КѲНСЫҒЫШ БЕЙЕҮҘӘРЕ КҮҢЕЛДЕ АРБАНЫ

Йәкшәмбелә ҡала Мәҙәниәт һарайында «Йондоҙҙар каруаны-2015» тип аталған гала-концерт уҙҙы. Унда «Йондоҙҙар каруаны-2015» кѳнсығыш бейеүҙәре конкурсының еңеүселәре, лауреаттары һәм иң сағыу сығыш яһаған конкурсанттар ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, быйыл «Йондоҙҙар каруаны» кѳнсығыш бейеүҙәре конкурсы алтынсы тапҡыр үтте. Конкурс ҡалала «Нуришамс» (ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә "Ҡояш нуры") студияһы барлыҡҡа килеүе менән бергә уның етәксеһе Алла Карпушова тарафынан ойошторола башланы. Тиҙҙән студияға йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар, балалар бында өйрәнгән бейеү оҫталығын тамашасы алдында һынап ҡарау, үҙ-ара ярышыу мөмкинлегенә эйә булды. «Нуришамс»та шөғөлләнеүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуы, хатта балалар түңәрәге барлыҡҡа килеүе район-ҡалабыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары кѳнсығыш бейеүҙәренә битараф булмауын раҫланы. Шулай уҡ конкурстың да масштабы киңәйҙе, мәртәбәһе артты. Быйыл унда Белорет, Учалы, Ишембай, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан 50-нән ашыу конкурсант ҡатнашты.

Дүрт тсәғәт буйы барған бәйгелә Магнитогорск ҡалаһынан килгән компетентлы жюриға 80-дән ашыу бейеү номеры тәҡдим ителде. Сығыштарҙың һәр береһе профессиональ юғарылыҡта булыуы менән хайран ҡалдырҙы, сәхнә кейемдәренең сағыулығы күҙҙе ҡамаштырҙы. Ә инде Силәбе ҡалаһынан саҡырылған ҡунаҡ, халыҡ-ара кимәлендә танылған музыкант Евгений Стрельниковтың килеүе, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүе һәм бейеүселәрҙе тере музыкаға бейетеүе сараның мәртәбәһен күтәрҙе.

Быйылғы «Йондоҙҙар каруаны-2015» конкурсының еңеүсеһе исеменә 9 йәшлек Әйшә Мостафина (һүрәттә) лайыҡ булды. Әйшә ҡаланың 20-се мәктәбенең кадет класында уҡый, 4 йәшенән «Нуришамс» студияһында шѳғѳлләнә. «Ҡалала «Нуришамс» студияһы кѳнсығыш бейеүҙәре буйынса лидерлыҡ тота. Быны республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар алып ҡайтыуыбыҙ иҫбатлай. Ѳс йыл инде беҙҙең коллектив профессиональ кимәлдә шѳғѳлләнә. Ѳфѳлә, Силәбелә Египеттан килеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр. Беҙ унда ҡатнашып, тәжрибә туплайбыҙ, кѳнсығыш бейеүҙәренең нескәлектәренә тѳшѳнәбеҙ. Ә инде конкурс, гала-концерт сағыу һәм юғары кимәлдә үтте. Унда ҡала Мәҙәниәт һарайы артистары сценарий яғынан оло ярҙам күрһәтеп, концертты йәмләндерҙе һәм йәнләндерҙе»,
- ти студияның етәксеһе һәм конкурстың ойоштороусыһы Алла Карпушова.
Ысынлап та, конкурс ҡына түгел, ә гала-концерт бик матур үтте. Ул “Алладин һәм уның серле шәме” әкиәтенә ҡоролғайны. Йәнәһе, Алладин менән Будурҙың туйына иң һәләтле бейеүселәрҙе һайлайҙар.
Сағыу бейеүҙәр һәм серле әкиәт геройҙары тамашасы күңеленә хуш килде.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий