Изге эшкә ҡушылайыҡ

Бер нисә йыл элек районыбыҙ халҡы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа Герой исеме бирҙертеүҙе һорап, республика акцияһына ҡушылғайны. Был изге сараны бѳтә республика халҡы тиерлек күтәреп алды һәм шул арҡала биш йѳҙ меңдән ашыу ҡултамға йыйылғайны. Үкенескә ҡаршы, башлаған эш уңышһыҙ тамамланып, маҡсатҡа ирешә алманыҡ. Тѳрлѳ сәбәптәр менән халыҡ араһында герой булып танылған Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлыҡтарын танырға теләмәнеләр.
Шулай ҙа халыҡ яҡташыбыҙҙың, гвардия генерал-майорының исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр алып барыуын дауам итә. 2012 йылда Рәсәй Президентының указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М.М. Шайморатов исеме бирелде. 2013 йылда баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының 29-сы махсус тәғәйенләнештәге эске ғәскәрҙәр отряды биләмәһендә 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылһа, быйыл кѳҙ Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында халыҡ геройына арналған Хәрби Дан мемориалы асылды. Был изге эш Башҡортостан Башлығы гранты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм халыҡтан йыйылған аҡса ярҙамында тормошҡа ашырылды. Һәйкәлде асыу тантанаһында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҙа, яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы оло баһаға лайыҡ һәм уға, бер һүҙһеҙ, Рәсәй Геройы исеме бирелергә тейеш, тип билдәләне. Бѳгѳн яҡташтарыбыҙ генерал Шаймо- ратовҡа ошо юғары исемде биреүҙәрен һорап, ил етәкселегенә мѳрәжәғәт итергә йыйына. Был изге ниәтте күп райондар күтәреп алды һәм республика халҡынан ҡултамғалар йыйыу башланды. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исемен мәң- геләштереүгә битараф булмаған милләт- тәштәребеҙҙең барыһы ла ошо акцияға ҡушыла ала. Ҡултамғаларҙы «Урал» гәзите редакцияһына йәки Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ебәрергә мөмкин. Ҡултамғалар 23 февралгә тиклем Өфөгә барып етергә тейеш. Миңлеғәле Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов - генерал-майор, Башҡортостандың халыҡ геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Ул 1899 йылдың 15 (27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала. Ҡаһарман йѳрәкле милләттәшебеҙ 1918 йылда Белореттан сығып, Архангелгә килеп еткән В.К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан, Төркѳстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ- Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы һуғышта, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша. 1924-1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК эргәһендәге Юғары дөйөм ғәскәри училищены, 1934 йылда М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙалға тамамлай. 1934-1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936-1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л.М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан - кавалерия корпусы) барып ҡушыла. 1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М.М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ошо дивизияны ҡабул итеп ала. 1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостандың баһадир улы, гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Петровҡа утары янында батырҙарса һәләк була.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий