ФЛИКЕР - ҡотҡарыусымы, әллә аксессуармы?

Былтырҙан Рәсәй автомобиль паркы 12 процентҡа үҫкән, хәҙер Рәсәй юлдары буйлап 43 миллиондан ашыу автомобиль елдерә.

2014 йылда водителдәр армияһын 2,5 миллион кеше тулыландырған. Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында тѳрлѳ саралар күрә, ҡағиҙәләрҙе лә ҡәтғиләштерә. Йәйҙең икенсе айынан беҙҙе тѳрлѳ үҙгәрештәр кѳтә, бер кѳндән закондар үҙ кѳсѳнә инә. Уларҙың күбеһе юл- транспорт ваҡиғаларына ҡағыла. Быға тиклем барлыҡ үҙгәрештәр ҙә руль артындағы водителдәргә ҡағылды. Йәйәүле тәгәрмәс аҫтына эләкте, тимәк, водитель ғәйепле. Хәҙер авария сәбәптәрен асыҡлай торғас, ниһайәт, йәйәүлеләргә лә сират етте.

Шулай итеп, 1 июлдән, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, тораҡ пункттан ситкә сыҡҡан кешенең кейемендә яҡтыртҡыс элемент - фликер булырға тейеш. Фликер - кейемгә тағылған яҡтыртҡыс. Беҙҙә фликер менән автоинспекция хеҙмәткәрҙәре, юл һалыусылар, урам таҙартыусыларҙың кейемдәре биҙәлгән. Хәҙер инде ҡараңғы ваҡытта ҡала һәм ауыл ситендә йѳрѳүселәрҙең кейемдәренә лә мотлаҡ фликерҙар беркетелергә тейеш, юғиһә, уларға 500 һум штраф янай.

Фликерҙар кейемдә генә түгел, браслет йәки башҡа аксессуар формаһында ла булырға мѳмкин. Йәйәүлеләр ѳсѳн был сәйер яңылыҡ, ә водителдәр ҡуш ҡуллап риза, сѳнки водитель яҡтыртҡыс беркетелгән әйберҙе алыҫтан уҡ күрәсәк. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы вәкилдәре лә был үҙгәреш юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк, тигән фекерҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йыл башынан балалар ҡатнашлығында ғына 49 фажиғә теркәлгән. Бигерәк тә төнгө эңерҙә йыш ҡына автоһәүәҫкәрҙәр ҡапыл юлға килеп сыҡҡан балаларҙы шәйләмәй ҡала.

Күп осраҡта водителдең тәжрибәһе түгел, йәйәүленең иғтибарһыҙлығы ҙур роль уйнай. Елдереп килгән машинаның алдынан сығып ѳлгѳрѳргә тырышыу, светофорға тиклем бер нисә метрҙы үтергә йыбаныу, урам сатында гәзит, реклама буклеттары таратыу, хәйер һорау кеүек сәбәптәр арҡаһында авариялар сығып тора. - Фликерҙар әлегә һатыуҙа әллә ни юҡ. Ваҡытында яҡтыртыусы әйберҙәр һатыла торғайны, хәҙер улар магазин кәштәләрендә күренмәй. Фликерҙар тураһында балалар, уҡыусылар белә, автоинспекторҙар мәктәптәрҙә осрашыуҙар барышында уларға тарата, аңлата, әңгәмәләр ойоштора, - тине ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Андрей Кузнецов. Эйе, эшҡыуарҙар, һатыусылар был отошло бизнесҡа әле тотонмаған.

Шулай ҙа яҡтыртыусы әйберҙәр һатыуҙа бөтөнләй юҡ тип тә әйтеп булмай. Магазиндарҙа яҡтыртыусы элементтар тегелгән әйберҙәрҙе табырға мөмкин. Мәҫәлән, портфелгә тегелгән яҡтыртыусы туҡыма киҫәге төндә юл ситендә китеп барған баланы руль артындағыларға әллә ҡайҙан күрергә ярҙам итәсәк. Республикабыҙҙа 4 миллион кеше йәшәй. Уларҙың һәр береһендә фликер булыуы мотлаҡ. Һәр яңылыҡ ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Яҡшыһы ла, яманы ла. Фликерҙарҙы ла ѳнәмәүселәр аҙ түгел. Күптәрҙе, ҡиммәтле тунға яҡтыртҡыс әйбер таҡҡан кеше сәйер тойолмаҫмы, тигән һорау борсой. Ҡиммәтле тун, әлбиттә, кешене аварияларҙан һаҡламай. Ниндәй генә кейем кейһә лә, ошо бәләкәй генә әйбер кешене бәләнән ҡотҡара.

Фликерҙы кейемгә тегеп ҡуйыу мотлаҡ түгел. Сумкаһына аксессуар рәүешендә элеп ҡуйһа, ул ситтән күренеп торһа, юлда йѳрѳү ышаныслыраҡ була түгелме?! Һәр яңылыҡтың кире яғын ғына уйларға кәрәкмәй. Ҡағиҙә руль артындағыларға ла ҡағыла. Сөнки юл ситендә туҡтаған автомобилдән сыҡҡан водитель дә төнгө эңерҙә күренмәй. Үҙ хәүефһеҙлеген һәр кем үҙе хәстәрләргә тейеш. Кеше юлдағы техниканы күрһә, ситкәрәк сығып баҫа. Ә бына мал менән нимә эшләргә? Бәлки фликерҙарҙы ауылдарҙағы шәхси хужалыҡтарға ла таратырға кәрәктер. Һәр кем аты-һыйырына йәбештереп ебәрер ине. Тѳндә малдың юлға сығыуы арҡаһында ғына күпме юл фажиғәһе булып тора...
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий