ХАЛЫҠ МӘНФӘҒӘТЕНӘ ЭШЛӘЙҘӘР

Мунициаль район хакимиәтенең ҙур залында Урындағы үҙидаралыҡ органдарының байрамына арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы.

Советы һәм муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм белгестәре, эштәр идарасылары, муниципаль хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Уларҙы муниципаль район Советы рәйесе Е. Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Сермән ауыл хакимиәте башлығы А.З. Әйүпов, Тимер юл ауыл хакимиәте башлығы О.В.Борисенко, ҡала биләмәһе Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина, загс бүлеге начальнигы И.С. Хлынова ҡотланы. Сара барышында Е.Я. Карепанов, В.Г. Миронов бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Муниципаль берәмектәр ас- социацияһының һәм муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

Владислав Миронов сығышында урындағы үҙидаралыҡ органдарының эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне һәм был өлкә хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән ҡайнап, уртаҡ тел табып эшләүен, төрлө проблемаларҙы уңышлы хәл итә белеүен билдәләне. Нәҡ уларҙың тырышлығы, ныҡышмалығы арҡаһында районыбыҙ үҫешенә һәм киләсәгенә ҙур ѳлѳш индерелә, тине ул. Кадрҙар менән тәьмин итеү анализы күрһәтеүенсә, 2015 йылдың 1 ғинуарына Белорет муниципаль районында 222 муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Шуларҙың 175-е (78,8 процент) - ҡатын-ҡыҙ, 47-һе — (21,2 процент) ир-егет. 147 хеҙмәткәр (66,2 процент) юғары белемгә, 17-һе ике юғары белемгә, 55-е (24,7 процент) урта
һөнәри белемгә эйә.

Бѳгѳн муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең белем кимәлен күтәреү ҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһе һанала. Ошо йәһәттән былтыр 38 муниципаль хеҙмәткәр төрлө йүнәлештә үҙ оҫталығын камиллаштырған.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий