Бурысты бер кем дә онотмай

Рәсәй Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығының Белорет бүлеге хеҙмәткәрҙәре суд ҡарарҙарын башҡарыу маҡсатында бурыслылар адрестары буйынса кѳн дә рейдҡа сыға. Йыл башынан 276 тапҡыр ошондай сара күрелгән. Үткән аҙнала алимент түләүҙән ҡасып йѳрѳгән атай-әсәйҙәр буйынса үткәрелгән рейдта беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

Тәүҙә Нижнее селение биҫтәһенең Революция урамында йәшәгән алиментсыға барҙыҡ. Ѳйҙә береһе лә юҡ ине. Машина килеп туҡтағанын күреп, күрше йорттан бер ир сыҡты. Суд приставы- башҡарыусы Гѳлсинә Ибраһим ҡыҙы Ғәлимова алиментсының ҡасан ѳйҙә булыуы менән ҡы-ҙыҡһынды һәм: “Үҙе килһен, бланк тултырһын. Әгәр ҙә килмәһә, суд приставтары уны розыскыға бирәсәк. Шулай уҡ 15 тәүлеккә ултыртыуҙары ла ихтимал”, - тип повестка ҡалдырҙы. Был ирҙең беренсе ҡатынынан булған балаға — 450 мең һум, икенсе ҡатындағы балаға 72 мең һум бурысы бар. Ленин урамындағы алиментсының әсәһе генә ѳйҙә ине. 25 йәшлек атаның 58 мең һум бурысы йыйылған.

- Алиментсы йәшәгән ѳйҙәге әйберҙәргә арест һалырға хоҡуғыбыҙ бар. Улығыҙ ҡайтһа, суд приставтарына килһен. Беҙ уға Мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торорға ярҙам итербеҙ, бәлки, эшкә урынлашыр, - тип аңлатты Гѳлсинә Ибраһим ҡыҙы. Кольцевая урамындағы алиментсы матур йортта йәшәй. Ирҙең икенсе ғаиләһе бар, үҙе тѳҙѳлѳш менән шѳғѳлләнә. Уның тәүге ҡатынынан булған балаһына 18 йәш тулған, әммә электән йыйылған 160 мең һум бурысты барыбер түләргә тура киләсәк. Уларға суд приставы алиментты түләргә кәрәклеген аңлатып, повестка ҡалдырҙы.

Сираттағы бурыслының әсәһе генә ѳйҙә ине. 32 йәшлек ирҙе туғандары алкоголизмдан дауалау ѳсѳн махсус уч- реждениеға һалған. Ул ике тапҡыр ѳйләнгән, һәр балаһына ла 120 мең һум бурысы йыйылған. Быйыл дүрт ай эсендә Белорет суд приставтары бүлегенә ҡала-райондан 243 башҡарыу эше килгән, шуларҙың 208-е тамамланған, 273 алиментсы рәсми эшләй. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән 110 кеше бурыстарын ѳлѳшләтә түләп бара. 2015 йылда 20 алиментсыны Мәшғүллек үҙәгенә йүнәлтмә менән ебәргәндәр.

Алиментты ваҡытында түләмәһәң, тиҙ генә буй етмәҫлек булып үҫә лә китә. Әлеге ваҡытта берәүҙең бурысы хатта 840 мең һумдан артҡан. Балалар йортонда балалары булған 66 ата-әсә иҫәпләнә, уларҙың 50 процентын ҡатын-ҡыҙ алиментсылар тәшкил итә. Барыһы ла тигәндәй алимент түләүҙән ҡасып йѳрѳй.

- Яңыраҡ Новобельский ауылындағы алиментсының йѳк автомобилен ҡулға алдыҡ. Әгәр арест һалынған әйберҙең хаҡы 30 мең һумдан артмаһа, бурыслы үҙе һатып, аҡсаһын күсереү хоҡуғына ла эйә. Алиментсыларҙың 70 проценты ҡалала йәшәй. Ауылда торғандарҙың күбеһе ата-әсәһе иҫәбенә кѳн күрә, - ти Гѳлсинә Ибраһим ҡыҙы.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 5965 һум тәшкил итә. Ошо сумманан сығып, эшләмәгән алиментсыға бер бала ѳсѳн - 6727 һум 05 тин, ике бала ѳсѳн - 8969 һум 41 тин, ѳс бала ѳсѳн - 13454 һум 11 тин түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә дүрт һәм унан да күберәк бала булһа, һәр бер балаға 3363 һум 52 тин түләргә тейешһең. Ике ҡатындан балаһы булғандарға, әгәр уларҙың һәр береһе алиментҡа бирһә, бер балаға 4484 һум 70 тин түләү ҡаралған. Хәҙер алиментсылар ваҡытында бурысын түләп барһын ѳсѳн тѳрлѳ саралар күрелә. 64 кеше федераль розыскыға бирелгән. Мәҫәлән, суд приставтары Росреестр, һалым инспекцияһы, банктар, кеҫә телефондары операторҙары менән бергә хеҙмәттәшлек итеп, яуыз алиментсыларға ҡарата тѳрлѳ саралар күрә, иҫәптәренә арест һала. Алимент буйынса бурыстары булғандарға сит илгә сығыу тыйыла. Шулай уҡ даими рәүештә “Асыҡ ишектәр” кѳнѳ үткәрелә. Ошондай сираттағы сара республиканың бѳтә суд приставтары бүлектәрендә 9 июндә кѳндѳҙгѳ сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем ойошторола.

Һәр кем үҙен борсоған һорау менән суд приставтары хеҙмәтенә мѳрәжәғәт итә ала. Алиментсыларға ҡарата закондар йылдан-йыл ҡатылана. Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаттары бурыстары бул-
ғандарҙы автомобиль йѳрѳтѳүҙән тыйыу тураһындағы тәҡдим менән сыҡты. Шуға ла һәр кем уйланһын ине, сѳнки бурысты бер кем дә онотмаясаҡ, уны түләттереү ѳсѳн тѳрлѳ саралар күреләсәк.
Рәмилә ХѲСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий