Кескәйҙәр йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ

Ҡаланың 25-се башҡорт балалар баҡсаһында йәш быуында илһөйәрлек, фронтта һәм тылда ауыр яҙмыш һынауҙарын үтеп, илбаҫарҙарға ҡаршы героизм һәм рухи ныҡлыҡ күрһәткән олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, һалдаттарыбыҙҙы онотмау тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Беҙ хәтерләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ” тип аталған патриотик рухтағы сара үтте.

Байрамға муниципаль район Советы рәйесе Евгений Яковлевич Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Владимировна Саранцева, һуғыш һәм тыл ветерандары, ата-әсәләр килде. Уларға "Тирмәкәй"гә йөрөгән кескәйҙәр, ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҡатнашлығындағы бик матур концерт программаһы тәҡдим ителде. Кисә һуғыш башланған көндө сәхнәләштергән композиция менән башланып китте һәм ул һуғыш йылдарына барып тоташты. Унда ҡәһәрле һуғыш башланыуын ишеткән халыҡтың кисерештәре, хәсрәте һәм яуҙағы һалдаттарҙың ябай бер көнө сағылдырылды.

Ә инде 25-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаеваның Мостай Кәримдең әҫәренән һөйләгән монологы күңелдәргә үтеп инде, туйға һалды. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарының фотоларынан эшләнгән слайдын ҡарап, беҙгә тыныс тормош яулаған халҡыбыҙ ҡаһармандарына ҡарата күңелдәрҙе ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо биләп алды. Тәрбиәселәр коллективы баш- ҡарған йырҙарҙы һуғыш һәм тыл ветерандары күҙ йәштәре аша тыңланы. Уларға ҡарап тулышҡан күңелде, бына-бына күкрәк ситлегенән сығырҙай булып типкән йөрәкте кескәйҙәрҙең дәртле сығыштары тынысландырып, ауыр хистәрҙән арындырып ебәрҙе. Балалар ансамбленең, Заһиҙә Сөләймәнова, Айгүзәл Хоҙайбирҙина, Арҫлан Хөсәйеновтың йырҙары, балаларҙың "Моряктар", "Катюша", биҙрә менән бейеүҙәре, Ислам Әхмәтйәновтың Мостай Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" шиғырын тасуири итеп яттан һөйләүе һәр тамашасыла һоҡланыу тыуҙырҙы. Ысынлап та, кескәйҙәр тарафынан һәр ым, һәр хәрәкәт шул тиклем еренә еткерелеп башҡарылды. Әлбиттә, бында сараны ойошторған балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең, балаларҙың, ата-әсәләрҙең тырышлығы һәм күпме кѳс һалыуы күренә.

Марина Владимировна һүҙ алып, бай йөкмәткеле, ыңғай кисерештәр бүләк иткән байрам өсөн ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе. Артабан сараның төп сәбәпселәре - һуғыш ветерандары Дмитрий Карпович Трофимовҡа һәм Белоретта тыуып үҫкән, әлеге мәлдә Мәскәүҙә йәшәгән Юрий Петрович Матрохинға һүҙ бирелде. Ветерандар утлы яу яланында үткән йылдар тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште һәм матур байрам бүләк итеүселәргә киләсәктә тыныс күк, тыныс тормош теләне. Кисә бергәләп башҡарылған "День Победы" йыры менән тамамланды.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий