МАЛ ҠЫШЛАТЫУ ҺӘМ КѲРСѲК

Улар нисек итеп ҡыш сыҡты һуң һәм киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй? Крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәренә беҙ ошондай һорау менән мѳрәжәғәт иттек. ҠАҺАРМАН ауылындағы крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Биктимер Тѳлкѳбай улы ҒӘЛИН:

- Мал имен-аман ҡышланы, аҙыҡ та етерлек булды. 1300 тонна сенаж, 5350 центнер бесән әҙерләнгәйне. Беҙҙең хатта запас бесән, силосыбыҙ ҡала. Мал аҙығын әҙерләүҙә тырышлыҡ күрһәткән Ришат Ирғәлин, Радмир Хафизов, Роберт Солтанов, Шәрәфетдин Сафиуллинға, мал ҡараусылар Фәиз Моратшинға, Садиҡ Ҡужаковҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Әлеге ваҡытта Роберт Солтанов менән Шәрәфетдин Сафиуллин тырышып эшләйҙәр. Бѳгѳнгѳ кѳндә хужалыҡта 207 һыйыр малы, 47 ат иҫәпләнә. Эштәр ал да гѳл бара тип әйтеп булмай, әммә тырышабыҙ инде. Әле һѳт арта.

Кѳрсѳк беҙгә лә тәьҫир итте, әлбиттә, әммә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Быйыл техниканы яңыртып булмаҫ, ахыры. Былтыр йәшел массаға кукуруз, һоло сәскәйнек, быйыл да һоло үҫтерергә уйлайбыҙ. Үләнде даими рәүештә яңыртып торабыҙ. Уҙған йыл 150 гектарҙа үлән сәскәйнек, быйыл 60 гектар бесәнлекте яңыртабыҙ. Яғыулыҡ кѳҙгә тиклем етерлек. Хѳкүмәт яғынан ярҙам бар, әммә документтар тултырыу процедураһы шул тиклем ҡатмарлы. Ергә документ алыу ҡыйынлашты. Ә яҙҙан алып кѳҙгә тиклем ундай эштәр менән шѳғѳлләнергә мѳмкинлек тә юҡ. Исмаһам, пай ерҙәренә документ эшләү ябайлаштырылһын ине. Тѳрлѳ дәүләт учреждениеларына, банктарға йѳрѳүҙәр ялҡытып та китә, яҡын ара түгел бит. Башҡалар ѳсѳн дә яуаплы булғас, йүгерергә тура килә.

ҮТКӘЛ ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рѳстәм Ғәни улы МѲХӘМӘТДИНОВ:
- Ҡышты имен-аман ғына сыҡтыҡ, аҙыҡ етте. Кѳрсѳктѳң йоғонтоһо беҙгә лә теймәй ҡалманы. Орлоҡ, ашламалар, яғыулыҡ ҡыйбатланды, әммә беҙ һѳттѳң хаҡын арттырманыҡ, сѳнки кешенең аҡсаһы юҡ икәнен беләбеҙ. Һыйыр малын 10 процентҡа арттырҙыҡ. Яңы йылға тиклем иттең килоһын 180 һум менән генә һатып бѳткәйнек, йыл башынан иткә хаҡтар артып китте. Нимә булырын алдан белеп булмай бит. Шулай ҙа кѳрсѳктән ҙур зыян күрҙек тип әйтеп булмай. Беҙ бит доллар менән эш хаҡы алмайбыҙ. Сәсеүлеккә кѳҙҙән һѳрѳлгән ерҙәр бар, орлоҡ алдыҡ, кѳндәр һәйбәтләнеү менән баҫыуға сығабыҙ. Фуражға арпа сәсергә уйлайбыҙ. Былтыр кѳҙ 45 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сәстек. Йәшелсә ѳсѳн теплица эшләнек, үрсетмә ултырттыҡ та инде. «Ғаилә һѳтсѳлѳк фермаһы» программаһында ҡатнашырға заявка бирҙек, шуның һѳҙѳмтәһен кѳтәбеҙ.

БОҒАНАҠ ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Тамара Анатольевна АРАКЧЕЕВА:
- Ҡышты юғалтыуһыҙ сыҡтыҡ, әммә мал аҙығы яныуҙан сифатын юғалтты, шуға ла һѳт әҙ. Етмәһә, саранчанан зыян күрҙек, баҫыуҙарҙан уңыш әҙ йыйылды. Кѳрсѳк тә беҙҙе ситләп үтмәне. Шуға ла һыйыр малын кәметергә тура килде. Кѳрсѳк арҡаһында быйыл сәсеү эштәренә тотонмаясаҡбыҙ. Шулай ҙа баҫыуҙы тырмата башланыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡыш буйына аҡса йыйып булманы, сѳнки кѳтѳлмәгән сығымдарға юлыҡтыҡ.

РАЙОНЫБЫҘҘА крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының әҙ булыуына ап- тырарлыҡ түгел, сѳнки күптәрҙе документтар юллау, тѳрлѳ дәүләт органдары тарафынан тикшереүҙәр һәм отчет биреү ҡурҡыта. Ауыл кешеһе ҡағыҙҙар менән эш итеүҙе яратмай. Уға бары эш булһын һәм эшләргә ҡамасауламаһындар.
Зѳлфирә СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий