Реабилитацияға бәйле мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуғы буйынса вәкил Милана Марат ҡыҙы СКОРОБОГАТОВА үткән аҙнала эш сәфәре менән Белорет районында булып китте.
Милана Скоробогатова, Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сермән балалар йорто менән танышҡандан һуң, Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәте балалар йорттарын дѳрѳҫ итеп үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән ҡуйған бурыстарҙы хәл итеү, учреждениеларҙа йәтим балалар ѳсѳн ғаилә шарттарына яҡынайтылған мѳхит булдырыу, тѳркѳмдәрҙе йыһазландырыу буйынса эш алып барыуға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлеге ваҡытта Сермән балалар йортонда 37 бала тәрбиәләнә. Милана Марат ҡыҙы балалар йорто етәкселегенә тәрбиәләнеүселәрҙең һѳнәри ориентацияһы, сығарылыш балаларын үҙаллы тормошҡа әҙерләү буйынса эште кѳсәйтергә кәңәш итте. Эш сәфәренең икенсе кѳнѳндә Милана Марат ҡыҙы Белорет ҡалаһындағы Реабилитация үҙәгендә “Реабилитация үҙәге шарттарында сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялауҙы тормошҡа ашырыу һәм перспективалары” тип аталған семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Урал аръяғы райондары хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, реабилитация үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф министрлыҡтары белгестәре ҡатнашты. Инвалид балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау кѳнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора, тип башлап ебәрҙе семинар-кәңәшмәне Милана Марат ҡыҙы һәм һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаевҡа бирҙе. Илгиз Сафый улы ҡунаҡтарҙы райондың иҡтисади-социаль хәле, социаль учреждениелар эше менән таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды идаралығы күрһәткестәре буйынса, республикала (һәр йылдың 1 ғинуарына ҡарата) 2011 йылда - 13987, 2012 йылда - 14518, 2013 йылда - 14627, 2014 йылда - 14782, 2015 йылда 14559 инвалид бала иҫәпләнгән. Социаль йәһәттән был ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә: пенсия, эшкә яраҡһыҙ инвалид балаларҙы ҡараған ѳсѳн компенсация түләнә, реабилитация һәм шифахана-курорт юлламалары менән тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация, инвалидтар һәм инвалид балалар булған ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сертификаттары бирелә, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ҡаралған.Тик ҡайһы бер ата-әсәләр был мѳмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланып бѳтмәй, балалары реабилитациялау сараларын файҙаланмай, тик инвалидлыҡ пенсияһы алыу менән генә сикләнә. Мәҫәлән, быйыл республикалағы 14559 инвалид бала һәм үҫмерҙең бары 8975-е генә реабилитация хеҙмәттәре менән файҙаланған. Шул иҫәптән Белореттағы 455 инвалид бала һәм үҫмерҙең 309-ы ғына реабилитация үткән. Тимәк, 146 инвалид баланың ата-әсәһе, ҡараусылары балаларының һаулығын яҡшыртыуға бѳтѳнләй иғтибар бүлмәгән. - Был ата-әсәләр баланы реабилитациялау менән шѳғѳлләнергә тейеш. Ошо йәһәттән яуаплы органдар ҙа ситтә ҡалмауы зарур. Ундай ата-әсә менән эш алып барыу мотлаҡ. Әгәр ҙә балаларын реабилитациялауҙан баш тарталар икән, административ яуаплылыҡҡа тарттырырға, уның да файҙаһы теймәһә, башҡа саралар күреү талап ителә. Ата-әсәләргә бурыстары тураһында аңлатырға, контролдә тоторға кәрәк. Ауылдарҙан реабилитациялау үҙәктәренә алып барыу йәһәтенән транспорт менән тәьмин итеүҙә урындағы хакимиәт башлыҡтары ла ярҙам күрһәтергә тейеш, сѳнки улар үҙ биләмәһендә йәшәгән һәр кеше яҙмышы ѳсѳн яуаплы. Ҡайһы бер реабилитация үҙәктәре сигеү кеүек ҡул эштәре менән шѳғѳлләнеүҙе, ѳйрәтеүҙе реабилитация тип ҡабул итә, әммә был ѳҫтәмә белем алыуға инә. Реабилитация саралары массаж, логопед-дефектолог һәм башҡа белгестәрҙең ярҙамын үҙ эсенә ала. Системалы ҡараш булырға тейеш. Мин реабилитация үҙәктәренең ҡайһы берҙәренең эше менән ҡәнәғәт түгел. Ғаилә үҙе теләгән реабилитация үҙәген һайлау хоҡуғына эйә, - тине Милана Марат ҡыҙы. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашҡандар инвалидлыҡ тѳркѳмѳ биреү, ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән танышты, фекер алышыуҙа ҡатнашты.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий