"Бәхетле авто"ға бүләк

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто филиалы Белорет мәғлүмәт үҙәгенең “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре “Аҙна бүләге” һәм ”Суперприз от!” конкурстарынан тыш, “Бәхетле авто” конкурсы башланыуы тураһында белдергәйне инде. 2016 йылға “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәренә 6 айға йәки бер йылға яҙылыусыларға редакцияларҙа автомобиль тәҙрәһенә йәбештереү өсөн наклейкалар тапшырылды. Ә 26 декабрҙә ҡаланың автовокзал майҙанында автоһәүәҫкәрҙәр ѳсѳн “Бәхетле авто” конкурсы ойошторолдо. Лотерея уйынында ҡала һәм район ауылдарынан наклейкаларға эйә булған 119 автоһәүәҫкәр ҡатнашты. Дәртле кѳй уйнаған автовокзал майҙанына автоһәүәҫкәрҙәр бик дәррәү йыйылды. Район ауылдарынан да халыҡтың берҙәм йыйылыуы күҙәтелде. Призға лайыҡ буласаҡ һәр автомобиль хужаһына үҙенсәлекле номер тапшырылды. Автоуйынға йыйылыусыларҙы “Урал» һәм «Белорецкий рабочий” гәзиттәре мѳхәррирҙәре Сатура Минһажитдинова һәм Татьяна Зайцева тәбрикләгәндән һуң, лотерея уйыны башланды. Йыйылыусылар бер-бер артлы осраҡлы номерҙарҙы тартып сығарҙы, ә бәхетлеләр бүләктәрен алып торҙо. Автокомпрессор, инструменттар йыйылмаһы, автомобилист наборы һәм башҡа бүләктәр тиҙ генә хужаларын тапты.
Э. КӘБИРОВА.
С. МИНҺАЖИТДИНОВА фотоһы.
Оставить комментарий