Һаумы, Кино йылы!

Беҙҙең бала саҡ кино донъяһында үтте тип әйтһәк, һис тә хата булмаҫ. Кѳн дә киноға йѳрѳй торғайныҡ. Ауылда киномеханикка ла эш етерлек: кѳн һайын ике сеанс күрһәтә - балалар һәм ололар ѳсѳн. Ә инде һинд киноһын ҡуйһалар, урынһыҙ ҡалмаҫ ѳсѳн алдан килеп кѳтѳп тораһың, һинең кеүек баҫып ҡарағылары килмәгән бѳтә ауылдың балалары тигәндәй йыйылған. Бына ишек асыла, бѳтәбеҙ ҙә крепость яулағандай алға ынтылабыҙ, ишектә тығын барлыҡҡа килә. Кассир берәмләп индерергә маташып ҡарай, тик анау тиклем кѳскә ҡаршы тора алмай үткәрергә мәжбүр була, шунһыҙ тапала бит. Аҙаҡ бѳтәһе лә үҙҙәренә эләккән урындарға ултырып тынысланғас, кассир рәт буйлап йѳрѳп, билет һатып сыға. Балалар сеансы бѳтѳүгә ололар парлашып клубҡа табан ағыла. Ниндәй матур саҡтар булған!
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 2016 йылдың Кино йылы тип иғлан ителеүе кѳтѳлмәгән яңылыҡ булып сыҡты. Әммә улл үҙенә күрә ҙур яңылыҡтар килтерәсәк, иғтибарҙан ситтә ҡала килгән кино донъяһына алып ҡайтасаҡ, ошо ѳлкәләге проблемалар хәл ителер, тип ышанғы килә. Башҡортостанда Рәсәй ки ноһы йылының рәсми ло- готибы раҫланды. Комиссия ағзалары бер тауыштан рәс сам, «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эшен иң яҡшыһы тип тапты. Логотип текст һәм график өлөштәрҙән тора. Логотиптың төп элементы - кинотаҫма. Эмблемаға башҡорт һәм рус телдәрендә «Рәсәй киноһы йылы» тип яҙылған. Республика флагы төҫөндәге өс дүртмөйөш экран һәм кинотаҫманы кәүҙәләндерә. Уртала ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, ул логотипҡа милли колорит өҫтәй. Башҡортостанда Кино йылы 25 ғинуарҙа рәсми рәүештә старт алды. Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы Өфөләге Рәсәй кинематографияһы үҙәгендә - «Родина» кино театрында үтте. Байрамда абруйлы ҡунаҡтар һәм республика кинематографистары - актерҙар, режиссерҙар, операторҙар ҡатнашты. Шулай уҡ республиканың Милли музейында «Башҡортостанда кино тарихы» тигән күргәҙмә асылды. Был сара тѳбәктең кинопрокат һәм кино төшөрөү тарихын яҡтырта. Экспонаттар араһында фильм төшөрөүҙе сағылдырған тарихи предметтар бар, Милли архивтан уникаль документтар ҡуйылған. Күргәҙмә эшләгән ваҡытта режиссерҙар, актерҙар менән осрашыу, фильмдар ҡарау, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади кисәләр ойоштороу ҡаралған. Был республиканың баш ҡалаһында барған ваҡиғалар. “Ә беҙҙә Кино йылы айҡанлы ниндәй саралар күреләсәк һуң?” - тигән һорауға яуап табыу маҡсатында ҡаланың “Металлург” кинотеатрына йүнәлдек. - Кино йылы, тип иғлан итеүҙәре яҡшы. Тимәк, кино дәүләткә лә, халыҡҡа ла кәрәк. Кино йылы айҡанлы ҡорамалдар һатып алыуға грант оттоҡ.
Был беҙҙең ѳсѳн ҙур ярҙам, проект Рәсәй киноһын пропагандалау маҡсатында эш- ләнә. Уға ярашлы, “Металлург” кинотеатрында күр- һәтелгән киноларҙың 50 про- центынан күберәге Рәсәй фильмдары ѳҫтѳнлѳк итергә тейеш. Прокаттан йыйылған килемдең яртыһын кино сы- ғарыусыларға ярҙам итеп ебәрергә тейешбеҙ. Грант аҡсаһы ҡорамалдар һатып алыуға китһә, беҙ прокат һанын арттырыу маҡсатында, бер юлы ике фильм күрһәтеү ѳсѳн кинозалды реконструкцияларға планлаштырабыҙ. Киләсәктә ике кинозал буласаҡ. Был эш кѳҙ башҡарыласаҡ, - тине шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншин. “Металлург” кинотеатры директоры Ксения Мѳдәрис ҡыҙы Йыһаншина бел- дереүенсә, 2015 йылда кинотеатрҙа 60 мең кеше булған, урта йәштәге тамашасы күпселекте тәшкил итә. 200-ҙән ашыу тѳр фильм күрһәтелгән: уларҙың 120-гә яҡыны 3D форматында. Быйыл 50-гә яҡын киң билдәле Рәсәй фильмдары күрһәтеләсәк. Шулай уҡ 10-15 фильм яңы тауыш форматында, вибро эффектта ѳҫтәләсәк. “Беҙҙә Кино йылын асыу тантанаһы ҡала Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Быйыл “Башҡортостан” киностудияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәкбеҙ. Был йәһәттән социаль проекттар ҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Киностудия ме- нән берлектә кинофильмдар күрһәтеләсәк, актерҙар менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ район- ҡала халҡының тәҡдимдәрен кѳтәбеҙ. Кинотеатр тамашасы ѳсѳн тѳрлѳ акциялар үткәреп тора. Мәҫәлән, тѳркѳм менән килгәндәр ѳсѳн 15-30 процент ташлама ҡаралған. Шишәмбе водителдәр ѳсѳн - 20, шаршамбы студенттар ѳсѳн 50 процент ташлама ҡаралған. Пенсионерҙарға билет хаҡы 100 һум, күп балалы ғаиләләргә документтары менән килгәндә, 50 процент ташлама яһала. Балалар сеансының тәүге аҙнаһы 150-200 һум булһа, икенсе аҙнала - 100-150, ѳсѳнсѳ аҙнала - 50-100 һум. Был хаҡта мәғлүмәтте кинотеатр кассаһында белергә була. Район халҡын да кино ҡарарға саҡырабыҙ, коллектив менән килеп, ял итеп ҡайтыу үҙе бер яҡты иҫтәлек булыр”, - ти Ксения Мѳдәрис ҡыҙы. Беҙгә кино ҡасан килгән? Ѳфѳлә тәүге кино 1901 йылдың 28 сентябрендә күр- һәтелә. Башҡортостан киноселтәре 1920-30 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Кино күр- һәтеү пункттарына Ѳфѳ губернаһы башҡарма комитеты эргәһендәге фотокиносекция, 1922 йылдан алып Башнаркомпрос эргәһендә фото- кино бүлеге етәкселек итә. Тәүге йылдарҙа кино шәхси эшҡыуарҙар ҡулында булған. Республика территорияһында 9 кино ҡоролмаһы була, шуларҙың алтыһы - Ѳфѳлә, 3-һѳ ѳйәҙ ҡалаларында һәм берәүһе (мәктәп ҡоролмаһы) - Инйәр ауылында. Белорет ҡалаһында “Метал- лург” кинотеатры 1954 йылда тѳҙѳлгән, 1955 йылдың 1 майында режиссер Г.В. Александровтың “Веселые ребята” музыкаль комедияһы ҡуйыла. Тәүҙә тамаша залы 625 урынға тәғәйенләнгән була, аҙаҡ бер аҙ реконструкция үткәргәндән һуң 450 урын ҡала. “Металлург” кинотеатры “Октябрь” кинотеатры һәм Ломовка киноустановкаһы менән бер рәттән Белорет ҡалаһы кино селтәренә ҡарай. Кино- прокат бүлексәһе менән ҡала кино селтәренең ҡушылыуы һѳҙѳмтәһендә, кинотеатр 1989 йылда Белорет кинопроекты бүлексәһенең подраз- делениеһына ҡарай. 2006 йылда “Металлург” кинотеатры бинаһы Белорет районы муниципаль район милкенә тапшырыла. Милек аҙаҡ шәхси ҡулдарға күсә, оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән бинала кино күрһәтеү хәүефле тип кино күрһәтелмәй. Күп социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған эшҡыуар Данис Сәйетмырҙа улы Йы- һаншин уны үҙ ҡанаты аҫтына алғас, капиталь ремонт эшләтә. Шулай итеп, яңырған, заман талаптарына яуап биргән “Металлург” кинотеатры 2011 йылдың 1 Майында яңынан ишектәрен аса.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий