Һалдат һурпаһын эсмәй, егет ир булмай

Дүшәмбелә медицина колледжының актовый залында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үткәрелде.

Оҙатыу тантанаһында була- саҡ һалдаттар, ата-әсәләр һәм дәрәжәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараны асып, муниципаль ра- йон хакимиәте урынбаҫары, саҡырылыш комиссияһы рәйесе Иван Пинящук: «Ватанды һаҡ- лау - элек-электән ир-егет- тең изге бурысы. Кисә генә һеҙ мәктәп партаһы артында, студенттар эскәмйәһендә ул- тыра инегеҙ, ә иртәгә, хәрби форма кейеп, бөтөнләй яңы тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Үҙе- геҙҙе намыҫлы ил һаҡсыһы, ата- әсәйегеҙҙең өлгөлө улы итеп танытырға тейеш булыуығыҙҙы иҫегеҙҙән сығармағыҙ», - тине. Артабан запастағы майор, Афған һуғышы ветераны Игорь Смердов, запастағы под- полковник Александр Белов тәжрибәләре менән уртаҡла- шып, буласаҡ һалдаттарға илебеҙ именлеге өсөн мөһим булған бурыстарын лайыҡлы үтәүҙәрен теләне. Шулай уҡ Белорет, Бөрйән райондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комиссары Вадим Сәйәхов: “Һалдатҡа әҙерлек мәктәп эскәмйәһенән башлана.

Был юҫыҡта X-XI класс уҡыусылары өсөн хәрби- патриотик тәрбиә биргән төрлө курстар, дәрестәр, йыйындар үткәрелә. Быйыл Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Боевой листок” республика конкурсы уҙҙы һәм унда ҡаланың 21-се мәктәбе II урын яуланы”, - тине һәм еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Артабан буласаҡ ил һаҡсыларына өгөт- нәсихәттәрен еткереп, илен һаҡлаясаҡ егеттәрҙе ихтыяр көсөн юғалтмаҫҡа, район на- мыҫына тап төшөрмәҫкә са- ҡырҙы. Сара матур концерт менән тамамланды. Ә шишәмбелә көҙгө са- ҡырылыштың тәүге төркөмө - 15 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Юлға сығыр алды- нан Белорет, Бөрйән ра- йондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комис- сары, дин әһеле, ата-әсәләр, туғандары, дуҫтары егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе, хәйерле юл теләне. Яҡындары менән һаубул- лашҡандан һуң призывниктар оҙон юлға сыҡты. Тап бер йылдан улар хәрби тәжрибә туплап, ысын ир-егеттәр булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтасаҡ.

Белорет, Бөрйән райондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комиссары В.Ҡ. СӘЙӘХОВ: - Быйылғы көҙгө саҡырылыш октябрҙә башланды. Был миҙгелдә хәрби хеҙмәткә 261 кеше саҡырыласаҡ. 20 октябрҙә 15 егет һалдат бурысын үтәүгә юлланды ла инде. Рәсәй Ҡораллы Көстәре хәрби хеҙмәтенә алыуҙа яңылыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, юғары белемле егеттәр саҡырылыу буйынса түгел, ә контракт буйынса хеҙмәт итергә хоҡуҡлы. Үҙ теләге менән бер егетте контракт буйынса хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. Контракт буйынса киткәндәрҙең хәрби хеҙмәте 2 йыл буласаҡ. Икенсенән, Хәрби форма буйынса үҙгәрештәр бар. Быйылдан һалдаттарға ябайыраҡ туҡыманан тегелгән форма бирелә. Ҡоро ер ғәскәрҙәренә - йәшел, хәрби-диңгеҙ флотына - ҡара, хәрби- космос көстәренә - ҡарағусҡыл күк төҫтәге формалар кейҙерелә. Шулай уҡ быйылдан ата- әсәләргә үҙ иҫәптәренә улдарын хәрби частҡа тиклем оҙатыу мөмкинлеге тыуҙырылған.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий