ҠОТҠАРЫУСЫЛАР ЯРЫШТЫ

13-нән 17 октябргә тиклем авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Шушпалағы күнекмәләр базаһында ҡотҡарыусылар араһында биш тѳр ярыш буйынса XIII Республика ярыштары үтте.

Ярыш Башҡортостан Рес- публикаһының авария-ҡот- ҡарыу хеҙмәтенең 15 йыл- лығына һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 йыллығына арналды. Бе- лорет, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы, Сибай, Кумертау, Дүртѳйлѳ, Ѳфѳ-112 һәм Ѳфѳнѳң үҙәк отрядтары һѳнәри оҫталыҡ буйынса им- тихан тотто. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш килеп тыуған хәлдәргә һәр саҡ әҙер булып, кѳндәлек күнекмәләр үтергә тейеш. Биш кѳн дауамында иң хәүефле һѳнәр эйәләре етеҙлеккә, килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе еңеп сығыу буйынса кѳс һынашты. Биш тѳр ярышта ҡотҡарыусылар тәбиғи мѳхит шарттарында, техноген ха- рактерлы һәм һыуҙа эҙләү- ҡотҡарыу эштәре алып барҙы, кросс-эстафетала йүгерҙе һәм комплекслы күнекмәләр үтте. Сараға быйыл яңылыҡ та индерелде. Республика һәм Силәбе ѳлкәһенең кинологтары араһында ярыштар үтте. Кѳсѳргәнешле ярышта I урынды - Ѳфѳ-112, II урынды Ѳфѳнѳң эҙләү-ҡотҡарыу от- ряды һәм III урынды Белорет ҡотҡарыусылары алды.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий