ГӘЗИТ ЯҘМЫШЫ ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДА!

Хѳрмәтле милләттәштәр, “Урал” гәзитен алдырып уҡыусылар! Бына тағы икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы башланды. 14-нән 23 майға тиклем гәзиткә осһоҙораҡ хаҡҡа - 609 һум 60 тингә яҙылып ҡалырға мѳмкин. Гәзит ун кѳн эсендә 67 һум 73 тингә осһоҙая. Артабан хаҡ 677 һум 33 тин буласаҡ.

“Урал” - ижтимағи-сәйәси гәзит. Ул дәүләт гәзите һәм унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә Хѳкүмәтебеҙгә
хеҙмәт итә. Милли баҫмаларҙың барыһы ла Хѳкүмәт тарафынан сығарыла, тимәк, гәзиткә лә хаҡты ул ҡуя. Ижтимағи-сәйәси гәзит үҙ аҡсаһына сыҡҡан реклама гәзите түгел. Уның тѳп маҡсаты - Хѳкүмәттең, Республика Башлығының эшен, дәүләт, социаль программаларҙы, урындағы власть органдарының эшен, милләт-ара мѳнәсәбәттәрҙе яҡтыртыу, дуҫлыҡты һәм ябай хеҙмәт кешеһенең тормошон һүрәтләү, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы, туған телде һаҡлап ҡалыу. Территорияһы буйынса район ҙур булғас, беҙ “Урал”ды тик почта аша яҙҙырабыҙ һәм таратабыҙ.

Редакция үҙе тарата алмай, был ҙур сығымдар талап итә, быға мѳмкинлегебеҙ ҙә юҡ. Шул сәбәпле, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сыға, гәзит яҙҙырған кешеһенә барып етмәй, йә һуңлап бара. Әлбиттә, был юҫыҡта эш алып барыла, урындарҙан шылтыратыуҙар булһа, редакция тиҙ генә был проблеманы хәл итергә тырыша. Үҙ иҫәбенә булһа ла, гәзитте һалып ебәрә. Һеҙҙең дә почта хеҙмәткәрҙәренән “Урал”ды ваҡытында алып килеүен талап итергә тулы хоҡуғығыҙ бар. Бѳгѳн, милли баҫмаларҙың тиражы кәмегән мәлдә, редакциялар ауыр хәлдә ҡала. Эш урындары ҡыҫҡартыла, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы сәбәпле, йәштәр аҡсалыраҡ урын эҙләй. Гәзиттә телем, халҡым тип янған, үҙ һѳнәрен яратҡан кешеләр генә эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа тираж күҙгә күренеп кәмей. Район-ҡалала башҡорттар һанының ҡырҡа кәмеүе лә күҙәтелмәй.

Редакция ла йыл әйләнәһенә райондың һәр ауылында булырға тырыша. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тѳрлѳ мәҙәни сараларға, байрамдарға, һәр ауылдың оҫталары, абруйлы кешеләре, матур ғаилә ҡорған йәштәре, изге башланғыстар һәм башҡа бик күп темаларҙы урынға барып яҡтыртырға тырышабыҙ. Бер ѳлкәне лә, тармаҡты ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ҡала-районда йәшәгән ижад һѳйѳүселәр тураһында яҙабыҙ, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштырабыҙ. Һәр ерҙә гәзит тураһында һѳйләйбеҙ, ѳндәп, ѳгѳтләп, ѳйҙән-ѳйгә лә йѳрѳп яҙҙырабыҙ. Тѳрлѳ акциялар, конкурстар ҙа ойошторабыҙ. Әммә былар бик аҙ һѳҙѳмтә бирә. Хѳрмәтле милләттәштәр! Берәү ҙә беҙгә, үҙ телеңдә сыҡҡан гәзиткә яҙылма, тимәй. Башҡорт телендә сыҡҡан китапты уҡыма, тип тыймай. Беҙ үҙебеҙ яҙылмайбыҙ, уҡымайбыҙ, битарафлыҡ күрһәтеп, бик ҙур сәйәси хата яһайбыҙ.

Шуның менән 1922 йылдан бирле сыҡҡан, республикабыҙҙа иң оло гәзиттәрҙең береһе һаналған, 93 йәшлек тарихы булған башҡорт гәзитен һаҡлап ҡалыр, ярҙам итер урынға, вайымһыҙлығыбыҙ арҡаһында ярҙан этәбеҙ. Милләттәштәр, башҡорт гәзите сит милләт кешеһенә түгел, беҙгә кәрәк. Шуның ѳсѳн күңелегеҙ тѳбѳндә йоҡлап ятҡан башҡортлоҡто, милли той- ғоларығыҙҙы уятыр ваҡыт етте. Үҙ баҫмаларыбыҙҙы үҙебеҙ һаҡлап алып ҡалмаһаҡ, кем һаҡлар! Яҙылайыҡ, рәхәтләнеп уҡыйыҡ. Гәзиттең тиражы беҙҙең халыҡтың берҙәмлеген, дуҫлығын, зыялылығын, белемле, уҡымышлы булыуын күрһәтә. Уның һан яғынан да күрһәткес булыуын иҫтән сығармайыҡ! Ул һеҙҙең турала, һеҙҙең яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ауылдаштарығыҙ тураһында яҙа. Шуны ваҡытында аңлаһағыҙ ине. Барҙы юҡҡа сығарыуы еңел, һуңынан тергеҙеүе ауыр... Бар мѳмкинлектәрегеҙҙе файҙаланып, рухи һәм күңел байлығығыҙҙы туплап, беҙҙең мѳрәжәғәтебеҙҙе ѳйҙән-ѳйгә, бер-берегеҙгә тапшырып, гәзиткә яҙылайыҡ, тираж кәмеүгә юл ҡуймайыҡ. Берҙәм, бергә булайыҡ!
С. МИНҺАЖИТДИНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Оставить комментарий