Байрамығыҙҙы боҙмағыҙ

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы менән 24 эшҡыуар Белорет урмансылығында шыршы әҙерләү буйынса килешеү тѳҙѳгән һәм урмансылыҡ биләмәһендә 10 меңгә яҡын шыршы әҙерләү рѳхсәт ителгән. “Урмансылыҡта ла эшҡыуарҙарға шыршыны күмәртәләп һатыу ойошторолған. Быйыл рейдтар ваҡытында шыршыны рѳхсәтһеҙ ташыған ике автомобиль ҡулға алынды. Әле тикшереү эштәре бара. РФ Административ тәртип боҙоуҙар кодексы буйынса рѳхсәтһеҙ ҡырҡылған бер шыршы ѳсѳн 3-4 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған, тәбиғәткә зыян килтергән ѳсѳн ѳҫтәмә рәүештә тағы ла 300 һум штраф һалына”, - ти урман инспекторы Ансар Хәсәнов. Ағасты рѳхсәтһеҙ ҡырҡып, байрам алдынан кәйефегеҙҙе боҙмағыҙ. Шыршы етерлек кимәлдә әҙерләнә, штраф түләгәнсе, уны һатып алыу күпкә осһоҙға тѳшә.
Р. МУСИНА
Оставить комментарий