Яҡташтарыбыҙ һынатмай

Йыл аҙағы тѳрлѳ конкурстарға, йомғаҡлау сараларына бай. Яңыраҡ «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми- методик журналы редакцияһында ла 2015 йылға йомғаҡ яһалды. Сарала баҫманың йыл лауреаттарын һәм Әҙәбиәт йылына арналған ижади конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ бар - Ғәбдѳк ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Рәүфә Айытбаева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Зәки Әлибаев (сығышы менән Йѳйәк ауылынан), БДУ доценты Флүр Сибәғәтов (сығышы менән Асы ауылынан). Уларға йыл лауреаты дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы иғлан иткән, Әҙәбиәт йылына арналған «Уҡытыусы - ижадсы» тип аталған конкурста республиканың район- ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән 100-ҙән ашыу педагогик хеҙмәткәр һәм педагогик хеҙмәт ветераны ҡатнашҡан. Еңеүселәргә һәм номинанттарға «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһының Почет грамоталары тапшырылды. Яҡташтарыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий