Яңы кѳйҙәр солғанышында

Шығай ауылында республиканың көнсығыш райондарында йәшәгән һәүәҫкәр композиторҙарҙың йырҙарын башҡарыу буйынса ≪Алтын ҡәмәр≫ төбәк-ара конкурсы уҙҙы.

Шығайҙа тыуып үҫкән мәшһүр һәүәҫкәр композитор Абдулғәфи Хәлфетдинов призына йыр-моң бәйгеһен Урал аръяғы ижади кѳстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ѳлкәр» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторҙо.
Бындай мәртәбәле конкурстың икенсе йыл рәттән Шығайҙа үтеүе осраҡлы түгел, сѳнки унда халҡыбыҙҙың моң ҡѳҙрәте һеңгән һәм ул беҙгә күпме мәшһүр сәнғәт эйәләре бүләк иткән ер. Шуларҙың береһе Абдулғәфи Хәлфетдинов (1937-1984) - һәүәҫкәр композитор, уның ҡурай менән фортепьяно ѳсѳн пьесаһы башҡорт сәнғәте ѳлкәһендә берҙән-бер әҫәр.

Шулай уҡ «Һин ултыртҡан муйыл», «Алтын балдаҡ», «Сермән яҙҙары», «Һуңлап килдең» һәм башҡа йырҙарын республика артистары башҡара, улар халыҡ араһында ла бик популяр. Композиторҙың ижады бѳгѳнгѳ үҫеп килгән, моң тыуҙырыусы йәш һәүәҫкәрҙәргә үрнәк һәм ѳлгѳ булып тора. Шуға ла «Алтын ҡәмәр» төбәк-ара конкурсы мәшһүр һәүәҫкәр композитор исеменә бағышланды ла инде.
Конкурсты райондың йыр-моң һөйөүселәре араһында популярлыҡ яулаған Таңһылыу Вәхитова башҡарыуындағы Шығай ауылы гимны асып ебәрҙе. Артабан һүҙ дәрәжәле жюри рәйесе, күренекле шағир һәм яҙыусы Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновҡа бирелде.

- Элек-электән һәүәҫкәр композиторҙар классик йырҙар ижад иткән. Шуныһы ғәжәп: халыҡ музыканттарының бер ниндәй ҙә махсус музыкаль белеме булмаһа ла, улар яҙған йырҙар мәңгелек булып ҡалған. Хатта сит ил музыка белгестәре халыҡ кѳйҙәренең шул тиклем камил булыуына хайран ҡала. “Урал”, “Буранбай”, “Сибай” кеүек оҙон кѳйлѳ халыҡ йырҙарын хәҙерге композиторҙар ни ѳсѳндѳр яҙмай, әлбиттә, йырҙар тыуып тора, әммә улар бер нисә йыл йәшәй ҙә онотола, юҡҡа сыға.
Ә боронғо халыҡ сәсәндәре, композиторҙар сығарған йырҙар нисәмә быуаттар буйына камил музыка ѳлгѳһѳ булып ҡала килә. Шуға күрә композиторҙарҙы үҙешмәкәр һәм профессиональ тѳркѳмгә бү-леп ҡарау шартлы рәүештә. Мәҫәлән, ҡайһы бер һәүәҫкәр композиторҙарҙың йырҙарын халыҡ шул тиклем яҡын, үҙ итеп ҡабул итә. Абдулғәфи Хәлфетдинов ябай халыҡтан сыҡҡан һәүәҫкәр булыуына ҡарамаҫтан, “Һин ултыртҡан муйыл” йырын Силәбе, Ырымбур ѳлкәләрендә лә, республиканың башҡа райондарында ла ишеткәнем бар.

Тимәк, уның йырҙары халыҡ күңелендә, халыҡ йѳрәгендә урын тапҡан. Ул да Заһир Исмәғилев, Хѳсәйен Әхмәтовтар кеүек профессиональ композитор булып китер ине, тик ваҡытында уҡыу етмәгән. Әммә таланты, тәбиғәттән бирелгән һәләте уға ҡабатланмаҫ кѳйҙәр ижад итергә ярҙам иткән. Халыҡ араһында шуның кеүек таланттарҙы табыу - беҙҙең маҡсат та инде. Әбйәлил, Баймаҡ, Сибай, Белорет яҡтарында һәүәҫкәр композиторҙар байтаҡ. Киләсәктә был конкурсты тѳбәк-ара ғына түгел, ә республика кимәленә сығыуын күрергә теләр инем, - тигән фекерен халыҡҡа еткерҙе. Унан сәхнә түренә сиратлап, һәләтен һынарға килгән кон- курсанттар сыҡты. Һәр береһе иң һәйбәт ике әҫәрен тәҡдим итте - йырҙарын да үҙҙәре башҡарҙы. Ижадта ышаныслы аҙымдар яһаған, тәрән хис-тойғо менән һуғарылған, тыуған ергә, изге йортҡа, атай-әсәйгә, хеҙмәткә, һөйөүгә, бәхетле тормошҡа, дуҫлыҡҡа дан йырлаған йыр авторҙары сығышы конкурсты баһалаусыларҙың да, залдағы халыҡтың да күңеленә хуш килде. Тыңлаусыны улар йыры йә һағышҡа һалды, йә ҡанатландырҙы, дәртләндерҙе, бейеклеккә күтәрҙе. Был матур сәнғәт бәйгеһендә «Ѳлкәр» башҡорт мәҙәни үҙәге яңы көйҙәр солғанышына сумды.

Конкурсты әҙәбиәт, мәҙәниәт ѳлкәһендәге белгестәрҙән торған жюри баһаланы. Уның рәйесе, 20 китап авторы, Урал аръяғы ижади кѳстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәүлит Ямалетдинов, «Ҡуңыр буға» берләшмәһе тѳбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Мәүлит Кәримов, район-ҡала мәҙәниәт идаралығының ѳлкән методисы Фәнисә Шәрәфетдинова, Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Идиәтуллина конкур-санттарҙың һәләтен, ынты-лышын ғына асыҡлап ҡалманы, ә ошондай бәйгеләрҙең талантлы йәштәрҙең үҫешенә, яңы исемдәр асыуға булышлыҡ итеүен билдәләп үтте. «Тағы шуны әйтке килә: йырҙың яҙмышы, халыҡ күңеленә инеп таралыуы тик йырҙың үҙенән генә тормай - уны башҡарыу, еренә еткереп йырлау мөһим.
Шуға күрә ҡайһы бер һәүәҫкәр композиторҙар яҙған йырҙарын йырсыларға бирһен ине», - тигән
теләген йәштәргә еткерҙе Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы.

Бәйгенең ниндәйе генә булмаһын, ул һәр ваҡыт үҙенең еңеүселәрен асыҡлай, баһаһын бирә. Был юлы ла жюри ағзалары ғәҙеллек күрһәтеп, үҙ һүҙен, фекерен әйтте.
Аҙналынан Илнур ӘХМӘТШИН (һүрәттә уңдан беренсе) I урын яулаһа, Шығайҙан Лира ХӘЙРУЛЛИНА II урынға лайыҡ булды. III урынды Хѳсәйендән Даян ФӘТКУЛЛИН алды. Еңеү-селәр диплом һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусы, алып барыусы Сәғирә Шәрәфетдинова конкурсты йомғаҡлап, конкурсанттарға уңыштар теләне, сараны ойоштороуҙа матди яҡтан ярҙам күрһәткән Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгиз Мусинға оло рәхмәтен еткерҙе. “Кеше ниндәй генә талантлы булмаһын, йыр ижад итеү, моң тыуҙырыу еңел хеҙмәт түгел. Уның ѳсѳн ваҡыт, илһам талап ителә. Шуға күрә артабан һәүәҫкәр композиторҙар тѳбәк-ара конкурсын ѳс йылға
бер үткәрергә тигән ҡарарға килдек. Үҙебеҙҙең тѳбәктәге таланттарҙы асырға, күтәрергә ярҙам иткән бѳгѳнгѳ мәртәбәле сарабыҙ киләсәктә юғалып ҡалмаһын, артабан беҙҙең йолаға әйләнеп, мәшһүр һәүәҫкәр композиторыбыҙ — Абдулғәфи Хәлфетдиновтың исемен мәңгеләштереүгә булышлыҡ итһен ине”, - тип ауылдаштарын халҡының патриоты булырға саҡырҙы Сәғирә Сабирйән ҡыҙы.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий