Сермәндә - “Яҙ - 2015” фестивале

Сермән мәҙәниәт һарайында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналған «Яҙ — 2015» район йәштәр фестивале уҙҙы.

Уны Йәштәрҙең ял итеү үҙәге, муниципаль район хакимиәтенең Спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, район мәҙәниәт йорто ойошторҙо. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр алдан уҡ заявкалар бирҙе. Сара йәштәр ижади коллективы һәм айырым башҡарыусылар категорияһында 14 йәштән 18 йәшкә һәм 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелде. Башҡарыусылар үҙ теләге менән тѳрлѳ жанрҙа сығыш яһаны. Матур традицияға әйләнгән фестиваль быйыл алтынсы йыл рәттән ойошторола. Сарала райондың ун ѳс ауылынан йѳҙләп кеше ҡатнашты.

Улар иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гәсә үҙ талантын күрһәтте. Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, фестиваль йылдан-йыл камиллаша, уның географияһы киңәйә, сығыш яһаусыларҙың оҫталығы арта. Сара барышында жюри ағзалары фестиваль талаптарын тулыһынса үтәгән иң яҡшы башҡарыусыларҙы айырым билдәләне. Улар 9 май ҡала Мәҙәниәт һарайында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрамда сығыш яһаясаҡ. Фестивалдең тѳрлѳ номинацияларында еңеүселәр бик күп булды. Бер ҡатнашыусы ла ситтә ҡалманы, уларҙың һәр береһенә муниципаль район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт идаралығының бүләктәре тапшырылды.
Э. ЗЕКРЕНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий