Тетрәндерҙе

13 июлдә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт берҙә, һалдаттар йоҡлаған саҡта, Омскиҙа хәрби десант ғәскәрҙәре часында дүрт ҡатлы казарманың бер өлөшө һәм ҡыйығы емерелеп тѳшә. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр булған. Фажиғәлә 23 йәш егеттең ғүмере ѳҙѳлә. Шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк була.

Быйылғы яҙғы саҡырыу ваҡытында хәрби хеҙмәткә алынған егеттәр 11 июлдә хәрби ант биргән... Омскиҙа емереклектәр аҫтын- да ҡалған десантсыларҙы ҡотҡарыу операцияһы тамам- ланған: 42 кеше табылған, улар араһында 23 һәләк булыусы һәм 19 яраланыусы бар. Йәрәхәт алғандар араһында Башҡортостандан тағы ла ѳс егет барлығы билдәле. Медицина учреждениеларында булған яҡташтарыбыҙ хаҡында әлегә мәғлүмәт юҡ. Башҡортостандың хәрби комиссариатынан хәбәр итеү- ҙәренсә, Салауат районынан Рөстәм Радик улы Шәйхуллин, Ранис Руслан улы Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Әкрәм улы Йомағолов, Саҡмағош районынан Фидан Марс улы Мәмлиев, Белореттан Вадим Владиславович Нафиков һәләк булған. Салауат районынан 21 йәшлек Ранис Алтынбаев педагогия колледжын тамамлағандан һуң ауыл мәктәбендә уҡыта.

Былтыр атаһы үлеп ҡалыуы сәбәпле, ул ғаиләнең тѳп терәге була. Социаль селтәрҙә уның армияға саҡырыу ҡағыҙы ҡуйылған. Иптәштәре матур хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләгән. Ә инде кисә уның туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуҙар яҙа башланылар. Ранистың яҡташы Рѳстәм Шәйхуллин алдан уҡ хәрби десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыялланған була. Сибайҙан Рѳстәм Йомағолов авиация университетын тамам- лағандан һуң хәрби хеҙмәткә алынған. Ә яҡташыбыҙ Вадим Нафиков ғаиләлә берҙән-бер бала...

Казарма 1975 йылда тѳҙѳлгән. Бынан бер нисә йыл элек капиталь ремонт эшләгәндәр. Файҙаланыу мѳмкинлеге тура- һында протоколға ҡул ҡуйылһа ла, унда күп кенә боҙоуҙар ҙа күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта подрядчик офисында тентеүҙәр бара. Ремонт ваҡытында ҡайһы бер конструкциялар алынған тигән версия ла бар. “РФ Енәйәт кодексының “Яуапһыҙлыҡ”, “Тѳҙѳлѳш эштәрен алып барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙоу”, “Вазифа вәкәләттәрен арттырыу” статьялары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды”, - тип белдерҙе РФ Тәфтиш комитетының рәсми вәкиле Владимир Маркин.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитов һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе. Әле генә хәрби ант биреп, ҙур хыялдар ҡорған, ата- әсәләренең ѳмѳттәре, күҙ терәге булған егеттәребеҙҙең ғүмере ѳҙѳлѳүе аяныслы. Уларҙың ҡайғыһын Башҡортостан, бѳтә Рәсәй үҙенекеләй ҡабул итеп, егеттәрҙең ата-әсәләренең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Р. МУСИНА
Оставить комментарий