Ҡаһармандар ата-бабаларын онотмай

Һуғыш йылдары алыҫлашһа ла, яралар бер ҙә уңалмай, киреһенсә, тағы ла тәрәнәйгәндәй тойола. Илебеҙҙең тѳп байрамы кеүек халыҡтың Еңеү кѳнѳн байрам итеүе лә ошо хаҡта һѳйләй. Ҡаһарман ауылы халҡы ла Бѳйѳк Еңеүгә тос ѳлѳш индергән.

Оло байрамға әҙерлек ваҡытында ҡаһармандар ҡәһәрле һуғышта башын һалған, иҫән ҡайтҡан ир-егеттәрен әле булһа ла юҡһынып, улар иҫтәлеген мәңгеләштереү ѳсѳн барыһын да эшләргә тырышты. Ауыл халҡы күмәкләшеп аҡса йыйҙы, шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар, ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ярҙам итте.

Шулай итеп, бары тик үҙ кѳстәре менән тейешле сумманы йыйғас, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исеме яҙылған обелиск эшләттеләр. 8 май ауыл мәҙәниәт йортонда бай йѳкмәткеле концерт булды. Бѳйѳк Еңеү кѳнѳндә тәүҙә автоколонна булып теҙелгән 20-нән ашыу автомобиль ауыл буйлап үтте. Алдан барған йѳк машинаһында йәш егеттәр, һуғыш ваҡытындағы хәрби кейемдәр кейеп, ауыл халҡын бер мәлгә алыҫ тарихҡа алып ҡайтты. Улар артынса “Үлемһеҙ полк” колоннаһы уҙҙы.

Яңы обелиск мәсет эргәһенә урынлаштырылған. Тантананы асып, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Хәлит Нафиҡов сығыш яһаны. Ауылдың аҡһаҡалы Ҡасим Нафиҡов ауылыбыҙҙа һуғыш йылында булған ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Шулай уҡ мәктәп директоры Вадим Моратшин, ауыл Советы депутаты Суфиян Ишмѳхәмәтов, ауыл старостаһы Эльзира Ғәлина, эшҡыуар Самат Мусин телмәр тотоп, ярҙам иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Ә инде обелискыны асыуҙы аҡһаҡалдар Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡов менән Бѳйѳк Ватан һуғышы тамамланған йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған
һуғыш ветераны Сәләхетдин Хѳснѳтдин улы Ғәзизовҡа тапшырҙылар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре һалдат бутҡаһы менән һыйланы.

Мәктәп биләмәһенә ағас ултыртыу ойошторолдо. Обелискыны урынлаштырыуҙы ойош- тороуға Эльзира Ғәлина менән Самат Мусин ҙур кѳс һалған. Ә инде уны ултыртыу, әҙерләү эшендә уларға Суфиян Ишмѳхәмәтов, Айҙар һәм Азат Аҫылбаевтар, Вадим Ғәзизов, Ғәзим Ғиззәтуллин, Вадим Моратшин, Салауат һәм Дим Мѳхәмәтдиновтар, Рәзим Ғиззәтуллин, Юнир Бикташев, Вилнур Ғибадуллин, Марат Аҫылбаев, Дим Мусин, Фәнүр Ғибәдәтов әүҙем ҡатнаша. Май байрамдарына әҙерләнгәндә ауылда тѳҙѳкләндереү эштәре лә барҙы.

Мәжит Ғафури урамындағы һыу колонкаһы баҡсаһын Мәүлит Нәжметдинов яңыртты, был эштә уға Сәлимйән Хафизов ярҙамлашты. Зыярат эргәһендәге ауылдың ҡото булған йѳҙйәшәр ҡарағайҙы Самат Мусин, Зариф Шакиров, Тимур Хәйруллин, Даян Мѳфтәхетдинов, Марат Солтанов матур итеп кәртәләп ҡуйҙы. Тѳҙѳлѳш материалдарын «Р.К. Мусина» крәҫтиән-фермер хужалығы бирҙе. Шулай итеп, ҡаһармандар Бѳйѳк
Еңеүҙе лайыҡлы ҡаршылап, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе. Киләсәктә лә шулай берҙәм, татыу булһындар. Берҙәмлектә бит кѳс.
Рәмилә ХѲСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий