ЙӘШ СӘСӘНДӘР - БЕЛОРЕТТА

Үткән аҙнала ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләүселәр конкурсының тѳбәк этабы үтте.

Сарала Бѳрйән, Архангел, Әбйәлил, Ғафури, Учалы, Белорет райондарынан эпосты иң яҡшы һѳйләгән, ѳҙѳк сәхнәләштергән 30 уҡыусы ҡатнашты. Йылдан-йыл йәш сәсәндәр конкурсы йѳкмәткеһе, бирелеше менән дә тѳрлѳләнә, байытыла бара. Хәҙер уҡыусылар һѳйләү менән генә сикләнмәй, милли музыка ҡоралдарын файҙалана, йырлап та ишеттерә. Һәр баланың үҙ һѳйләү стиле, үҙ нескәлектәре, үҙ илһамы. Шуға ла жюриға иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән түгел. Эпосты яттан һѳйләүселәр араһында Учалы районы Мулдаҡай мәктәбенең X класс уҡыусыһы Зарема Әминева “Урал батыр” эпосын тулыһынса (4500 юлды) ятлаған, думбыра, ҡумыҙҙа ла уйнаны. Жюри бер һүҙҙән һәләтле ҡыҙға I урынды бирҙе. Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Таһир Кусимов исемендәге гимназияның VIII класс уҡыусыһы Нурзилә Мѳлѳкова эпостан 3000 юл ятлап килгән. Ул үҙенең сығышын ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары менән биҙәне.

Нурзилә II урынға лайыҡ булды. III урынды Архангел районы Архангел ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Урал Йосопов алды. Бик һәләтле, баҫҡан урынында ут сығарып торған егет VII класта белем ала. Ул эпостан 1600 юлды яттан белә, шулай уҡ ҡумыҙҙа ла уйнай. “Урал батыр”ҙы сәхнәләштереү — үҙе бер сағыу тамаша. Йәш артистар был конкурста ла һынатманы. Ә шулай ҙа учалылар был юлы ла I урынды үҙҙәрендә ҡалдырыуға иреште. II урынға бѳрйәндәр лайыҡ булды. III урынды ҡаланың лицей-интернат уҡыусылары яуланы. Призлы урын яулаған уҡыусылар июлдә Бѳрйән районында үтәсәк республика конкурсында сығыш яһау мѳмкинлеген алды.
Р. МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий