Һѳнәри оҫталыҡ ѳсѳн

21 апрелдә Урындағы үҙидара кѳнѳ уңайынан, ≪Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге≫ конкурсына йомғаҡ яһалды. ≪Урал≫ гәзите хәбәрсеһе Эльза Әнәс ҡыҙы МѲХӘМӘҘИЕВА ≪Урындағы үҙидара үҫеше мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы журналист≫ номинацияһында II урын яуланы. Диплом Ѳфѳлә Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында тантаналы йыйылышта тапшырылды.

Муниципалитеттарҙың йыл һайын үткәрелә торған ярышы 10 номинациянан торҙо. Унда Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ республиканың матбуғат баҫмалары һәм телерадиокомпания журналистары ҡатнашты. Эльза Әнәс ҡыҙының ауыл
хакимиәттәренең кѳнүҙәк мәсьәләләрен, актуаль проблемаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре еңеүгә лайыҡ булып, гәзитебеҙҙең мәртәбәһен арттырҙы. Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов ҡултамғаһы ҡуйылған Диплом һәм 30 мең һум аҡсалата бүләк алыу коллегабыҙҙың ныҡыш хеҙмәтенең оло баһаһы булды. Эльза Әнәс ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Артабан да эшендә уңыштар, ижади бейеклектәр теләйбеҙ.
«Урал» гәзите мѳхәрририәте.
Оставить комментарий