә тәҡдим итә был закон проектын әҙерләүселәр. Спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенән ил бюджеты ҡаҙнаһы ла ҙур юғалтыуҙар кисерә, алкоголь продукцияһы конкурентлыҡ һәләтен юғалта, алкоголь баҙарында етди тәртип боҙоуҙарға алып килә, тип белдерәләр РФ Ауыл хужалығы министрлығында.

Был закон проекты ҡабул ителһә, күптәр ҡырын эштәренән баш тартасаҡ тигән ышаныс тыуа. Әммә закондың нисек эшләүе, тәү сиратта, тәртип һаҡлау органдарының үҙ эшенә нисек ҡарауына ҡайтып ҡаласаҡ. Бер ваҡыт участка уполномоченныйына: “Ауылығыҙҙа суррогат араҡы һатыусылар күп, тип ялыу килде, берәй сара күрмәҫһегеҙме?” - тип мѳрәжәғәт иткәйнек. Унан: “Юҡ, бер нәмә лә эшләй алмайым. Мин унда ѳй тѳҙѳйѳм, ут тѳртѳп китһәләр...” - тине. Әлбиттә, полиция сафында ошондай хеҙмәткәрҙәр эшләһә, ѳйҙән һәм кибеттәрҙән ялған араҡы, кѳмѳшкә, спирт һатыусылар бер ваҡытта ла кәмемәйәсәк. Законға хеҙмәт итәм, тип эшкә урынлашҡан тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәренең үҙ бурысын намыҫ менән үтәүе бѳгѳн мѳһим. Алкоголизм йәмәғәт сиренә әйләнгән икән, тимәк, беҙ уға йәмәғәтселек менән ҡаршы кѳрәшергә тейешбеҙ.

Был йәһәттән республикала ойошторолған “Айыҡ ауыл” акцияһы ҙур эш башҡара. Ошо сара ауылдарҙа был проблеманың нисек киҫкен тороуына муниципаль властарҙың, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итте. Әммә бер тапҡыр ғына үткәрә торған бындай конкурс менән әллә ни ҡыйратып булмай, был эш кѳн дә алып барылырға тейеш. Законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһын таратыусыларға ҡаршы кѳрәштә полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл хакимиәте башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, ветерандар советы, Ағинәйҙәр ҡоро һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ҡатнашырға бурыслы. Ғѳмүмән, йәмәғәт сирен тик бѳтә йәмәғәтселек менән ҡаршы тороп ҡына еңергә мѳмкин. Яңыраҡ мѳхәрририәткә бер апай килеп: “Беҙҙең ауылда Ағинәйҙәр ҡоро ойошторҙолар. Уның составына ѳйҙәренән араҡы һатҡан, шулай уҡ туҡтамай эсеп алған ҡатындарҙың инеүе менән риза түгелмен”, - тине.

“Ағинәйҙәр ҡоро ошондай насар ғәҙәттәргә ҡаршы кѳрәшеүҙе күҙ уңында тота. Бәлки, улар оялып был насар ғәҙәттәренән баш тартыр, араҡы һатмай башлар. Һәр кемгә һайлау мѳмкинлеге бирелергә тейеш”, - тип апайҙы тынысландырырға тырыштым. “Әгәр ҙә урамда эсеп йѳрѳгәндәрен күрһәм, биллаһи, мин уларҙы фотоға тѳшѳрѳп, “Бәйләнештәр” селтәренә һа-ласаҡмын”, - тип янап сығып китте. Беларусь һәм Ҡаҙағстан Республикалары менән таможня союзы тѳҙѳгәндән һуң сауҙа ѳсѳн мѳмкинлектәр киңәйҙе. Ҡаҙағстандан ниндәй генә тауар алып килмәйҙәр хәҙер, бигерәк тә спиртлы эсемлектәрҙе илгә күпләп индерә башланылар. Килтерелгән араҡыны күп осраҡта ѳйҙән, йә магазин кәштәләре аҫтынан йәшертеп һатыуҙары, был спиртлы эсемлектәрҙең лицензияһы барлығына шик тыуҙыра. Ошондай араҡыны эсеп ағыуланғандар ҙа артты. Әлбиттә, был темаға бихисап миҫалдар килтерергә, эскелектең ниндәй упҡынға этәреүе тураһында әллә күпме һѳйләргә мѳмкин. Әммә беҙҙең тирә-яҡта барған хәлдәргә күҙ һалғандан һуң, бергәләп һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыттыр, ә уның
юлдары етерлек, ҡуллана белһәң, закондар ҙа бар. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти бит халыҡ мәҡәле.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий