“БӘХЕТ ОСОН КҮП ТӘ КӘРӘКМӘЙ”

Һәр бала үҙ ризығы һәм бәхете менән тыуа, тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. 1965 йылда Исмаҡай ауылында йәшәгән Хәмиҙә Йосоп ҡыҙы менән Мѳжәүир Таип улы Иҙрисовтарҙың кинйәбикәләре - Ғәзизә тыуғанда ла күктәге илаһи кѳс, фәрештәләр был балаға бәхет юрағандыр.

Ысынлап та, Ғәзизә бала саҡтан апай- ағайҙарының наҙына, иғтибарына тѳрѳнѳп, иркә, еңмеш, үҙ һүҙле булып үҫә. Шул уҡ ваҡытта тѳпкѳл ауылда ты- уып үҫеү уны сыныҡтыра, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй торған сифаттар тыуҙырып, эш һѳйѳүсән итеп тәрбиәләй. Бала саҡтан спортты ярата, бигерәк тә саңғы күңеленә яҡын була. Ғәзизә ауылдағы VIII йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, IX класҡа Сермән мәктәбенә бара. Унда ул Аҙналы ауылынан һомғол буйлы, алсаҡ, сос Хәниф Игеҙәк улы Әхмәтшин менән таныша. Был осрашыу уларҙың киләсәк яҙмышын хәл итә. Ғәзизә бер йылдан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Буласаҡ тормош иптәше Хәниф Игеҙәк улын армияға оҙатып, кѳтѳп ала. 1985 йылда ҡулына диплом алған йәш уҡытыусыны Борай районы Таңатар ауылына юллама буйынса эшкә ебәрәләр. Бер йылдан һуң Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы Хәниф Игеҙәк улына кейәүгә сығып, Аҙналы ауылына уҡытыусы булып эшкә килә. Шулай итеп, 1986 йылдан ул ауыл мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Бер аҙҙан Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп белем ала. Ә инде 2013 йылда Аҙналыла Тимер юл ауылының филиалы итеп асылған балалар баҡсаһы филиалына тәрбиәсе булып эшкә күсә. Мәктәпкәсә йәштәге тѳркѳм иртәнге сәғәт 8-ҙән тѳшкѳ 1-гә тиклем эшләй. Әлеге ваҡытта унда 21 бала йѳрѳй.
Инде тәжрибә туплап ѳлгѳргән Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы ѳсѳн мәктәптән балалар баҡсаһына күсеп эшләп китеүе ауыр булмай. Бында һәр байрамды матур итеп ойошторалар. “Ҡайһы бер ата-әсәнең мәктәпкә тиклем баланы тәрбиәләү, балалар баҡсаһына йѳрѳтѳү ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлап етмәүе үкенесле. Был тѳркѳмдѳ булдырыу социаль әһәмиәткә эйә, сѳнки балалар режимға ѳйрәнә, үҙ-ара дуҫлаша, аралаша, күмәк кеше араһында үҙҙәрен тоторға, сығыш яһарға ѳйрәнә.

Мәктәпкә әҙерлеккә айырыуса иғтибар бирәбеҙ, аппликация эшләргә, һүрәт тѳшѳрѳргә ѳйрәтәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл “Шиғыр һәм проза аша һуғыш тураһында” тигән конкурста беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ҡала балалары менән тиң сығыш яһап, рус телендә шиғыр һѳйләп, алты йәшлек Нәркизә Кашапова - I, Илүзә Мѳхәмәтйәнова II урын яуланы. Балалар баҡсаһына түләү әллә ни күп түгел, айына 100-150 һум тура килә, ә күп балалы ғаиләләрҙән булғандар бѳтѳнләй бушлай йѳрѳү мѳмкинлегенә эйә”, - ти Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы. Әхмәтшиндарҙың татыу ғаиләһе ѳс бала тәрбиәләп үҫтерә. Оло улдары Айҙар Белорет металлургия колледжын тамамлап, әле Ѳфѳлә һѳнәре буйынса эшләп йѳрѳй.

Инде үҙе лә ғаилә ҡорған. Уртансы улдары Илдар ҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында энергетикка уҡый. Кинйәбикәләре Ғәлиә Белорет металлургия колледжында иҡтисадсы һѳнәрен үҙләштерә. Ата-әсәһенә оҡшап, балалары ла спортты ярата: Илдар грек-рим кѳрәше буйынса уңышлы сығыш яһай, Ғәлиә еңел атлетиканы үҙ иткән. Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы ла саңғынан айырылмай. Хәниф Игеҙәк улы хеҙмәт юлын тимер юлында башлай, һуңынан оҙаҡ йылдар колхозда бригадир була. Колхоз тарҡалғас та ул юғалып ҡалмай, үҙ фермер хужалығын аса. Киләсәктә эре мал үрсетергә йыйына, ошо маҡсатта быйыл тоҡомло башмаҡтар алған. Хәниф Әхмәтшинды ауылдаштары ла хѳрмәт итә, шуға ул 20 йылға яҡын ауыл Советы депутаты булып тора, әлеге ваҡытта
һайлау комиссияһы рәйесе.

- Иремдең холҡо тыныс. Үҙемде лә, эшемде лә аңлап ҡабул итә, ярҙамлаша. Балаларға ла һәр саҡ яҡшы мѳнәсәбәттә. Беҙҙең ѳйҙә эш айырыу тигән нәмә юҡ, бер- беребеҙгә ярҙам итеп, кем ѳлгѳрә, шул алдан эшләп тә ҡуя. Аллаға шѳкѳр, тормош иптәшемдән уңдым. Был тормошта һине аңлаған, яратҡан тормош иптәшеңдең булыуы, балаларыңдың һине ҡыуандырып тороуы үҙе оло бәхет ул. Бәхет ѳсѳн күп тә кәрәкмәй, - ти Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы.
Үҙ эшенә күңелен һалып эшләгән педагогтың Маҡтау ҡағыҙҙары ла күп, яңыраҡ уға үҫеп килгән быуынды лайыҡлы тәрбиәләгәне ѳсѳн район Советының Маҡтау ҡағыҙын тапшырғандар. Бындай ышаныс һәм иғтибарҙы Ғәзизә Мѳжәүир ҡыҙы ки-ләсәктә лә аҡлар һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә тағы ла ҙур ѳлѳш индерер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий