Яҡташыбыҙҙың шәхси күргәҙмәһе

18 декабрҙә ҡаланың Картиналар галереяһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Художество академияһының маҡтаулы ағзаһы, рәссам, яҡташыбыҙ Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВтең шәхси күргәҙмәһе асылды.
Рәссам-академик Фәйзрахман Исмәғилевтең тыуған районында үткән был икенсе күргәҙмәһе. Беренсе күргәҙмәһе үтеүенә 17 йыл да булып киткән. Хәҙер инде олпатланған, ҡыл ҡәләме шымарған, юғары дәрәжәләргә ѳлгәшкән рәссамдың шәхси күргәҙмәһенә рәссамдар, ижадташ дуҫтары, тѳрлѳ учреждение вәкилдәре, махсус уҡыу йорттары студенттары, туған мәктәбе - ҡала лицей-интернаты хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылары, ғѳмүмән, оҫтаның ижадын яратыусылар йыйылды. Рәссамдың күргәҙмәһе дүрт ѳлѳштән тора. Оҫта үҙенең ижадында башҡорт халҡының милли традицияларын тәрәндән аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Тыуған ил, башҡорт яугирҙәренең батырлығы “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар”, “Салауатҡа мәҙхиә” рәсемдәр серияһының ҙур күләмле бер нисә картиналарында (рәссам И.Ғаянов менән авторҙашлыҡта) күрһәтелгән. Тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән ауыл хеҙмәтсәндәре, ауылдаштары, туғандарының портреттары ла ҙур урынды биләй. “Йәйге иртә. Һуғыш ветераны М. Мәһәҙиевтың портреты”, “Күрше”, “Бала саҡ”, “Иртә” картиналарының геройҙары, авторҙың яҡташтары. Ауыл тормошон, кешеләр яҙмышын яҡшы белгән, аңлаған кеше генә ошондай картиналар тѳшѳрә беләлер. Фәйзрахман Абдрахман улының ижады тыуған тупрағынан да һут ала. Бормаланып аҡҡан Инйәр йылғаһы, мѳһабәт тауҙарға һыйынып ятҡан Йѳйәк ауылы, тәбиғәте кеүек матур, сағыу күренештәр, тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ гүзәллектәр рәссамдың картиналарында сағылыш тапҡан. Күргәҙмәгә килеүселәр оҫтаның күп кенә картинаһын яҡындан күреү, танышыу бәхетенә иреште. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Юрий Байбордин, йәш рәссам Ирина Аникина, лицей-интернат директоры Гѳлнара Зәйнетдинова, балалар художество мәктәбе директоры Татьяна Лазаревалар рәссамды ҙур шәхси күргәҙмәһе менән ҡотлап үтте. Ә лицей-интернат балалары ошо мәктәпте тамамлаған Фәйзрахман Абдрахман улына концерт номерҙары бүләк итте. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы туған мәктәбенә картинаһын бирҙе. Рәссамдың күргәҙмәһе 17 декабрҙән 17 февралгә тиклем дауам итә. Уның ижадын яратыусылар байрам кѳндәрендә лә күргәҙмә менән яҡындан таныша ала.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий