Асыла - театр төнө

Асы мәҙәниәт йорто үҙ халҡын, йәш быуынды мәҙәни тормошҡа йәлеп итеп, ошо мөхиттә ҡайнап йәшәй. Улар район, республика кимәлендә иғлан ителгән төрлө сараларҙа, акцияларҙа ла йыш ҡатнаша.

Үткән шәмбе асылар “Театр төнө” республика акцияһына ҡушылды. Ауылдың мәҙәниәт йортонда эш- ләп килгән “Далан” балалар театр түңәрәге тамашасыларға “Хәрефтәрҙе нисек ҡотҡарҙыҡ” тип аталған театр- лаштырылған тамаша күрһәтте. Сце- нарийҙы мәҙәниәт йорто директоры, “Далан” театр түңәрәге етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова төҙөгән һәм уны быйылғы Мәҙәниәт йылына арнаған. Сәхнә геройҙары алфавиттағы буталған хәрефтәрҙе тамашасылар менән бергә кире дөрөҫ итеп төҙөнө. Тамашаны Рафаиль Сәлихов музыкаль яҡтан биҙәне. Кескәй артистар: Валерия Шәрәфетдинова, Азалия Йосопова, Эльвина Абзалова, Ғәлиә Йосопова, Нәзирә Даутова үҙ ролдәрен оҫта итеп башҡарҙы. Сараға “Ләйсән” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының сығышы ла айырыуса йәм өҫтәне. Тамаша һуңында алдан иғлан ителгән әкиәт геройҙары костюмдары конкурсына йомғаҡ яһалды һәм иң сағыу костюмдар билдәләнде. Конкурста ҡатнашыу- сыларҙың барыһына ла бүләктәр бирелде. Сара күңелле дискотека менән тамамланды.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА
Оставить комментарий