Бѳгѳнгѳһѳ уңышлы, киләсәге ѳмѳтлѳ

Алдымда бынан биш йыл элек сыҡҡан гәзит. Унда Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың Башҡортостанда тау саңғыһы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәрен асыу тураһындағы сығышы, бындай мәктәптәр “Абҙаҡ”, “Яҡтыкүл”, “Ҡандракүл”, “Ѳйәҙетау” кеүек тау саңғыһы курорттары базаһында асыласаҡ, тип яҙып сыҡҡайныҡ. Ул саҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Белорет районындағы “Морат” тау саңғыһы үҙәге яҡшы яҡҡа үҙгәреүҙәр кисерәсәк, тип белдергәйне. Биш йыл эсендә ошо һүҙҙәрҙең бушҡа булмауы шатландыра. Был пландар ысынлап та тормошҡа ашты. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың тау саңғыһы үҙәктәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүе һѳҙѳмтәһеҙ үтмәне. Һуңғы йылдарҙа Морат тауында урынлашҡан Белорет тау саңғыһы базаһы ла яңы һулыш алды. 2011 йылдың 1 июленән Белорет металлургия комбинаты “Морат” тау саңғыһы үҙәген республика милекселегенә бирҙе. Шулай уҡ яңы тѳҙѳлгән физкультура- һауыҡтырыу комплексы ла БР Тау саңғыһы һәм сноуборд клубы ҡарамағына тапшырылды. Эйе, һѳҙѳмтәле эш үҙ емешен бирҙе: беҙҙең ҡалала “Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса үҙәк клубы” дәүләт автономиялы учреждениеһының филиалы уңышлы эшләп килә.
Элек спорт менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн шарттар, хатта яһалма ҡар түшәү ѳсѳн пушкалар булмаһа, хәҙер Морат тауындағы тау саңғыһы үҙәге танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, техник хәле яҡшырҙы. Ошо хаҡта директор урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре В.Н. НОСОВА менән әңгәмәләштек.
Бѳгѳнгѳһѳ уңышлы, киләсәге ѳмѳтлѳ
► Валентина Николаевна, бынан биш йыл элек һеҙ, Белоретта бары 47 балаға ғына тау саңғыһы менән шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге бар, секцияға йѳрѳргә теләүселәр күп, әммә базала ҡорамалдар етешмәй, тип белдергәйнегеҙ. Бѳгѳн был йәһәттән хәлдәр нисек тора?
- Белеүегеҙсә, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубына ҡарайбыҙ. Әле беҙҙә 4 тренер тау саңғыһы буйынса, 1 тренер сноуборд буйынса балалар менән шѳғѳлләнә. Һәр тѳркѳмгә сисенеп кейенеү, саңғы ҡуйыу, ботинкаларҙы киптереү ѳсѳн уңайлыҡтары булған бүлмәләр бирелгән. Сноуборд бүлеге «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә урынлашҡан. Бѳгѳн клубта 200-ҙән ашыу бала шѳғѳлләнә. Бәләкәйҙәргә саңғы бирелә, ә ҙурыраҡтар ѳсѳн ата- әсәләр ярҙамы менән алабыҙ. Элек дүрт трасса булһа, хәҙер иһә 7 трасса сафҡа индерелде. Алты трассала ике этап менән ҡар һалыу системаһы тѳҙѳлдѳ. 19 ҡар генераторы алынды. Ѳс ратрак трассаны әҙерләй. Тауға күтәреү ѳсѳн ултырғыслы 2 күтәргес тѳҙѳлдѳ. Хәҙер 4 күтәргес эшләй. Ете трассала ла күҙәтеү камералары, кѳслѳ тауыш менән хәбәр итеү бәйләнеше урынлаштырылған. Тѳндә ике трасса яҡтыртыла, киләсәктә тағы ла бер трассаға яҡтылыҡ үткәреләсәк. 14 урынлыҡ яңы “ГАЗель” автобусы бирҙеләр. Ул балаларҙы күнекмәгә йѳрѳтә. Спорт корпусы сафҡа индерелде, унда спорт мәктәбе, 2-3 кешелек йоҡо бүлмәләре урынлашҡан. Былтыр тағы ла бер яңы бина тѳҙѳлдѳ. Унда саңғы прокаты, гардероб, кафе, касса, йылыныу һәм кейенеү ѳсѳн фойе бар.
► “Морат” тау саңғыһы үҙәге туристарҙы ҡабул итергә әҙерме?
- Беҙҙәге трассалар донъя ки- мәлендәге талаптарға яуап бирә. Халыҡ-ара ярыштар үткәрә алабыҙ. Әммә сервис ныҡлап үҫешмәгән. Ял итеүселәр ѳсѳн ҡунаҡхана, мунса, ресторандар тѳҙѳү талап ителә. Ял итеүселәр ағымы йылдан-йыл арта. Быйыл кѳндәр һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, Яңы йыл каникулы ваҡытында беҙҙең үҙәктә 16 меңдән ашыу ял итеүсе булды һәм саңғы шыуҙы. Быйыл күптәр ял итергә сит илгә китмәне, бында килде. Рәсәйҙең бѳтә тѳбәктәренән дә ял иттеләр, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Уларҙың, Европа илдәрендәге трассалар менән сағыштырғанда, бында яҡшы, тигән баһаһын ишеттек. Беҙҙең тәбиғәт береһен дә битараф ҡалдырмай. Белоретта тау саңғыһы үҙәген үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән Республика Башлығы Рѳстәм Зәки улы Хәмитовҡа рәхмәтлебеҙ. Эйе, биш йыл эсендә Белореттағы тау саңғыһы үҙәге ҙур үҫеш кисерҙе, шыуырға яратҡандар ѳсѳн яңы шарттар тыуҙырылды. Яңы йыл каникулы ваҡытында саңғысыларҙың күп булыуы маҡсатлы программаның тормошҡа ашырылыуы һѳҙѳмтәһе булып тора. Был иһә үҙ артынан урындағы туризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндергән эшҡыуарҙарҙың килеме үҫеүенә лә ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамдары ваҡытында прокатҡа саңғы биреү пункттарында ла сират хасил булды. Бер пар саңғыны бер сәғәткә прокатҡа 300-500 һумға бирҙеләр. Шулай уҡ тауға күтәрелеү ѳсѳн карточкалар алыу ѳсѳн дә халыҡ сиратҡа торҙо. Киләсәктә лә халыҡ ошондай темпта ял итһә, тау саңғыһы үҙәген үҫтереүгә һалынған аҡса үҙен аҡлаясаҡ. Белореттағы тау саңғыһы үҙәге ҡышҡы осорҙа һис буш тормай. Башҡа ҡалаларҙан, тѳбәктәрҙән спортсылар күнекмәләргә килә. Унда бер миҙгелдә 15-кә яҡын тѳрлѳ кимәлдәге ярыштар үтә. Тимәк, тау саңғыһы үҙәгенең киләсәге бар.
Белореттағы тау саңғыһы үҙәге тураһында ял итеүселәр, туристарҙың фекере менән танышыу ѳсѳн Интернет селтәренә күҙ һалдыҡ.
Ҡунаҡ, 01.01.2016 йыл:
- Бѳтәһе лә шәп! Ике кассаның эшләүе сиратты кәметте, кафе ѳҫтәлгән, яңы корпуста йылынырға була, тѳньяҡ трасса эшләй. Ѳсѳнсѳ трассаның рельефы бик шәп! Хаҡтар ҙа, башҡа сау саңғыһы үҙәктәре менән сағыштырғанда, осһоҙораҡ. Күтәргестәрҙә эшләгән итәғәтле, иҫкәртеп торған хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт.
Кирилл, 08.01.2016 йыл:
- Дѳйѳм алғанда, бик шәп шыуҙыҡ, тѳрлѳ кимәлдә шыуғандар ѳсѳн дә трасса табырға мѳмкин. Әлеге ваҡытта бында бѳтәһе лә яңы, трассаны һәр саҡ әҙерләп торалар, яңы күтәргестәр, биналар, кафелар асыла. Ҙур аҡса һәм хеҙмәт һалынғаны күренә.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий