Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?!

11 ғинуарҙа Тимер юл ауылында йәшәгән 26 йәшлек егеттең алкоголь менән ағыуланып, бер кѳндән һуң дауаханала үлеп ҡалыуы тураһындағы хәбәр тиҙ таралды. Таныштары әйтеүенсә, егет яҡшы урында эшләгән, эсеп-туҙып йѳрѳмәгән, спорт менән шѳғѳлләнгән. Ул дуҫтарын да был кѳндѳ саҡырып шылтыратҡан, тик улар тѳрлѳ сәбәп менән килә алмаған. Бәлки, яҙмыш уларҙы аралағандыр...
Яңыраҡ ошондай уҡ хәл Магнитогорск ҡалаһында ла була. Ҡатын Ҡырымға барып, ял итеп ҡайта. Шатлығы, тәьҫораттары менән уртаҡлашыу ѳсѳн әхирәттәрен саҡыра. Табын күңелһеҙ тамамлана: хужабикә алкоголь менән ағыуланып, вафат була. Бындай хәлдәр тураһында күп һѳйләргә мѳмкин, сѳнки был ил кимәлендәге проблемаға әйләнде. Мәҫәлән, Иваново ѳлкәһендә бер ир суррогат араҡы эсеп һәләк була, танышы ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Суррогат араҡы менән ағыуланыу факттары буйынса Һамар ѳлкәһендә енәйәт эштәре асылған. 2015 йылдың 10 декабрендә Орск ҡалаһы дауаханаһында 22 йәшлек егет метанол менән ағыуланыу һѳҙѳмтәһендә үлә. Тикшереү органдары асыҡлауынса, 4 егет ҡулдан “виски” алып эсә. Хәлдәре насарая башлағас, дауаханаға мѳрәжәғәт итәләр. Рәсәй Федерацияһының Ырымбур ѳлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлегенең “в” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тикшереү эше ваҡытында “виски” һатҡан 20 йәшлек егет ѳй һағы аҫтына алынған. Ѳҫтәмә тикшереүҙәр ваҡытында тағы ла 3 кеше ҡулға алынған. Тентеү ваҡытында уларҙың береһендә 300 шешә суррогат алкоголь табыла. Былтыр ноябрҙә Курск ҡалаһында 40 йәшлек ҡатын үҙенең 28 йәшлек һеңлеһенә ҡунаҡҡа килә. Осрашыу хѳрмәтенә “BACARDI” этикеткаһы йәбештерелгән спиртлы эсемлекте эсергә булалар. Фатир хужабикәһенең ире был эсемлекте сауҙа үҙәгендә урынлашҡан келәттән алған була. Икенсе кѳндѳ улар үҙҙәрен насар тоя, ағыуланыуҙарын аңлап, ашҡаҙандарын йыуҙырып ҡарай, файҙа булмай. Хәлдәре тағы ла насарая тѳшкәс, “тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыралар. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә уларҙы ҡотҡара алмай, тәүҙә фатир хужабикәһе, икенсе кѳнѳнә апайы вафат була. Күп осраҡта йыш эскән кеше үлеп ҡалһа, “эсеп үлгән” тигән һығымта яһау менән генә сикләнәбеҙ. Уның ниндәй араҡы эскәнен, ағыулымы-юҡмы, кемдән алғаны тураһында һорашып та тормайбыҙ. Эскеселәр йәки “запой” менән яфаланғандар нимә етте шуны эсә. Әлбиттә, уларҙы эсемлектең сифаты, етештереүсеһе ҡыҙыҡһындырмай, эсергә булһа, яраған. Самаһыҙ эсеү арҡаһында инвалидҡа әйләнгәндәр, күреү һәләтен юғалтҡандар ҙа күп. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге ѳлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдың 11 айында Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу алкоголь менән ағыуланыу осрағы теркәлгән, уларҙың 19-ы үҫмерҙәр, 163 кеше алкоголь менән ағыуланып үлгән. Былтыр республикала составында спирт булған аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 37,7 кеше тура килгән, ә 2014 йылдың 11 айында ошо уҡ һан 37,3-кә тиң булған. 10 административ биләмәлә ул һан республика кимәленән дә юғары: Дүртѳйлѳ ҡалаһында - 13,2, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Дүртѳйлѳ районында - 3,5-5,5, Сибай, Туймазы, Яңауыл ҡалаларында һәм Яңауыл районында - 1,6-2,4, Ѳфѳ ҡалаһы һәм Ѳфѳ районында 1,2 тапҡырға күп. Составында спирт булған аҙыҡ-түлектән ағыуланып үлгәндәр 100 мең кешегә уртаса 4 кеше тура килә, 2014 йылдың ошо ваҡытында был һан 4,2-гә тиң булған. Был йәһәттән 19 административ биләмәлә республика кимәленән юғары күрһәткестәр күҙәтелгән: Салауат районында - 6,1, Яңауыл ҡалаһында, Иглин, Ишембай, Шишмә райондарында - 3,3-3,8, Ѳфѳ ҡалаһында, Яңауыл, Ғафури, Дәүләкән, Краснокама, Кушнаренко, Ѳфѳ райондарында - 1,5-2,9, Баймаҡ ҡалаһында, Ҡыйғы, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында 1,2-1,4 тапҡырға күп. 2015 йылдың 12 сентябрендәге “Башинформ” агентлығы мәғлүмәте буйынса, 2013-2014 йылдарҙа алкоголь менән ағыуланыу һѳҙѳмтәһендә 33 бала һәләк булған (2013 йылда - 19, 2014 йылда 14 осраҡ). Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш токсикологы Гүзәл Биктимерова Айыҡ кѳнгә арналған “түңәрәк ѳҫтәл” артында хәбәр иткән. Республикала йыл һайын алкоголь һәм суррогат эсемлектәр менән кѳслѳ ағыуланыу һѳҙѳмтәһендә 13-18 мең кеше һәләк була.
“Стационарҙарҙа 23,5 мең кеше дауаланыу үтә. Бер кешегә йылына уртаса 7-9 литр араҡы тура килә”, - тип билдәләй Республика наркология диспансерының баш табибы урынбаҫары Илдар Гәрәев. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың наркология хеҙмәтендә дауаланыу ѳсѳн 1142 койка-урын булдырылған, улар муниципаль берәмектәрҙәге медицина ойошмалары базаһында урынлашҡан. Унда дауаланыусылар дәүләт гарантиялары буйынса бушлай махсус ярҙам ала. Рәсәйҙә дәүләт медицина учреждениеларында урынлашҡан наркология койкалары һаны буйынса Башҡортостан икенсе урында тора. Был һандарға ышанғы ла килмәй... Әммә тирә-яҡта милләттәштәребеҙҙең араҡыға бытып-сумып эсеп йѳрѳгәндәрен күреп, күмәген бергә йыйһаң, шул килеп сыға ла инде, тигән тормош ысынбарлығына ҡайтаһың. Һәр ауыл, ҡала буйлап һанай китһәң, был һан тағы ла артып китәсәк.
Суррогат араҡыға ҡаршы ҡайҙа һәм нисек кѳрәшәләр?
Был йәһәттән Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда “ҡыҙыу линия” асҡандар. Хәҙер граждандарҙан шикле урындар тураһында мәғлүмәт килеп тора. Мәғлүмәт тәртип һаҡлау органдарына тапшырыла. Ҡайһы саҡта был шылтыратыуҙар буйынса тикшереү ҙур енәйәт тѳркѳмѳ эшен фашлауға ла килтерә икән. Мәҫәлән, бер гаражды тентеү ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре 2000-гә яҡын әҙер продукцияны, биш литрлыҡ һауыттарға ҡойолған 95 литр спирт һәм коньяк тартып ала. Енәйәт тѳркѳмѳ ике йылға яҡын суррогат араҡы етештереү менән шѳғѳлләнгән. Етештереү ысулы ла ябай: гаражда урынлашҡан цехтарҙа продукцияны шешәләргә ҡойоп, ялған акциз маркаһы, этикетка йәбештереп, келәттәргә тараталар, тик ҙур партиялар менән генә һаталар. Алыусылар ышаныслы кешеләре булған. Хаҡы бик түбән булыуға бәйле, тауар тиҙ генә тарала. Хоҡуҡлы вәкил белдереүенсә, был коньяктың хаҡы 10 мең һум самаһы, ә ялған етештереүселәр уны 200 һумға һата. Тѳрлѳ алкоголь продукцияһының быяла һауыттарын шешә ҡабул итеү пункттарында йыйғандар. Спирт менән һыуҙы ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән спиртлы шыйыҡсаны шешәләргә ҡойғандар. Бүрәт Республикаһында алкоголь менән сауҙа иткән магазиндарҙы тикшергәндәр. 2015 йылда берәмләп һатыу иткән сауҙа нѳктәләрендә 27 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Йәмәғәт туҡланыуы менән шѳғѳлләнгән 89 ойошманы тикшереү һѳҙѳмтәһендә 36,6 процент етешһеҙлек асыҡланған. Тикшереү саралары ваҡытында 86 тѳр алкоголь продукцияһының, шул иҫәптән ике сит илдән килтерелгән тауарҙың сифатын тикшергәндәр. Лаборатор тикшереү һѳҙѳмтәһендә бер һыраның норматив документтар талабына яуап бирмәүе асыҡ- лана. Санитар талаптар буйынса законды үтәмәгән предприятиеның эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә туҡтатҡандар. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса бѳтәһе 451 300 һумлыҡ 49 административ штраф һалынған. Шулай уҡ ҡулланыу ваҡыты үткән 20 партия шарап һәм 73 литр күләмендә һыра әйләнештән алынған. Былтыр Бүрәт Республикаһында сауҙа нѳктәләренән һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында алкоголь менән ағыуланыу осрағы теркәлмәгән. Әммә ҡулдан алған контрафакт араҡы менән ағыуланыу буйынса 589 осраҡ теркәлгән, 24,6 проценты ағыуланып һәләк булған. 2014 йылда иһә 814 ағыуланыу осрағы булған. Былтыр 11 айҙа 70 тикшереү сараһы үткәреү был республикала хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә булышлыҡ иткән. Әммә Интернет селтәре аша алкоголь эсемлектәре алып эскәндәр араһында ағыуланыусылар күбәйгән. Беҙҙең республикала ялған араҡы һатыуға ҡаршы эш алып барыла. “Айыҡ ауыл” акцияһы үткәрелә. Был сарала ҡатнашҡан ауылдар ҙа ыңғай һѳҙѳмтәләргә ирешә. Акцияла ҡатнашҡан Рысыҡай ауылындағы бер йыл эсендәге үҙгәрештәр матур тормошҡа ынтылған һәр кемде ҡыуандырҙы. Ауылдың битараф булмаған кешеләре тағы ла ошо акцияға ҡушылыу теләген белдерҙе. Башҡа ауылдар ҙа ҡушылып ҡараны, әммә тейешле маҡсатҡа ирешә алмай, ҡул һелтәне. Әлбиттә, был бер-ике кешенең эше түгел, ә бѳтә ауыл халҡы, етәкселәр, тәртип һаҡлау органдары һәм йәмәғәт ошошмалары эшләргә тейеш. Шул саҡта ғына һѳҙѳмтә була. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҙа был йәһәттән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереү һәм әйләнеше ѳлкәһендә эшмәкәрлекте кѳйләү тураһында”ғы За- конға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 160-з законды камиллаштырып, үҙгә- рештәр индереп тора. Был үҙгәрештәр республиканың муниципаль берәмектәренең вәкәләтле органдарына мѳрәжәғәт итеү нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының айырым бер тораҡ пункттары биләмәләрендә алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу мѳмкинлеген бирә. Ҡайһы берәүҙәр, бындай тыйыуҙар йәшерен рәүештә һатыу итеүселәргә юл аса, тип белдерҙе. Был иһә депутаттарға, ѳйҙән араҡы, спиртлы эсемлектәр, “фанфуриктар”, кѳмѳшкә менән һатыу иткәндәргә ҡарата тағы ла ҡатыраҡ закон ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыу мәсьәләһен күтәрә. Ундайҙарға бәләкәй штрафтар тәьҫир итмәй, шуға ла законһыҙ сауҙа итеү, рѳхсәтһеҙ эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнгәндәре ѳсѳн ѳҫтәмә рәүештә ҙур күләмдә штрафтар һалыу, административ йәиһә енәйәт яуаплылығына тарттырыу, ә инде унан һатып алған продукцияны файҙаланыу һѳҙѳмтәһендә кеше һәләк булһа, тѳрмәгә ултыртыу тураһында закон ҡабул итергә кәрәк. Ошондай ҡаты саралар ҡулланғанда ғына беҙҙә тәртип буласаҡ. Кеше үлтереү буйынса енәйәт эшен ҡараған судтарҙа ҡатнашырға тура килә. Енәйәттәрҙең күбеһе эскән килеш ҡылына. Ғәйепләнеүсе енәйәт ваҡиғаһын һүрәтләгән саҡта: “А.-ның ѳйѳнән араҡы һатып алдым”, “ул К.-нан кѳмѳшкә алып килде”, - тип һѳйләй. Енәйәтсе кеше үлтергән ѳсѳн тейешле язаһын ала, ә бына енәйәт эшендә исеме яңғыраған, ѳйѳнән спиртлы эсемлек менән сауҙа иткән кеше бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылмай ҡала. Был да дѳрѳҫ түгел. Енәйәтсегә булышлыҡ иткән ѳсѳн ул да яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Шулай уҡ ялған араҡы алып, ѳйҙән һатыу итеүселәр ҙә, ауылдарҙа магазин кәштәләре аҫтынан һатҡандар ҙа закон алдына баҫырға тейеш, сѳнки улар күрәләтә һаулыҡҡа зыян килтерә, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең ҡомһоҙлоғо саманан ашып китә. Мәҫәлән, ҡалала спиртлы эсемлектәр менән һатыу хоҡуғы булған магазинда араҡы менән бер рәттән кәштә аҫтынан “фанфурик” сығарып һатып торғандары аңлашылмай. Ә бит күптәр сифатлы араҡыны алмай, нәҡ ошо “фанфурикка” алдана. Теге эсеп үлде, был эсеп йѳрѳй, тигән хәбәрҙе ишетеп, үҙ-ара һѳйләшеп ултырғанда: “Ҡасан был хәл туҡтар икән? Ҡасан эскеселәр бѳтѳр икән?” - тигән һорау биргәйнем. “Үлеп бѳтмәйенсә, туҡтамаҫтар”, - тине әңгәмәсем. Ысынлап та, бер кѳн килеп үлеп бѳтѳрбѳҙмѳ икән?! Булыр ҙа, әгәр ҙә араҡы менән дуҫ булһаҡ...
Ялған араҡыны нисек асыҡларға?
Ысын виски менән ялғанды айырыуы ҡыйын түгел. Этикеткаһына иғтибар итергә кәрәк, ул тигеҙ йәбештерелергә тейеш, шулай уҡ акциз маркаһы ла. Ялған продукцияның яҙыуҙары һәм һандары уҡылмай тиерлек. Легаль булмаған продукцияны Интернет аша тараталар. Уларҙың хаҡы ла магазиндағына ҡарағанда осһоҙ. Хәҙер сифатһыҙ алкоголде барҙарҙа һәм кафеларҙа алырға була. Ҡайһы берәүҙәр канистр һауытындағы спирт менән һыуҙы ҡатнаштырып, шешәгә ҡойоп, сифатлы араҡы, тип тәҡдим итә. Этил спиртына тѳрлѳ тѳҫ биреүсе буяу һәм ароматизаторҙар ѳҫтәп, коньяк тѳҫѳнә индереп һаталар. Метил спирты менән эсемлек әҙерләгәндәр бар, был бик насар һѳҙѳмтәгә килтерә. Аҙыҡ булмаған сеймалдан етештерелгән техник спиртты ҡулланыу фажиғәле тамамлана. Интернет селтәре, социаль бәйләнештәр һәм башҡа һәр кем алырлыҡ урындар аша спиртлы эсемлектәр һатыу осраҡтары йышайған. Ә бит алкоголь продукцияһын ситтән тороп һатыу закон менән тыйыла. Үҙ ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуймайым тиһәң, ҡулдан араҡы алырға ярамай. Хәҙер араҡы дефицит түгел, алкоголь продукцияһы менән һатыу иткән махсус магазиндар ҙа күп. Шуның ѳсѳн спиртлы эсемлектәрҙе лицензияһы булған стационар сауҙа нѳктәләренән һатып алырға кәңәш ителә.
2015 йылдың 29 июнендә ҡабул ителгән 182-се федераль законға ярашлы, магазин, йәмәғәт туҡланыуы ѳсѳн алкоголле аҙыҡ-түлекте ваҡлап, күмәртәләп һатыу һәм алыуҙа яңы ҡағиҙәләр индерелә. Яңы закон буйынса 2016 йылдың 1 ғинуарынан алкоголле аҙыҡ-түлек әйләнешен кѳйләгән Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы (ЕГАИС) эшләй башланы. Был система алкоголле аҙыҡ-түлек етештереү һәм уның әйләнешендә тулы, дѳрѳҫ иҫәпте алып барыуҙы тәьмин итеү, контрафакт алкоголле аҙыҡ-түлекте һатыуға юл ҡуймау маҡсатында индерелә. Бәлки, был закон магазиндарҙа тик юғары сифатлы спиртлы эсемлектәр һатыуға булышлыҡ итер, тип ышанғы килә.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий