Аҙна бүләге - Егәҙелә

Рәйлә Зәки ҡыҙы ФАВАРИСОВА Егәҙе ауылында йәшәй. 15 йыл Белорет урман хужалығында эшләгәс, хеҙмәт юлын Егәҙе мәктәбендә ашнаҡсы булып дауам итә һәм бына 20 йыл инде ошо эшенә тоғро ҡала. - Әсәйем Миннифа Ноғаман ҡыҙы Ноғайғолова ғүмер буйы “Урал” гәзитен алдырҙы. Шуға күрә беҙ бәләкәй саҡтан уҡ гәзитте уҡып барҙыҡ, уның менән бѳгѳнгәсә дуҫ булдыҡ. Быға тиклем «Урал»ды әсәйем үҙе генә яҙҙырып килде. Быйыл йәй мәрхүмә булып ҡалғас, уның матур традицияһын үҙем дауам итергә булдым һәм һис кѳтмәгәндә бүләк оттом. Әсәйем һәр ваҡытта ла: “Их-хх, гәзиткә квитанцияларҙы ебәреп, бүләк оттороуҙа ҡатнашырға ине ”, - тип теләһә лә, был уйын тормошҡа ашыра алманы. Шуға күрә беҙҙең бүләк отоу ҡыуанысын күрә алмауы бер аҙ моңһоу уйҙар уята. Әсәйебеҙҙең башланғысын артабан да дауам итербеҙ, был яғына ла яратҡан дуҫыбыҙҙан айырылмаҫбыҙ, - ти бәхетле бүләк отоусы.
Оставить комментарий