Уңған һауынсы

Алдынғы һауынсы Рәйфә Ишбулды ҡыҙы ХАЛИТУЛЛИНА агросәнәғәт системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Үткән аҙнала район ауыл хужалығы начальнигы В.В. Красавин Рысыҡай ауылының уңған һауынсыһына Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Рәйфә Ишбулды ҡыҙы Рысыҡай ауылында Хәмдиниса Фәхрислам ҡыҙы менән Ишбулды Зѳлфәр улы Зикриндарҙың алты балалы ғаиләһендә үҫә. Рысыҡай, Шығай мәктәптәрендә бе- лем ала. Урта мәктәпте тамамлағас, тегенсе һѳнәренә уҡып сыға. Бер йыл тегенсе булып эшләгәндән һуң тыуған ауылына ҡайта. 1988 йылда “Заря” колхозына һауынсы булып эшкә урынлаша. 1998 йылда хужалыҡ үҙгәрештәр кисерә һәм ул эшләгән ферма “Ағиҙел” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, 2003 йылдан “Союз” крәҫтиән- фермер хужалығы, 2010 йылдан “Игенсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Хужалыҡтың исеме, хужалары алышынып торһа ла, үҙ эшенә тоғро булған Рәйфә Ишбулды ҡыҙы инде 27 йыл һыйырҙарынан айырылмай, яратҡан эшенә тоғро ҡала. Ошо осорҙа ул үҙен яҡшы белгес, намыҫлы, тәртипле эшсе итеп күрһәтә. Бѳгѳн ул “Игенсе” йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ һауынсыларының береһе. Уның тѳркѳмѳндә 17 һыйыр. Улар- ҙы ҡул менән һауа. 2014 йылда Белорет муниципаль районының иң яҡшы һауынсыһы тип билдәләнә: бер һыйырҙан йылына 3100 килограмм һѳт һауа, тулайым һауым 1200 центр тәшкил итә. Был хеҙмәте ѳсѳн ул район Советының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Шулай уҡ Башҡортостан Рес- публикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләнә. Рәйфә Ишбулды ҡыҙы ѳйѳндә лә, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға ѳлгѳрә. Хужалыҡтарында мал тоталар. Тормош иптәше Мазһар Рафаэль улы менән ѳс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике балаһын башлы-күҙле итеп сығарғандар, уларҙың инде үҙ донъяһы. Шулай булһа ла, ейән- ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙән дә ситтә ҡалмай олатай менән ѳләсәй. - Эш хаҡы ҙур булмаһа ла, хужалыҡ фураж, бесән, утын менән ярҙам итә. Былтыр йәй дауаханала ятҡас, бесәнде лә әҙерләп бирҙеләр. Етәксебеҙ Ильяс Хафизов эшләгән кешегә һәр яҡлап ярҙам итергә тора, - ти Рәйфә Ишбулды ҡыҙы. Эшенең ауыр булыуына ҡарамай, ғүмер буйы һауынсы һѳнәренә тоғро ҡалған Рәйфә Ишбулды ҡыҙы бѳгѳн үҙ хеҙмәтенә тейешле баһа алды. Киләсәктә лә хеҙмәтенән йәм, дәрт алып йәшәүен теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий