Күңеле - моң даръяһы

Тыумыштан уҡ күңеленә моң, аһәң, ғәм һәм сәм һалынған кешеләр була. Ундайҙар ниндәй өлкәлә генә эшләмәһен, ғүмер дауамында мәҙәниәттән, сәнғәттән айырылмай, һөнәр менән һәләтте пар ҡанат итеп тормош үрҙәренә артыла, кешеләргә моң даръяларын бүләк итә. Сермәндә йәшәгән Венера Мәхмүт ҡыҙы БИКБАЕВА ана шундайҙарҙың береһе ул.
Үҙен белә-белгәндән алып ҡулынан гармун, баян төшөрмәгән тыныс, мөләйем, эшлекле, үтә тырыш ханымдың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә лә 45 йыл булып киткән. Дөрөҫ, шуның ике йылын Сермән “Сельхозтехника” предприятие- һында шофер булып эшләп ала. Был үҙе үк Венера ханымдың ир-егеттәргә хас ныҡышмалығы, тәүәккәллеге тураһында һөйләй. X класты тамамлаған ҡыҙ һис икеләнмәй руль артына ултыра. Көндөҙ эштә, ә кистәрен клубҡа йүгерә, сөнки уны яр- ты ставкаға аккомпаниатор итеп эшкә алалар. Клубта 1989 йылға тиклем эшләгәс, Сермән балалар йортона күсә. 22 йыл ошонда музыка етәксеһе булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Әммә ул ғүмер буйына сәхнәнән сығыш яһауын туҡтатмай. Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы етәкләгән “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбленең сәскә атҡан мәлендә лә Венера ханым уның айырылғыһыҙ ак- компаниаторы була. - Шул осорҙа эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам, - тип һөйләй ҡаһарман йөрәкле, нескә күңелле Венера Мәхмүт ҡыҙы. - Иң күңелле, ижади үрҙәр яулаған осор булған икән. Балалар менән эшләгәндә лә смотрҙарға, конкурстарға күп йөрөнөм. Балалар йорто тәрбиәселәре менән “Умырзая” ансамбле тө- ҙөнөм. Төрлө конкурстарҙа ла призлы урындар яулап ҡайт- ҡанбыҙ. Балалар ҙа дәртләнеп, илһамланып йөрөй торғайны. Әле лә хәл белешеп, рәхмәттәр әйтеп китәләр. Күптән түгел Айгиз Баймөхәмәтов ҡыуандырып китте. Аллаға шөкөр, ике ҡыҙыма ла юғары белем алырға ярҙам иттем. Бер үк ваҡытта ике, хатта өс-дүрт урында эшләгән осраҡтар булды. Бер ваҡытта ла тик ултырманым. Улар ҙа минең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Роза Сермән балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй, Таңсулпан сәнғәт юлын һайланы, Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Үҙемдең сәнғәт юлында йөрөүемә лә 45 йыл булып киткән. Хаҡлы ялда түгелһеңме ни, тип һораһалар: “Сәнғәт юлындағы кеше хаҡлы ялға сыҡмай ул”, - тип яуап бирәм. Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә сәнғәтте ярата, гармунда ла, баянда ла уйнайҙар, йырлайҙар. Әсәйем, Гәүһәр апайым, Инсаф ағайым хәҙер мәрхүмдәр инде. Уларҙы хәҙер беҙ дауам итәбеҙ. Йәш йырсыларыбыҙ ҙа бар. Йырсы Рәхилә Таипованы Сер- мән һандуғасы тип йөрөтәләр. Минең кесе ҡыҙым да төрлө музыка инструменттарында уй- най. Мин әле лә өйҙә ултырып сыҙай алмайым, Сермән мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор булып эшләп йөрөйөм. Гармунда уй- наған иптәштәрҙе табып алдым да, өй беренсә йөрөп гармундар йыйҙыҡ, төрлө конкурстарҙа ҡат- нашабыҙ, байрамдарҙа уйнайбыҙ. Ҡумыҙсылар ансамбле, милли музыка ҡоралдары ансамбле ойошторҙом, төрлө сараларҙа һәм байрамдарҙа концерт ҡуябыҙ. 45 йыл эсендә ҡайҙа ғына булмағанбыҙ, ҡайҙа ғына сығыш яһамағанбыҙ. Элгәре даими рәүештә йәйләүҙәргә агитбригада менән бара торғайныҡ. 1970 йылда мине эшкә саҡырып алған Сәхибә Аҙнабай ҡыҙы Вәлләмоваға, “Хәтирә” халыҡ ансамблен етәкләгән Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы Идиәтуллинаға сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙҙе йыш ҡына Өфөлә сығыш яһарға саҡыра торғайнылар. Күпме данлыҡлы йырсылар менән сәхнәгә сығырға тура килде. Миҙхәт ағай Баймөхәмәтов, Әбдрәхим ағай Вилданов, Гәүһәр апай Миһранова һәм башҡалар һәр смотр-конкурстан лауреат булып ҡайта торғайны. Йәндәре йәннәттә булһын инде. Улар менән бергә эшләүемә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерәм. Өфөнән ҡайтып еткәнсә поезда йырлап ҡайта торғайныҡ. Бө- гөнгө көндә үҙемдең һәләтемде 4 йәшлек Рузил ейәнемдең күңеленә һалырға тырышам. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бик ныҡышмал, әҙ генә уйнамай торһам, мине етәкләп килтереп ултырта. Ғөмүмән, үҙемде иң бәхетле кешеләр рәтенә индерәм, сөнки ситтән тороп Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамланым, һәр саҡ яратҡан эшем менән шөғөлләндем, күпме яҡшы, талантлы кешеләр менән аралаштым, хеҙмәттәшлек иттем. Күпме бала күңеленә сәнғәткә һөйөү һалдым. Парижға бара алмағаныма ғына үкенәм. Иң мөһиме - балаларым, ейән- ейәнсәрҙәр һау-таҙа, мәҙәниле булһындар. Сәнғәтте яратҡан кеше тормошто ла ярата. Ә тормошто яратҡан кеше юғалып ҡалмай ул. Күңелендә моң даръяһы йөрөткән Венера Мәхмүт ҡыҙы Бикбаеваға беҙ ҙә яңынан-яңы ижади асыштар, ижади балҡыштар һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ алҡыштар теләйбеҙ. Моң даръяғыҙ бер ваҡытта ла һайыҡмаһын, Маэстро!
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий