Яңы йыл Өфөнән башлана

Яңы йыл Ѳфѳнән башлана
Яҡшы уҡыған, олимпиадаларҙа, тѳрлѳ кѳнкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, спортты яратҡан балалар күп район-ҡалабыҙҙа, әммә 22 декабрҙә Ѳфѳлә үтәсәк Республика Башлығы шыршыһына барыу бәхете быйыл 20 балаға тәтене. Бер нисә йыл дауамында Белорет район-ҡалаһынан Ѳфѳлә үткән тантанаға 10-12 уҡыусы ғына барһа, быйыл муниципаль райондан 20 уҡыусы Республика Башлығы шыршыһында ҡатнашасаҡ.
21 декабрҙә район-ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, мәктәптән тыш эштәр үҙәге директоры Татьяна Кузнецова баш ҡалаға китәсәк балалар менән осрашты һәм хәйерле юл, күңелле ял итеп ҡайтыуҙарын теләне. III-VII кластарҙа белем алған балалар уҡыу алдынғылары ғына түгел, үҙҙәрен мәктәп, класс тормошонда яҡшы яҡтан күрһәткән, муниципаль, республика, Рәсәй кимәлендә үткән олимпиада- конкурстарҙа еңеүселәр, спорт менән шѳғѳлләнеүселәр, фестивалдәрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатЯңы йыл Өфөнән башлананашыусылар. Ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусыһы Екатерина Романова, 3-сѳ мәктәптән Елизавета Рябцева, 14-се гимназия уҡыусыһы Дарья Курочкина, 18-се мәктәптән Альберт Ғәлиасҡаров, 20-се мәктәптән Дмитрий Богомолов, 21-се мәктәптән Александра Сидухина, Егәҙе мәктәбенән Идрис Сафуанов, Ҡағы мәктәбенән Оксана Абдуллина, Инйәрҙең 3-сѳ мәктәбенән Анастасия Качалаева һәм 2-се мәктәбенән Алһыу Әхмәтова, Сермәндән Әлиә Абыҙбаева, Туҡан мәктәбенән Ангелина Лыгина, Шығай мәктәбенән Айгүзәл Йылҡыбаева, Үҙәнбаш мәктәбенән Линара Ғәликәева, ҡаланың Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Ксения Пермякова, Йәш натуралистар станцияһынан Әмир Әхмәҙин, Туризм үҙәгенән Карина Рәхимова, Үҙән балалар йортонан Ксения һәм Иван Моисеевтар, Үрге Әүжән коррекцион мәктәп- интернатынан Зилә Манаповалар Ѳфѳлә үҙҙәре кеүек уҡыу алдынғылары менән осрашып, аралашып һәм оҙаҡ йылдарға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайтыр.
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий