Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

18 декабрҙә район-ҡала Пенсия фонды идаралығында «Оло кешенең социаль портреты» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү сараһы үтте. Унда Пенсия фонды идаралығы начальнигы К.В. Полетавкин, ҡала Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина ҡатнашты.
Инде алтынсы йыл үткәрелгән был сара мәртәбәһен юғалтмай. Быйыл унда ҡатнашырға теләк белдергән авторҙарҙың 13 мәҡәләһе урындағы матбуғат баҫмаларында донъя күрҙе, шулай уҡ 206 фотоһүрәт тәҡдим ителде. Жюри ағзалары, кәңәшләшкәс, «Минең Еңеү кѳнѳм» темаһы буйынса ғына еңеүселәрҙе билдәләне. I урынға - Александр Урцев, II урынға - Фәриҙә Мәхмүтова, III урынға Ангелина Лыгина лайыҡлы булды. Конкурста әүҙем ҡатнашҡан Рәмилә Мусина, Татьяна Булавина, Анастасия Матвеева, Ирина Лотохина, Андрей Воробьев, Венера Яҡупова, Линиза Шакирова, Люциә Шаһиморатова, Нәсимә Мәхмүтова дипломдар менән бүләкләнде. Тәҡдим ителгән эштәр араһында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап сығарылған альбомдар ҙа бар ине. Рәшидә Гәрәева етәкселегендә әҙерләнгән «Улар Еңеүҙе яҡы найтты» йыйынтығы хеҙмәт фронты ветерандары тураһында, Гүзәл Байбулатова етәкселегендә әҙерләнгән «Һуғыш балалары» аль бомында Белорет милицияһы ветерандарының автобиографик иҫтәлектәре урын алған. Ике эш тә диплом менән билдәләнде. Фотоһүрәттәр араһында Ришат Хәйбуллиндың, Ирина Волкованың, Александр Волковтың эштәре еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ әүҙем ҡатнашҡан Нина Агеева, Игорь Аникин, Оксана Боровых, Нәркәс Вәлиуллина, Рәшидә Гәрәева, Резеда Ғәликәева, Айгѳл Закирова, Ольга Колесникова, Валентина Кирсанова, Людмила Наседкина, Елена Нижегородцева, ветерандар советы, Гѳл- сибәр Шакирова, Мария Яковлева, Венера Яҡупова дипломдар менән бүләкләнде. Сараны ойоштороуҙа «Газпром межрегионгаз Ѳфѳ» йәмғиәтенең Белорет районы буйынса ҡулла-ныусылар менән эшләү идаралығы начальнигы Владимир Павлович Мосунов бағыусы ярҙамы күрһәткән. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантана- һында ҡунаҡтар, киләсәктә лә конкурсты ойоштороуҙы дауам итһендәр ине, тигән теләк белдерҙе. Оло быуынға ҡарата иғтибарҙы, хѳрмәтте арттырыу, тарихҡа хѳрмәт уятыу йәһәтенән ойошторолған сара үҙ маҡсатына иреште һәм был мәңгелек тема киләсәктә лә дауам итер, тип ышанабыҙ.
Р. ХѲСНУЛЛИНА.
Оставить комментарий