Спорт - уның булмышы

Абҙаҡ ауылында спортты үҫтереү мәсьәләһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Ҡайһы бер ауылдарҙа хоккей майҙансығын һуңғы йылдарҙа ғына тѳҙѳһәләр, Абҙаҡта иһә бер нисә быуын хоккей уйнап үҫте. Әлбиттә, урындағы етәкселәр ҙә спортты күҙ уңынан ысҡындырмай. Бындай тырышлыҡ эҙһеҙ үтмәй, ауылда спортҡа мѳкиббән киткән йәштәр үҫеп сығыуы ошо турала һѳйләй. Улар иҫәбенә Азамат Нуриәхмәт улы МОНАСИПОВты ла индерергә була.
Азамат 1994 йылда Гѳлдәр һәм Нуриәхмәт Монасиповтарҙың татыу ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Абҙаҡ мәктәбендә белем алған йылдарында уҡ ныҡлап спорт менән шѳғѳлләнә башлай. Бер нисә йыл рәттән мәктәптә “Иң яҡшы спортсы” исеменә лайыҡ була. Район-ҡала кимәлендә үткән саңғы уҙышы, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Грамоталар Азаматтың уңыштары тураһында һѳйләй. Мәҫәлән, XI класта уҡығанда Советтар Союзы Геройы А.Г. Серебренников иҫтәлегенә үткәрелгән ярышта ауыл мәктәптәре араһында I урын алған, VIII, IX класс уҡыусылары араһында физик культура буйынса ҡала “Тест һынауҙары” олимпиадаһында ла ул еңеүгә ирешкән. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск тѳҙѳлѳш- монтаж техникумына уҡырға инә. 2013 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Физик яҡтан үҫешкән егет Псковта махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Егетте контракт буйынса ҡалырға ѳгѳтләйҙәр, тик тыуған еренә булған һағыныу хистәре үҙенекен итә һәм ул ауылына ҡайта. Армиянан һуң Азамат Ѳфѳ тарафтарында эшләй, аҙаҡ Абҙаҡ ял йортона һаҡсы булып урынлаша. Ҡайҙа ғына йѳрѳһә лә, ул спортҡа тоғро ҡала, тѳрлѳ ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2014 йылда “Мин спортты һайлайым” республика спорт фестивалендә гер күтәреү буйынса II урын ала. Федор Анатольевич Ивасин иҫтәлегенә үткәрелгән мини- футбол буйынса турнирҙа “Иң яҡшы һѳжүмсе” тип табыла. Яңыраҡ Белореттағы “Яугир” клубында шѳғѳлләнә башлаған. Клуб исеменән Башҡортостан Республикаһының грэпплинг (кѳрәш тѳрѳ) буйынса асыҡ кубогында 18 йәштән оло һәм 71 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында III урын ала. Тынғыһыҙ, дәртле егеткә ауыл старостаһы Рәфҡәт Закир улы Нәжметдинов иғтибар итә һәм уны ауыл йәштәрен спортҡа ылыҡтырыу ѳсѳн саҡыра. Шулай итеп, буш ваҡытында Азамат уҡыусыларға, йәштәргә футбол секцияһын ойоштора. Бының ѳсѳн уға бер кем түләмәй, әммә спортҡа булған һѳйѳү, ихласлығы Азаматты яҡшы эшкә әйҙәй. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә футбол командаһы үҙен күрһәтеп тә ѳлгѳрә: сермәндәр менән дуҫлыҡ осрашыуында еңеү- гә ирешәләр, Әбйәлил, Учалы райондары араһында үткән футбол турнирында һигеҙ команда араһында II урын яулайҙар. Футбол секцияһына 30- ға яҡын бала йѳрѳй. Йәй амбулатория эргәһендәге хоккей майҙансығы улар ѳсѳн футбол яланы булып торһа, ә бына ҡышын футбол менән шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге юҡ. Әммә спортсылар ѳсѳн кәртә юҡ: әлеге ваҡытта улар хоккей майҙансығында шайба һуға. - Мин спортты яратам. Беҙҙе бала саҡтан физкультура дәресендә тѳрлѳ яҡлап үҫтереүгә күп кѳс һалдылар. Еңел атлетика, футбол, баскетбол, саңғы ярыштарында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар алдыҡ. Беҙҙең заманда ла Абҙаҡ мәктәбендә Белорет балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең филиалы эшләһә, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешер инек. Сѳнки махсус мәктәптең булыуы һәм унда шѳ- ғѳлләнеү балаларға профессиональ спорт менән шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге бирә, ҙур ҡаҙаныштарға ишек аса. Бѳгѳн Абҙаҡта балалар һәм йәштәр күп. Әгәр физкультура-һауыҡтырыу комплексы булһа, ҡолас йәйеп шѳғѳлләнеү мѳм- кинлеге тыуыр ине, - ти Азамат Нуриәхмәт улы. Егеттең атаһы Нуриәхмәт Мѳхәмәт улы саңғы, әсәһе Гѳлдәр Ашираф ҡыҙы еңел атлетика менән мауыҡҡан. Шуға ла Азамат: “Спорт минең ҡанда. Бының ѳсѳн атай-әсәйемә рәхмәт әйтер инем”, - ти. Спортҡа булған һѳйѳү Азаматта артабан уҡыу теләге тыуҙыра: былтыр ул Стәрлетамаҡ физкультура академияһына ситтән тороп уҡырға ингән. Киләсәктә балалар тренеры булып эшләргә һәм билдәле спортсылар тәрбиәләү хыялы менән йәшәй. Урындағы етәкселек Азаматтың күп- тәнге теләген тормошҡа ашырыу ѳсѳн мѳмкинлек тә тыуҙырҙы - ошо кѳн- дәрҙә уны Абҙаҡ ауыл хакимиәтенә йәштәр эше һәм спорт буйынса белгес итеп эшкә алдылар. Хәҙер эшләргә лә, эшләргә ҡала. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий