СИТ ИЛ ГРАЖДАНДАРЫ АҒЫМЫ КӘМЕГӘН

Федераль миграция хеҙмәтенең Баш- ҡортостан Республикаһы буйынса ида- ралығының Белорет ҡалаһындағы бүлегенән белдереүҙәренсә, үткән йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, быйыл биш айҙа район- ҡалаға сит ил граждандары килеүе кәмегән.

Мәҫәлән, былтыр ошо ваҡытта 551 сит ил гражданы миграция иҫәбенә торһа, быйыл 478 сит ил кешеһе килгән. Йыл һѳҙѳмтәләрен сағыштырып ҡарағанда, һуңғы ике йылда күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе күҙәтелә: 2013 йылда 1987 сит ил гражданы теркәлһә, 2014 йылда - 1418. - Был күренеш миграция ҡануниәтенә үҙ- гәрештәр индерелеүенә бәйле, тип иҫәпләйем. 2015 йылдан Рәсәйҙә эшкә рѳхсәт алыу ѳсѳн рус телен һәм Рәсәй тарихын белеүҙе раҫлаған документ талап ителә. Тест үтеү һәм был сертификатты алыу түләүле - 5000 һум тора. Бынан тыш, һуңғы ике йылда миграция хеҙмәткәрҙәре Рәсәй закондарын, теркәү ҡағиҙәләрен боҙғандарҙы илгә индереүҙе тыйыу йәһәтенән әүҙем эшләй. Сит ил граждандарын законһыҙ эшкә йәлеп итеү ниндәй насар эҙемтәләргә килтереүен хәҙер эшҡыуарҙар ҙа, граждандар ҙа яҡшы аңлай, - ти Белорет ҡалаһындағы бүлек начальнигы Урал Солтанов. Илгә килгәндәрҙең 95 процентын яҡын сит ил (Урта Азия) граждандары тәшкил итә. Беҙҙең район-ҡалаға Үзбәкстан граждандары күберәк килә. 2013 йылда Үзбәкстандан 526 кеше килһә, 2014 йылда - 479, ә инде быйыл биш ай эсендә 104 (былтыр ошо мәлгә ҡарата - 146). Икенсе урында Тажикстан граждандары тора: 2013 йылда - 341, 2014 йылда - 304, быйыл биш ай эсендә - 104 (былтыр ошо мәлгә ҡарата - 146). Ҡырғыҙстандан 2013 йылда 132 граждан килһә, 2014 йылда - 117, быйыл биш айҙа - 35 (былтыр ошо мәлгә ҡарата - 56). Ҡаҙағстандан 2013 йылда - 131, 2014 йылда - 116, быйыл биш ай эсендә 31 (былтыр ошо мәлгә ҡарата - 43) кеше килгән. Алыҫ сит илдән килгән граждандар 7 процент тәшкил итә. Улар Башҡортостандан сыҡҡан Германия граждандары, “Азия-Мебель” йәм- ғиәтендә эшләгән Вьетнам халҡы, тағы ла Польша, Чехия, Израилдән килеүселәр ҙә бар. Украинала барған һуғышҡа бәйле беҙҙең район-ҡалаға 2014 йылда 206 (2013 йылда - 48) Украина гражданы килгән. Быйыл биш ай эсендә 46 кеше (2014 йылда ошо ваҡытҡа ҡарата - 8) теркәлгән. 2015 йылдың биш айында Белорет ҡа- лаһындағы миграция бүлеге хеҙмәткәрҙәре сит ил һәм гражданлыҡтары булмаған 18 кешегә Рәсәйҙә ваҡытлыса (ѳс йылға тиклем) йәшәүгә рѳхсәт биргән. 1 июнгә ҡарата район-ҡалала бындай документтар менән 175 сит ил гражданы йәшәй, 2014 йылда 205 кеше булған. Был ваҡытлыса йәшәүгә рѳхсәт биреүгә республика квотаһының кәмеүенә һәм артабанғы статустың (йәшәүгә рѳхсәт алыу) үҙгәреүенә бәйле. Дѳйѳм алғанда, быйыл сит ил граждандары һәм гражданлыҡтары булмағандар тарафынан административ тәртип боҙоуҙар кәмегән: 2014 йылда ошо ваҡытҡа ҡарата 95 осраҡ теркәлһә, быйыл - 58. Район һәм ҡала судтарына ебәрелгән административ эштәр буйынса быйыл 10 сит ил гражданы Рәсәйҙән сығарылған, былтыр ошо мәлгә ҡарата 20 осраҡ булған. Ғѳмүмән, хәҙер Рәсәй Федерацияһына килгән сит ил граждандары ла законды боҙмаҫҡа тырыша. Федераль миграция хеҙмәте етәксеһе К.О. Ромодановский белдереүенсә, әлеге ваҡытта 1 млн. 350 мең сит ил гражданына Рәсәйгә инеү тыйылған. Ә инде Белорет ҡалаһындағы миграция хеҙмәткәрҙәре эш-мәкәрлеге һѳҙѳмтәһендә район-ҡала тер- риторияһында закон боҙған 84 сит ил гражданына Рәсәйгә юл ябылған. Үрҙә килтерелгән факттарға таянып, илебеҙгә сит ил граждандарының ағымы кәмеүе - Рәсәйҙә миграция ҡануниәтенең йылдан-йыл камиллаша барыуы һѳҙѳмтәһе, тигән һығымта яһарға була. Әммә сит ил граждандары тарафынан ҡылынған енәйәт һаны элекке кимәлдә ҡалыуы әле был йүнәлештә эшләргә лә эшләргә кәрәклеге тураһында һѳйләй.
Р. МУСИНА
Оставить комментарий