Бизнес - кѳслѳләр эше

Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙе эшҡыуарҙарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың эшмәкәрлеген, ҡатнашлығын һәр өлкәлә күрәбеҙ һәм тоябыҙ. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән район-ҡалабыҙҙың иҡтисади, социаль өлкәһе үҫешенә тос өлөш индерелә. Ҙур уңыш яулаған эшҡыуарҙар эш биреүсе булараҡ ҡына түгел, тауар етештереү, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ла юғары әһәмиәткә эйә.

Әлбиттә, барыһы ла эшҡыуар булып китә алмай. Уның үҙенең айырым нескәлектәре һәм ҡағиҙәләре бар. Уңышлы эшҡыуар булып, үҙеңә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтереү өсөн ҡаты баҙар ҡанундарына һәм талаптарына яраҡлашып, иртәнән кискәсә эшләргә лә эшләргә тура килә. Бөгөн эшҡыуарлыҡ үҫешмәгән, улар менән хеҙмәттәшлек итмәгән бер генә төбәк тә юҡтыр. Беҙҙең муниципаль районда ла, етәкселек, халыҡ менән уртаҡ тел табып, район-ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән эшҡыуарҙар бихисап. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө тармаҡта уңышлы эш алып бара.

Ҡалабыҙҙағы ”Уют” тегеү салоны, “Туҡымалар” магазины хужаһы Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарованы ла бына ошондай уңышлы, тырыш эшҡыуарҙар иҫәбенә индерергә була. Резеда Рәфҡәт ҡыҙы хеҙмәт юлын балалар араһында, черчение һәм рәсем дәресе уҡытыусыһы булып башлай. Әммә яҙмыш йом- ғағын һәр саҡта ла үҙебеҙ теләгәнсә генә һүтеп булмай шул. Тормош һынауҙары Резеда Рәфҡәт ҡыҙын да ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел булмаған бизнес өлкәһендә көсөн, сабырлығын самалап ҡарарға мәжбүр итә. Бары тик гүзәл зат булған өсөн генә ниндәйҙер ташламаға өмөт итеп булмай. Шуға күрә, рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, күңеленә ятҡан йүнәлеште тапҡансы, бизнестың төрлө баҫҡыстарын үтергә тура килә уға. Күңеленең зауыҡҡа, матурлыҡҡа тартылыуы һөнәр һайлағанда ғына түгел, эшҡыуарлыҡҡа тотонғас та үҙ юлын табырға ярҙам итә. Башҡаларға ла йәм, матур кәйеф таратыу өсөн төрлө илдәрҙән килтерелгән аллы-гөллө сағыу туҡымалар, тегенеү кәрәк-яраҡтары магазины, ҡорған-селтәрҙәр, шторҙар тегеү салоны асып ебәрә. Аныҡ маҡсат, ҙур тырышлыҡ менән тотонғас, ниәтен уңышлы тормошҡа ашыра ала. Бөгөн уның етәкселегендә 18 ҡатын-ҡыҙ эшләй. Улар араһында үҙ эшенең оҫтаһы булған дизайнерҙар, һөнәре буйынса камиллашҡан тәжрибәле тегенселәр бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла социаль яҡтан яҡлаулы. Декрет отпускыһына китеү-селәргә лә, ауырығандарға ла тейешле эш хаҡы түләнә. Шарттар бөтә талаптарға ла яраҡлы булғанлыҡтан, эш урындары тотороҡло. Яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә юлламалар һәм башҡа төрлө дәртләндереү саралары күрелә. Шуға күрә бында ун йылдан да кәм эшләүселәр юҡ тиерлек. Резеда Рәфҡәт ҡыҙы бағымсылыҡ күрһәтеүҙән дә баш тартмай. Уға Белорет махсус бала йортонан, балалар йортонан, мәктәптәрҙән, мәсеттәрҙән дә ярҙам һорап киләләр. Һәр ҡайһыһына хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырыша ул. Әлеге ваҡытта салон хеҙмәткәрҙәре, «Жәмиғ» мәсетенә бүләк итеү өсөн, ҡорғандар тегеү эшенә тотонған.

Учалы районы Баттал ауылының “Осҡон” балалар бейеү ансамбленә
лә костюмдар тектереү өсөн 80 меңлек тауар бүләк итә. Ғөмүмән, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы бағымсылыҡ ярҙамын күберәк балаларға бүлергә тырыша. Үҙе тыуып үҫкән Ҡобағош ауылындағы мәктәп уҡыусыларын да ситтә ҡалдырмай, улар менән матур бәйләнеш тота. Ауылдаштарының балалары менән өмә уҙғарып, уларға бүләктәр тапшырыуы иһә уның тирә-яҡ мөхиткә битараф булмауы, матурлыҡҡа ынтылыуы хаҡында һөйләй. Зауыҡлы булыуы ихата тултырып, аллы-гөллө сәскәләр үҫтерергә яратыуынан да күренә. Ғинуар айында уҡ ултыртҡан үҫентеләре иртә йәйҙән үк тирә-яҡҡа хуш еҫ биреп, күңелде йәмләп ултыра. Тырыш кеше бар яҡлап та тырыш була, тиҙәр. Ә инде ниндәйҙер өлкәлә айырым уңышҡа өлгәшеү өсөн өлгөр генә түгел, дәртле, сәмле булыуың да талап ителә.

Был сифаттарҙың барыһы ла Резеда Рәфҡәт ҡыҙында бар тип ышаныс менән әйтергә була. Уның эшҡыуарлыҡ өлкәһендә алып барған эшмәкәрлеге муниципаль район хакимиәтенең, рес-публика Хөкүмәтенең бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған, ә инде төрлө саралар ойоштороуға ярҙам иткәне өсөн ойошма-предприятиелар тарафынан бирелгән Рәхмәт хаттарының иҫәбе-хисабы юҡ. Әлбиттә, бар күңелеңде биреп иркенләп эшләү өсөн ғаилә тылының да ышаныслы, матур булыуы мөһим. Был йәһәттән дә арҡаһы ныҡлы, күңеле тыныс Резеда Рәфҡәт ҡыҙының. Тормош иптәше, эшҡыуар Мостафа Копуз менән бер өлкәлә эшләгәнлектән, бер- береһен ярты һүҙҙән аңлап, уртаҡ ҡарашҡа эйә булып йәшәйҙәр. Бөгөн ғаилә бизнесының бер терәге булып торған ҡыҙҙары Гүзәлгә ҙур өмөт бағлап, әсәһе башлап ебәргән бизнесты киләсәктә ул уңышлы дауам итер, тип ышана улар.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий