Белорет тарихына тағы ла бер йыл ѳҫтәлде

Үткән шәмбелә, ямғыр булыуға ҡарамаҫтан, Ҡала һәм Металлургтар кѳнѳнә арналған сараларҙың барыһы ла алдан иғлан ителгәнсә барҙы. Был кѳндѳ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Твердышев урамында тѳҙѳлгән яңы йорттан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған бер тѳркѳм граждандарға, йәғни 12 етем балаға, фатир асҡыстары тапшырҙы.

Быйыл ҡалала тағы ла ѳс яңы күп фатирлы йорт тапшырыласаҡ һәм унан бюджет ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына фатир биреләсәк, тине сығышында Владислав Геннадьевич. Ҡаланың Металлургтар майҙанында Велосипед спорты һәм саңғы роллерҙарында уҙыш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм Башҡортостан Респуб- ликаһы Белорет районы муниципаль райондың асыҡ беренселегендә 90 спортсы ҡатнашты. Улар араһында Белорет, Октябрьский, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, күрше Магнитогорск ҡалаларынан, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарынан спортсылар бар ине.

Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бик уңышлы сығыш яһаны, шулай уҡ иң аҙаҡ уҙышҡан ветерандар араһындағы ярышта ла белореттар һынатманы. Сәғәт 11-ҙә, ҡойоп яуған ямғыр аҫтында, Стәрлетамаҡ КПП-ы янында мотокросс старт алды. Алдағы йылдарҙа мотокросс ваҡытында күҙ асҡыһыҙ саң ҡалҡҡан булһа, быйыл иһә спортсыларға бысраҡта уҙышырға, тәүге уҙыштағы спортсыларға ҡойма ямғыр аҫтында кѳс һынашырға тура килде. Уртансы забегтарҙа ямғыр бер аҙ тымып торҙо ла, һуңғы - иң бәләкәйҙәр уҙышҡанда тағы ла яуҙы. Йығылғандар ҙа күп булды.

Шулай булһа ла, мотокросс ойошторғандар үҙ маҡсатына иреште: ярыш уңышлы килеп сыҡты. Был шарттарҙа еңгәндәр, ысынлап та, үҙ һѳнәрҙәренең оҫтаһы булыуҙарын күрһәтте. Ҡаланың Картиналар галереяһы ла кѳсѳргәнешле эшләне, сѳнки унда бер түгел ике күргәҙмә ойошторолдо. Галереяның шәхси фонды һүрәттәренән торған «Эксклюзив» (һынлы һүрәт) күргәҙмәһендә 53 эш ҡуйылғайны. Ф. Исмәғилевтең, В. Домниндың, А. Дворниктың, К. Ғѳбәйҙуллиндың, М. Иҡсановтың, В. Авериндың, В. Васиндың, В. Тимерцевтың, М. Абдулаевтың, З. Ғизитдиновтың, М. Аннакушевтың, Р. Хәкимовтың, В. Саакяндың, Ю. Байбординдың, А. Кульпиндың, В. Федчундың, В. Меостың, В. Карповтың, А. Стасюлевичустың, Б. Фроловтың, С. Шишковтың, З. Шәйхисламовтың, Р. Савинованың, Р. Хәблетдиновтың, С. Тимерхандың, М. Симавинаның, Р. Нурмѳхәмәтовтың, М. Ржановтың, П. Кабзандың, Р. Ғайсиндың, Б. Домашниковтың, Н. Чебандың, К. Полетавкинаның эштәре менән танышты белореттар һәм ҡала ҡунаҡтары.

Күргәҙмә Белореттың һәм беҙҙең тѳбәктең матур тәбиғәтен, тормошон сағылдырыуы менән дә отошло килеп сыҡҡан. Рәссамдар араһында яҡташтарыбыҙҙың эштәре лә күп ине. - Бѳгѳнгѳ күргәҙмәлә ҙур полотноға тѳшѳрѳлгән һүрәттәрҙе ҡуйҙыҡ, уларҙы бик һирәк сығарабыҙ, шуға ла уны «Эксклюзив» тип атаныҡ. Был эштәр Рәсәй каталогына ингән. Халыҡ күп килә: балалар ҙа, ололар ҙа. Тәүгеләрҙән булып заводта эшләгән бер ир килде, - ти картиналар галереяһының ғилми хеҙмәткәре Лилиә Яҡупова. Картиналар галереяһының бәләкәй залында Сергей Перепелкиндың «Һинең турала, яратҡан ҡалам...» фотокүргәҙмәһе лә килеүселәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы Фотограф үҙенең эштәре аша ҡалабыҙҙың бѳгѳнгѳ тормошон, ысынбарлығын аса. Картиналар галереяһына килгән халыҡтың: «Матурлыҡ ѳсѳн рәхмәт!» - тип әйтеүҙәре күргәҙмәнең юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында һѳйләй. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ѳсѳн кѳнѳ буйы Белорет тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейының ишектәре асыҡ булды. Был кѳндѳ ХХ быуат тарихын сағылдырған «Ваҡыт йылғаһы» һәм билдәле шағирә Нина Зимина иҫтәлегенә арналған күргәҙмәләр асылды. - Бѳгѳн халыҡ бик күп килә. Тәүге тамашасыбыҙ Ѳфѳ ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән Йәнгировтар ғаиләһе булды. Ҡайһы бер экспонаттар беренсе тапҡыр ҡуйылды һәм уларҙың бѳтәһе лә музей фондынан Белорет тарихына тағы ла бер йыл ѳҫтәлде алынған. Күргәҙмәләр ай буйы эшләйәсәк. Нина Зимина иҫтәлегенә арналған күргәҙмәне халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡарай. Унда шағирәнең китаптары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Ике күргәҙмә лә бушлай ойошторола, - тине Белорет тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейының кесе ғилми хеҙмәткәре Альбина Йәрмѳхәмәтова. Быйыл Бѳтә донъя музейҙар кѳнѳндә тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы «Белорет - Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында» викторинаһын ойошторғайны. Ҡала һәм Металлургтар кѳнѳн байрам иткән кѳндә викторинала ҡатнашҡандарға музей ойошторған күргәҙмәләргә бер йыл буйы бушлай инеү ѳсѳн купон тапшырҙылар, ә инде I-III урын алғандар тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы һәм картиналар галереяһында ойошторолған бѳтә түләүле күргәҙмәләргә бушлай йѳрѳү хоҡуғы биргән сертификаттар менән бүләкләнде. Байрамдың рәсми бүлеге “Металлург” стадионында киске сәғәт 7-лә башланды.

Халыҡ йыйылыуға сауҙа нѳктәләре, тѳрлѳ аттракциондар эшләй ине. Бигерәк тә бысҡы етештергән фирма магазины ойошторған конкурстар ҡыҙыҡлы булды. Унда белореттар итек менән утынды йыға һуғыу, түмәргә сѳй ҡағыу кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды. Белореттарҙы Ҡала һәм Металлургтар кѳнѳ менән муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, “Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Камелин ҡотлап сығыш яһаны. Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайловҡа “Белорет ҡалаһы алдындағы хеҙмәте ѳсѳн” күкрәк знагын тапшырҙы. Быйыл байрам концертында халыҡ Силәбенән “Дары Урала”, “Клеманжаро”, “Изюм”, “Атака”, “Банда-Карамба” һәм башҡа тѳркѳмдәрҙең, “Анастасия” шоу-балет тѳркѳмѳнѳң сығыштарын ҡарап кинәнде. Байрам концертын билдәле “Синяя птица” вокаль-инструменталь ансамбле сығышы тамамланы. Тѳнгѳ сәғәт 12-лә байрам фейервергы булды. Байрам саралары артта ҡалды, ҡалабыҙ тарихына тағы бер йыл ѳҫтәлде. Әммә белореттарға бошонорға урын юҡ, сѳнки йылдар үткән һайын ҡалабыҙ матурая, олпатлана, тышҡы йѳҙѳ лә үҙгәрә бара.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий