Бәләкәй инеш даръяларға етә

Сәхнәлә Байегет МӨХӘРЛӘМОВ атлы егет кинәнеп, Мәжит Ғафуриҙың “Үгеҙ менән себен” әҫәрен һөйләй. Балаларҙың төрлө сығыштарын күреп өйрәнгән уҡытыусылар һәм үҙҙәренең һүҙ оҫталығын күрһәтергә килгән башҡа балалар, һоҡланыуын йәшермәй, мөкиббән китеп сығыш яһаусыға төбәлгән. Бына дәррәү ҡул саптылар, 15 йәшлек үҫмер иптәштәре янына төштө. “Афарин! Сәхнә тултырып һөйләнең!” - тип, асыҡтан- асыҡ фекерҙәрен белдереп, дуҫтары уның ҡулын ҡыҫты, яурынынан ҡаҡты. Бер аҙ ултыра биргәс, ул Шәйехзада Бабичтың “Тешһеҙ ҡыҙ” әҫәрен һөйләргә теләген белдерҙе. Әлбиттә, баһалама ағзалары уның ниәтенә ҡуш ҡуллап риза булды. Тамашасы тағы бер оҫталыҡ дәресенең шаһиты булды. Ә мин, булһа була бит талантлы кешеләр, тип тел шартлаттым һәм мотлаҡ был бала менән танышырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем.
Байегет Асы ауылында тыуған яҡташыбыҙ булып сыҡты. Ул сәнғәткә ғашиҡ кешеләр - Айрат Закир улы һәм Йәмилә Абдрахман ҡыҙы Мө- хәрләмовтарҙың өс улының ур- тансыһы икән. Уның нисек Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия- интернатына урынлашыуы менән ҡыҙыҡһынам. Был талантлы баланың сәнғәт юлынан китеүенә Мосама өләсәһе (мәрхүмә инде) тәүге аҙым яһаған. Сөнки тап ул ейәндәренең олоһона - гитара, ә Байегеткә синтезатор бүләк иткән булған. Һәләтле малай ошо музыка ҡоралында эстрада көйҙәрен уйнай башлай. Тәүге уҡытыусыһы Фәйзүнә Әбдрәшитова уны концерттарҙа ҡатнаштыра башлай. Районда һүҙ сәнғәтенә маһир балаларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән конкурстарҙа III класс уҡыусыһы Байегет Мөхәрләмов олатай хаҡында шиғыр һөйләп, II урын ала, ә IV класта уҡығанда Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән сығыш яһап, I урынға лайыҡ була. Башланғыс кластарҙағы сығарылыш кисәһен алып барыуҙы ла уға ышанып тапшыралар. Ата-әсәһе улдарының музыкаға һәләтен үҫ- терергә ҡарар итә һәм Байегетте V кластан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатына уҡырға бирәләр. Унда ул торбала уйнарға өйрәнә башлай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Байегет тә ѳҫтәмә рәүештә ҡурай, баян серҙәрен дә төшөнә. Өләсәһенең тағы бер бүләге - ҡумыҙҙы ла сиртә. Әҙерәк шиғырҙар ҙа яҙам, тип тағы бер серен асты ул. Кистәрен Илнур Лоҡманов етәкләгән “Ялҡын” түңәрәгендә актер оҫталығына өйрәнә, баскетбол, волейбол, футбол секцияларында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Төрлө яҡлап үҫешә егет. “Үҫкәс, сәнғәт юлын һайларға теләгем бар”, - ти ул, буласаҡ һөнәре тураһында һүҙ сыҡҡас. Әле Байегет тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый. “Һиндә сәнғәткә һөйөү ҡайҙан килә?” - тигән һорауға ул: “Әсәйем заманында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға ингән булған, әм- мә ниңәлер уҡырға бар- маған, бәләкәй саҡтан йыр- лаған, хатта өйҙә үҙе аудиокассеталар ҙа яҙҙырған. Мандолина, гармунда уйнай, синтезаторҙа ла тиҙ генә көй килтереп сығара. Атайымдың да ауыл клубында сығыш яһап йөрөгәндә төшкән фотолары бар. Закир олатайым да баянда яҡшы уйнаған. Әсәйемдең ағаһы Ринат бабайым да гармунда уйнай”, - тип теҙеп китте ғорурланып. Бында Белорет районынан күп уҡыусылар белем ала. Асы ауылынан ғына 10-лап бала уҡый. Тырыш булығыҙ, оялып йөрөмәгеҙ, баштан оялып йөрөһәң, бер нәмә лә килеп сыҡмай, үҙеңде күрһәтә белергә кәрәк, тип тиҫтерҙәренә кәңәштәр ҙә бирә Байегет. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия- интернаты директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Азат Ринат улы Мөхәмәтйәров: “Байегет Мөхәрләмов бик әүҙем, тѳрлѳ сараларҙа ҡатнаша, алып бара. Театр түңәрәгенә йөрөй, мәктәп командаһы менән республика күләмендә үткәрелгән ШТК-ла (КВН) ҡатнаша. Республиканың Балалар фонды стипендиаты. Уның тураһында мәғлүмәт «Башинформ» сайтына ла ҡуйылған”, - тине. Бәләкәйҙән баланы шиғыр һөйләтеп, йыр йырлатып, тѳрлѳ ролдәр биреп, уның кескәй генә уңышын да күреп, дәртләндереп, ҡанатландырып, ҡайһы берҙә өгөтләп, әүрәтеп, хатта шелтәләп, кеше алдында сығыш яһарға алып сығырға кәрәк. Балаларҙың күбеһе шулай итеп тамашасы алдында һөйләргә, яйлап үҙ-үҙен еңергә, халыҡ алдында тартынмай үҙ фекерен әйтергә өйрәнә, оялыуҙан арына. Талант эйәләре тау йылғаһына оҡшаш. Улар һәр мөмкинлекте ҡулланып ҡалырға ашыға. Бөтә ярһыу йылғалар ҙа бәләкәй инештәрҙән кѳс алып, оло даръяға әйләнә. Яҡташыбыҙҙың ижади һәләте көслө сығанаҡтарҙан баш алған. Ул да оло көскә эйә даръяға әйләнеп китеүенә ышанам. Яҡты уйҙар, изге теләктәр, оло маҡсаттар, уңыштар ғына юлдаш булһын һиңә, Байегет!
Гөлсибәр ШАКИРОВА.
Белорет ҡалаһы.
Оставить комментарий